Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәшәҡәтле, күңелле осор
Мәшәҡәтле, күңелле осорАпрель — яҙҙың башланыуы ғына түгел, ә баҡса миҙгеле асылыуы ла. Тәү сиратта көҙҙән ҡалған сүп-сар таҙартыла: яндырылаһы яндырыла, түгеләһе түгелә. Һынған ботаҡтарҙың үҫеп китере тарттырып бәйләнелә, ҡороясағы киҫелә. Әгәр көҙҙән ерҙе йомшартып, ҡаҙып сығырға өлгөрөлмәһә, был эштәр ҙә мотлаҡ башҡарыла. Былтыр сәсеп ҡалдырылған һарымһаҡ, кишер кеүек йәшелсә, тамыраҙыҡ рәттәре ипкә килтерелә, йомшартыла. Иң мөһиме — быйылғы уңышты ҡайғыртыу: кәрәк урында минераль, органик ашламалар индереү...

Былар — дөйөм эштәр. Хәҙер һәр береһенә айырым туҡталып, һорау менән яуапты ҡара-ҡаршы ҡуйып яҙайыҡ.
Бөрөләр бүрткәнсе ҡороған, һынған, зарарланған ботаҡтарҙы, сыбыҡсаларҙы киҫәләр. Улар ҡыуаҡтың һау еренә саҡлы йәки тупраҡҡа тиклем үк төбөнән ҡырҡыла. Әгәр ҡара ҡарағаттың бөрөләре саманан тыш ҡабарһа, талпан менән зарарланған тигән һүҙ. Бындайҙар ерҙән үк киҫелә, төпсәһе ҡалдырылмай. Крыжовник менән ҡара ҡарағаттың бик нәҙек кенә сыбыҡсаларын, ергә ятҡандарын, биш йылдан ҡартыраҡ ботаҡтарын да юҡ итәләр.
Ни өсөн шулай эшләнәме? Зарарланған ботаҡтар ҡыуаҡтарға төрлө ауырыуҙар тарата. Шул уҡ һүҙҙәрҙе сыбыҡсаларҙы киҫкәндән һуң ҡалған төпһәләр тураһында ла әйтеп була. Белеп кенә нәҙек, ҡартайған сыбыҡсаларҙан арыныу ҡыуаҡ араһына яҡтылыҡ, һауа үтеп инеүгә булышлыҡ итә. Уның көсөн, уңышын арттыра, төрлө ауырыуҙарҙан арындыра.
Ағастарҙағы яраларҙы дауалағанда, үткер бысаҡ һәм баҡса елеме кәрәк. Иң тәү бысаҡ менән яраһының ҡарайған өлөшөн ҡыралар. Таҙартҡас, елем менән һылайҙар. Өҫтөнән ҡара полиэтилен урап ҡуялар. Яра асыҡ ҡалһа, төрлө инфекция өсөн "ҡапҡа" хеҙмәтен үтәйәсәк.
Тупраҡ ҡатламын йомшартып сығыу мөһим эштәрҙән һанала. Уның алдынан 1 квадрат метрға 5–6 килограмм иҫәбенән тиреҫ йәки компост индерергә кәрәк. Йомшартылған тупраҡ тын ала һәм ямғыр һыуын һеңдерә. Тағы бер мөһим яғы — күп йыллыҡ сүп үләндәренең үҫешен туҡтата.
Бик күп зарарлы бөжәктәр ағас, ҡыуаҡ төбөндәге ерҙә ҡыш сыға. Яҙын уянғас, яйлап ҡына олон буйлап үрмәләй. Шуға ла 3 процентлы бур шыйыҡсаһы менән эшкәртеү мөһим. Ләкин был эш бөрөләр бүрткәнсе башҡарылырға тейеш. Һис булмаһа, олондо елемле билбау менән ураталар. Елем баҡсасылыҡ магазиндарында һатыла.
Яҙын бигерәк тә ер еләге плантациялары иғтибар талап итә. Иң тәү иҫке япраҡтарҙы тырмап алырға кәрәк. Төптәрен йомшарталар. Кипкән, үлгән төптәр урынына яңыларын ултырталар.
Төп эштәрҙең береһе — ағас ултыртыу. Йәш үҫентеләрҙе һайлағанда дәүләт питомниктарында үҫтерелгәненә өҫтөнлөк бирегеҙ. Ни генә тимә, унда барлыҡ технологиялар ҙа ҡулланыла, юғары белемле, тәжрибәле белгестәр эшләй. Ҡыҫҡаһы, үҫентеләрҙе ҡайҙан алһағыҙ ҙа, төрлө сортлыһын ултыртырға тырышығыҙ, сөнки уларҙың береһе ҡоро йылды уңыш бирә, икенсеһе йыл аралаш, өсөнсөһө, дүртенсеһе...
Баҡса эше, бик мәшәҡәтле күренһә лә, күңелгә ял да бирә торған шөғөл.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 352

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 227

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 501

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 316

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 302

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 543

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 212

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 287

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 963

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 069

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 370

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 694