Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек Клара Ниғмәтуллина уны йыл һайын үҫтерә, унан төрлө ризыҡтар әҙерләй. Беҙҙең гәзит уҡыусыларына ул ҡабаҡ һуты эшләү серҙәре менән уртаҡлашты. Быйыл да ул уны күпләп ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйған.

–Ҡабаҡтан әллә күпме файҙалы һәм тәмле ризыҡтар әҙерләп була, шулай ҙа миңә иң оҡшағаны ҡабаҡ һуты. Ул еңел генә яһала. Бының өсөн 6 килограмм таҙартылған ҡабаҡ, 5 әфлисун, 1 лимон, 1,3 килограмм шәкәр, 6 литр ҡайнаған һыу, 2,5 балғалаҡ лимон кислотаһы алабыҙ.
Өлгөргән ҡабаҡты яҡшы итеп йыуып, тышынан, эсенән, орлоҡтарынан таҙартып, ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ һәм ҙур һауытҡа һалабыҙ. Өҫтөнә ҡайнаған һыу ҡоябыҙ, ул ҡабаҡтарҙы ҡаплап торорға тейеш. Уны утҡа ҡайнатырға ултыртабыҙ. Әфлисун һәм лимонды урталай бүләбеҙ һәм айырым һауытҡа һутын сығарабыҙ. Һуты сыҡҡан әфлисунды ҡабаҡтар янына һалабыҙ һәм ҡабаҡ йомшарғансы шунда бешерәбеҙ. Һуты сыҡҡан лимон беҙгә башҡаса кәрәкмәйәсәк, уны ташлаһағыҙ ҙа була. Ҡабаҡ бешеп сығыу менән әфлисун ҡабығын да алабыҙ, уның да башҡаса кәрәге теймәйәсәк. Ҡабаҡты бер аҙ һыуытабыҙ, ләкин ул йылы килеш ҡалырға тейеш. Блендер менән иҙгәс, йомшаҡ ҡына тәмле ҡатнашма килеп сыға. Һуңынан 6 литр һыуҙа шәкәрҙе иретәбеҙ. Уны бер минут дауамында ҡайнатҡас, уттан алабыҙ. Шәкәрҙе үҙегеҙҙең ҡарамаҡҡа һалырға мөмкин. Әгәр ҡабағығыҙ татлы икән, аҙыраҡ та ҡушырға була. Артабан ҙур һауытҡа ҡабаҡ иҙмәһен ҡалабыҙ, уға цитруслы һутты һәм ҡайнар шәкәр сиробын ҡоябыҙ. Барыһын да бергә бутап, утҡа ултыртабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, лимон кислотаһын өҫтәп ебәрәбеҙ һәм тағы ла биш минут ҡайнатабыҙ. Ҡайнар һутты эҫе килеш стерилләнгән банкаларға ҡойоп, стерилләнгән ҡапҡастар менән ҡаплайбыҙ. Һуңынан түңкәреп ҡуйып, һыуынғансы йылы сепрәк менән ҡаплап тотабыҙ.
Бик тәмле, ҡуйы, тәбиғи һут килеп сыға.
Фото: Клара Ниғмәтуллинаның шәхси альбомынан.