Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Әтәсте нисек һайларға?
Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона үҙенсәлекле йәм биргән, көн дә борғоһон ҡысҡыртып йоҡонан уятҡан һәм яҡшы кәйеф өләшкән дә ошо йорт ҡошо.

Әгәр һеҙ тауыҡтарҙы бер генә миҙгел тотоп, маҡсатығыҙ тик йомортҡа алыу икән, әтәсһеҙ ҙә була. Тик йомортҡаны инкубаторға ҡуйыу өсөн ул мотлаҡ кәрәк. Әтәс булғанда тауыҡтар дәррәү, бер тәртиптә йөрөй. Йомортҡаны ла “батша”лары булған саҡта яҡшыраҡ һалалар. Мәҫәлән, эре ҡошсолоҡ фабрикаларында махсус рәүештә ваҡыты-ваҡыты менән әтәс тауышын ҡысҡыртып алалар. Әлбиттә, йомортҡаның тәме туранан-тура ата ҡошҡа бәйләнмәгән, ә аҙыҡтан тора. Бына нисек ашауҙары — әтәстән. Тағы шуныһын да әйтергә кәрәк: аталанмаған йомортҡа оҙа­ғыраҡ һаҡлана икән.


Әгәр һеҙҙең тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнеп, яҡшы себештәр алғығыҙ килһә, әтәсһеҙ булмай. Кү­берәк тауыҡ тоторға ниәтләһәгеҙ, улар хатта икәү-өсәү кәрәк. Тауыҡ­тар менән әтәс нисбәте тура кил­мә­һә, аталанмаған йомортҡа һалыу­ҙары мөмкин. Шуға бер “хужа”ға уртаса ете-һигеҙ тауыҡ тура ки­леүен оноторға ярамай. Әлбиттә, күп нәмә әтәстең “дәрте”нә бәйлән­гән. Был йәһәттән уның тоҡомона ла ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән, йо­мортҡа тоҡомло ҡоштар әүҙем була. Ә ит-йомортҡа тоҡомлолар аҡрын, бик үк хәрәкәтсән түгел. Әйтәйек, тәүгеләренең әтәсенә 12-15 тауыҡ кәрәк булһа, икенселәренекенә алты-һигеҙ етә.

Тоҡомға әтәс ҡалдырыр өсөн тәүҙә уның үҙен тотошон күҙәтергә кәрәк: тауыҡтар менән “ҡыҙыҡһы­намы”, күршеләрҙекенә ҡарамаймы, таламаймы... Йомортҡа тоҡомло әтәстәр дүрт-биш айҙа, йәғни тиҙ өлгөрә. Нәҡ ошо осорҙа уларҙың әүҙемлеген күҙәтергә мөмкин. Тоҡомға һайлағанда, шулай уҡ кәүҙә төҙөлөшөнә, уны тотошона, кикерек, хатта ҡойроҡ үҫешенә иғтибар итәләр. Тик һау әтәстән генә тауыҡ­тар сәләмәт себештәр сығарырлыҡ йомортҡа һала.

Ит-йомортҡа тоҡомло ҡоштар һуңыраҡ, биш-алты айҙа өлгөрә. Аҫрар өсөн һайлағанда ауырлы­ғына һәм ит-мускул төҙөлөшөнә иғ­тибар итеү мөһим. Бындай тауыҡ­тар ике йүнәлештә — ит һәм йо­морт­ҡа — берҙәй эшләй. Ундайҙар­ҙан беҙҙең яҡта род-айланд тоҡом­лоһо киң таралған. Улар ҡыҙыл төҫтә булып, ҡыҙғылт-һоро йоморт­ҡа һала. Бер әтәскә ете-һигеҙ тауыҡ булғанда, инкубатор өсөн сығышы 98 процент булыуы мөмкин.
Ит тоҡомло әтәстәр бик үк әүҙем түгел. Ундайҙарға кохинхин, брама һәм фавероль инә. Был төр әтәстәр биш-алты тауыҡты ҡарап йөрөтә ала. Ғөмүмән, тоҡомға ҡалдырғанда уның стандартына, йәғни тура килгән сифатына ҡарарға кәрәк.

Бындай әтәстәр һуңыраҡ өлгөрә. Әйтәйек, йомортҡа һалыусыларҙың әтәсен дүрт-биш айҙа һайлап алып ҡалып булһа, иттекеләрҙең ете-туғыҙ айҙа саҡ аталыҡ сифаттары асыла. Шуға тоҡомға тәүҙә бер нисә әтәс ҡалдыралар ҙа аҙаҡ һайлап алалар.

Һайлағанда әтәстәрҙең хәрәкәт­сән, әүҙем булыуы менән бер рәттән, ныҡлы ашауын, тауыҡтарға иғтибарын да иҫәпкә алырға кәрәк. Бигерәк тә ҡоштарҙың ҡауырһыны, йөнө ялтырап торорға, тигеҙ булыр­ға тейеш. Был уның һаулығы тура­һында һөйләй. Тағы мөһим талап — тауыҡтарҙың әтәс менән дуҫ булыуы шарт. Был нилектә сағыла­мы? Әтәс ҡайҙа, тауыҡтар шунда булһа, яҡшы, әлбиттә. Әтәс бер-ике тауыҡты ғына эйәртеп, баш­ҡа­лар­ға иғтибар итмәһә, ҡоҙғон кеүек башҡа ҙур ҡоштар, эт-маҙар кил­гәндә хәүеф барлығын белдермәһә, ундайҙы тотоуҙан файҙа юҡ.

Әгәр ҙә төрлө сәбәптәр арҡа­һында һеҙҙең 30-40 тауыҡ булып, бер генә әтәс ҡалһа, себеш сығарыу өсөн 9-12 тауыҡты һайлап алалар. Улар тән төҙөлөшө, ашау яғы, башҡа сифаттары менән яҡшы, башҡаларҙан өҫтөнлөклө булырға тейеш. Уларҙы айырып, әлеге әтәс менән ҡушып ҡуялар. Бының өсөн үҙҙәренә айырым бүлмә, йөрөр өсөн урын булырға тейеш. Биш-алты тәүлектән инде инкубация өсөн йомортҡа алына. Тик селекция эшен алып барып ҡына, тейешле тоҡом ҡоштарын булдырырға мөмкин.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә