Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай.

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө “сәғәттәр буйы” бешерергә кәрәк, ваҡыт та әрәм була, өй еҫтәргә лә тула. Тормошто еңеләйтергә мөмкин: сөгөлдөрҙө 15 минут эсендә әҙерлеккә еткерергә мөмкинлек биргән хәйлә бар.

Тәүҙә тамыраҙыҡты яҡшы итеп йыуырға кәрәк, тиреһенең иң өҫкө ҡатламын губка ярҙамында алып ташлағыҙ. Сөгөлдөрҙө тиҙ-тиҙ итеп ышҡығыҙ, был һуты эсендә ҡалһын өсөн кәрәк. Ҡойроғон ҡырҡмағыҙ.

Әгәр магазинда сөгөлдөр һатып алһағыҙ, уртаса ҙурлыҡтағыһын һайлағыҙ. Улар тәмлерәк һәм тиҙерәк әҙерләнә.

Сөгөлдөрҙө тиҙ әҙерләү ысулы:

сөгөлдөрҙө ҡайнар һыуға һалабыҙ;

көслө утта ҡапҡасыһыҙ бешерәбеҙ;

ҡайнағандан һуң ике минут үткәс, һыуға икмәк ҡатыһы өҫтәйбеҙ – был сөгөлдөр еҫенең таралыуын булдырмаясаҡ;

15 минут көслө утта бешерәбеҙ һәм кәстрүлде плитанан алабыҙ;

эҫе һыуҙы түгәбеҙ, һәм сөгөлдөр бешкән һауытҡа 15 минутҡа боҙло һыу ҡойоп ҡуябыҙ.

Әҙер! Бер аҙҙан сөгөлдөрҙө ғәҙәти ысул менән тиреһенән таҙартабыҙ. Эш шунда: киҫкен һыуыҡ эҫелекте сөгөлдөрҙөң эсенә ҡыуып индерә, шуға күрә ул әҙерлеккә бер ниндәй ҙә бешереүһеҙ барып етә.

Кәңәш. Сөгөлдөрҙө духовкала ла бешерергә мөмкин. Бының өсөн һәр тамыраҙыҡты фольга менән уратып алығыҙ (2-3 ҡатлам), рәшәткәгә һалығыҙ һәм йәшелсәнең ҙурлығына ҡарап 190 градуста 60-90 минут самаһы бешерегеҙ. Был ысул менән сөгөлдөр һыуға үҙенең төҫөн һәм тәмен бирмәй, һутлы, туйындырылған төҫтә була.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!



Автор: Альфия Мингалиева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 3

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 3

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 1

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 4

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 3

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 4

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 6

Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәш

Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәш 06.10.2026 // Баҡса

Күптәр балан быҡтырғандағы еҫте яратмай, әммә емешен үҙ итә. Ошолай эшләгәндә еҫе өйгә таралмай, ......

Тотош уҡырға 6

Помидорҙы һыуытҡысҡа һалмайым...

Помидорҙы һыуытҡысҡа һалмайым... 06.10.2026 // Баҡса

Был ысулдар йәшелсәне Яңы йылға тиклем һаҡлау мөмкинлеге бирә....

Тотош уҡырға 6

Ябай ысул — һәм гөлдәрегеҙ сәләмәт!

Ябай ысул — һәм гөлдәрегеҙ сәләмәт! 02.10.2026 // Баҡса

Өй сәскәләрендәге ваҡ бөжәктәрҙән һәм сереүҙән нисек ҡотолорға? Шәп ысул тәҡдим итәбеҙ, үҙегеҙгә ......

Тотош уҡырға 8

Был йәшелсә һәм емеш-еләкте туңдырырға ярамай

Был йәшелсә һәм емеш-еләкте туңдырырға ярамай 01.10.2026 // Баҡса

Бөтә нәмәне лә туңдырғысҡа ташлап, ҡышын ашағы килә лә бит. Тик, булмай!...

Тотош уҡырға 6