– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле үрсетмә сәсергә һуң түгелме?
Ильвира ЗАҺИҘУЛЛИНА.
Һорауға Мәләүез районының Ҡотош ауылынан Миңзәлә ШӘРИПОВА яуап бирә:– Йәй көнө ихатаһын, баҡсаһын ниндәй сәскәләр биҙәйәсәген хәл итмәгәндәр өсөн әле лә һуң түгел, кларкия, календула, бәрхәт үлән, маргаритка, цинния, бер йыллыҡ астра, георгин ултыртырға мөмкин. Ғәҙәттә, орлоҡ ниндәй, үҫенте шундай була. Шуға күрә түбәндәге талаптарҙы үтәгеҙ:
– орлоҡтоң сифатын белер өсөн уларҙы тоҙло һыуға һалығыҙ; буш булһа, өҫкә ҡалҡып сыға;
– һайлап алғандарын махсус препарат, микроэлементтар ҡатнашмаһы йәки марганцовка иретмәһе менән эшкәртегеҙ ҙә киптерергә һалығыҙ. Сәсер алдынан еүеш сепрәктә шыттырып алырға мөмкин.
– һыуыҡҡа иммунитет булдырыу өсөн, шытып сыҡмаҫ борон, орлоҡто ярты тәүлеккә һыуытҡысҡа һалығыҙ. Үҫентеләр ҡуйы булып сыҡһа, бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн һирәкләп, айырым һауыттарға күсерегеҙ. Күсереп ултыртҡанда тупраҡҡа серетмә өҫтәгеҙ. Уны бәләкәй һауыттарға, ҡаймаҡ, һуттан ҡалған ҡағыҙ ҡумталарға һалығыҙ һәм соҡор яһап һыу һибегеҙ. Ҡаҙып алған ваҡытта һаҡ булығыҙ, тамырын бер аҙ ҡырҡығыҙ һәм тупраҡҡа ултыртығыҙ.
Айырып ултыртҡанға тиклем йәш үҫентегә пульверизатор менән генә һыу һибегеҙ, юғиһә һыу орлоҡто тәрәнгә төшөрөүе ихтимал. Быяла йәки пленка аҫтында булһа, һыу һипмәҫкә лә була.
Айырып ултыртҡас, дымлылығын тикшереп тороғоҙ, сама менән генә һибегеҙ. Артыҡ һыу үҫентеләрҙә ауырыу барлыҡҡа килтерә. Күп сәскәләр өсөн бүлмә температураһы яҡшы, шуға күрә һалҡын елдән, һыуыҡтан һаҡлағыҙ. Үҫентеләр яҡтылыҡ ярата. Яҡтылыҡ етмәһә, ул буйға үҫә, һабағы насар була. Шуға күрә көн яҡтыһы төшмәһә, махсус лампа ҡуйығыҙ. Күләгә яратҡандары ла бар. Был осраҡта ҡояштан ышығыраҡ урынға ултыртығыҙ. Түтәлгә күсергәндә һабағына, тамырына зыян килтермәй генә алығыҙ.