Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Сәскәләр тураһында
– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле үрсетмә сәсергә һуң түгелме?

Ильвира ЗАҺИҘУЛЛИНА.

Һорауға Мәләүез районының Ҡотош ауылынан Миңзәлә ШӘРИПОВА яуап бирә:

– Йәй көнө ихатаһын, баҡсаһын ниндәй сәскәләр биҙәйәсәген хәл итмәгәндәр өсөн әле лә һуң түгел, кларкия, календула, бәрхәт үлән, маргаритка, цинния, бер йыллыҡ астра, георгин ултыртырға мөмкин. Ғәҙәттә, орлоҡ ниндәй, үҫенте шундай була. Шуға күрә түбәндәге талаптарҙы үтәгеҙ:

– орлоҡтоң сифатын белер өсөн уларҙы тоҙло һыуға һалығыҙ; буш булһа, өҫкә ҡалҡып сыға;

– һайлап алғандарын махсус препарат, микроэлементтар ҡатнашмаһы йәки марганцовка иретмәһе менән эшкәртегеҙ ҙә киптерергә һалығыҙ. Сәсер алдынан еүеш сепрәктә шыттырып алырға мөмкин.

– һыуыҡҡа иммунитет булдырыу өсөн, шытып сыҡмаҫ борон, орлоҡто ярты тәүлеккә һыуыт­ҡысҡа һалығыҙ. Үҫентеләр ҡуйы булып сыҡһа, бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн һирәкләп, айырым һауыттарға күсе­регеҙ. Күсереп ултыртҡанда тупраҡҡа серетмә өҫтәгеҙ. Уны бәләкәй һауыттарға, ҡаймаҡ, һуттан ҡалған ҡағыҙ ҡумталарға һалығыҙ һәм соҡор яһап һыу һибегеҙ. Ҡаҙып алған ваҡытта һаҡ булығыҙ, тамырын бер аҙ ҡырҡығыҙ һәм тупраҡҡа ултыртығыҙ.

Айырып ултыртҡанға тиклем йәш үҫентегә пульверизатор менән генә һыу һибегеҙ, юғиһә һыу орлоҡто тәрәнгә төшөрөүе ихтимал. Быяла йәки пленка аҫтында булһа, һыу һипмәҫкә лә була.

Айырып ултыртҡас, дымлылығын тикшереп тороғоҙ, сама менән генә һибегеҙ. Артыҡ һыу үҫентеләрҙә ауырыу барлыҡҡа килтерә. Күп сәскәләр өсөн бүлмә температураһы яҡшы, шуға күрә һалҡын елдән, һыуыҡтан һаҡлағыҙ. Үҫентеләр яҡтылыҡ ярата. Яҡтылыҡ етмәһә, ул буйға үҫә, һабағы насар була. Шуға күрә көн яҡтыһы төшмәһә, махсус лампа ҡуйығыҙ. Күләгә яратҡандары ла бар. Был осраҡта ҡояштан ышығыраҡ урынға ултыртығыҙ. Түтәлгә күсергәндә һабағына, тамырына зыян килтермәй генә алығыҙ.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә