Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек Клара Ниғмәтуллина уны йыл һайын үҫтерә, унан төрлө ризыҡтар әҙерләй. Беҙҙең гәзит уҡыусыларына ул ҡабаҡ һуты эшләү серҙәре менән уртаҡлашты. Быйыл да ул уны күпләп ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйған. 

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

–Ҡабаҡтан әллә күпме файҙалы һәм тәмле ризыҡтар әҙерләп була, шулай ҙа миңә иң оҡшағаны ҡабаҡ һуты. Ул еңел генә яһала. Бының өсөн 6  килограмм таҙартылған ҡабаҡ, 5 әфлисун, 1 лимон, 1,3 килограмм шәкәр, 6 литр ҡайнаған һыу, 2,5 балғалаҡ лимон кислотаһы алабыҙ.

Өлгөргән ҡабаҡты яҡшы итеп йыуып, тышынан, эсенән, орлоҡтарынан  таҙартып, ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ һәм ҙур һауытҡа һалабыҙ. Өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡоябыҙ, ул ҡабаҡтарҙы ҡаплап торорға тейеш. Уны утҡа ҡайнатырға ултыртабыҙ. Әфлисун һәм лимонды урталай бүләбеҙ һәм айырым һауытҡа һутын сығарабыҙ. Һуты сыҡҡан әфлисунды ҡабаҡтар янына һалабыҙ һәм ҡабаҡ йомшарғансы шунда бешерәбеҙ. Һуты сыҡҡан лимон беҙгә башҡаса кәрәкмәйәсәк, уны ташлаһағыҙ ҙа була. Ҡабаҡ бешеп сығыу менән әфлисун ҡабығын да алабыҙ, уның да башҡаса кәрәге теймәйәсәк. Ҡабаҡты бер аҙ һыуытабыҙ, ләкин ул йылы килеш ҡалырға тейеш. Блендер менән иҙгәс, йомшаҡ ҡына тәмле ҡатнашма килеп сыға. Һуңынан 6 литр һыуҙа шәкәрҙе иретәбеҙ. Уны бер минут дауамында ҡайнатҡас, уттан алабыҙ. Шәкәрҙе үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа һалырға мөмкин. Әгәр ҡабағығыҙ татлы икән, аҙыраҡ та ҡушырға була. Артабан ҙур һауытҡа ҡабаҡ иҙмәһен ҡалабыҙ, уға цитруслы һутты һәм ҡайнар шәкәр сиробын ҡоябыҙ. Барыһын да бергә бутап, утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, лимон кислотаһын өҫтәп ебәрәбеҙ һәм тағы ла биш минут ҡайнатабыҙ. Ҡайнар һутты эҫе килеш стерилләнгән банкаларға ҡойоп, стерилләнгән ҡапҡастар менән ҡаплайбыҙ. Һуңынан түңкәреп ҡуйып, һыуынғансы йылы сепрәк менән ҡаплап тотабыҙ.

Бик тәмле, ҡуйы, тәбиғи һут килеп сыға.

Фото: Клара Ниғмәтуллинаның шәхси альбомынан.   



Автор: Резеда Шәнгәрәева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 1

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 2

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 4

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 5

Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәш

Балан яратып та, еҫен ҡабул итмәүселәргә файҙалы кәңәш 06.10.2026 // Баҡса

Күптәр балан быҡтырғандағы еҫте яратмай, әммә емешен үҙ итә. Ошолай эшләгәндә еҫе өйгә таралмай, ......

Тотош уҡырға 6

Помидорҙы һыуытҡысҡа һалмайым...

Помидорҙы һыуытҡысҡа һалмайым... 06.10.2026 // Баҡса

Был ысулдар йәшелсәне Яңы йылға тиклем һаҡлау мөмкинлеге бирә....

Тотош уҡырға 6

Ябай ысул — һәм гөлдәрегеҙ сәләмәт!

Ябай ысул — һәм гөлдәрегеҙ сәләмәт! 02.10.2026 // Баҡса

Өй сәскәләрендәге ваҡ бөжәктәрҙән һәм сереүҙән нисек ҡотолорға? Шәп ысул тәҡдим итәбеҙ, үҙегеҙгә ......

Тотош уҡырға 8

Был йәшелсә һәм емеш-еләкте туңдырырға ярамай

Был йәшелсә һәм емеш-еләкте туңдырырға ярамай 01.10.2026 // Баҡса

Бөтә нәмәне лә туңдырғысҡа ташлап, ҡышын ашағы килә лә бит. Тик, булмай!...

Тотош уҡырға 5

Ҡышын өйҙә һуғанды нисек һаҡларға?

Ҡышын өйҙә һуғанды нисек һаҡларға? 30.09.2026 // Баҡса

Бүлмә шарттарында һаҡлау өсөн ҡоро, сереү һәм йәрәхәт билдәләре булмаған, яҡшы өлгөргән һуғандарҙы ......

Тотош уҡырға 6

Гөл-сәскәләр ҙә тоя белә

Гөл-сәскәләр ҙә тоя белә 28.09.2026 // Баҡса

Стресс ваҡытында улар хатта үҙҙәренсә сигнал ебәрә икән......

Тотош уҡырға 5

Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө?

Ағастың көсө бар, тиеүҙәре дөрөҫмө? 27.09.2026 // Баҡса

Улар кешегә ниндәй йоғонто яһай икән?...

Тотош уҡырға 2

Ҡабаҡ тосо тәмле генә түгел, файҙалы ла

Ҡабаҡ тосо тәмле генә түгел, файҙалы ла 27.09.2026 // Баҡса

Уның файҙаһы тураһында нимәләр беләһегеҙ?...

Тотош уҡырға 8