Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона үҙенсәлекле йәм биргән, көн дә борғоһон ҡысҡыртып йоҡонан уятҡан һәм яҡшы кәйеф өләшкән дә ошо йорт ҡошо.
Әгәр һеҙ тауыҡтарҙы бер генә миҙгел тотоп, маҡсатығыҙ тик йомортҡа алыу икән, әтәсһеҙ ҙә була. Тик йомортҡаны инкубаторға ҡуйыу өсөн ул мотлаҡ кәрәк. Әтәс булғанда тауыҡтар дәррәү, бер тәртиптә йөрөй. Йомортҡаны ла “батша”лары булған саҡта яҡшыраҡ һалалар. Мәҫәлән, эре ҡошсолоҡ фабрикаларында махсус рәүештә ваҡыты-ваҡыты менән әтәс тауышын ҡысҡыртып алалар. Әлбиттә, йомортҡаның тәме туранан-тура ата ҡошҡа бәйләнмәгән, ә аҙыҡтан тора. Бына нисек ашауҙары — әтәстән. Тағы шуныһын да әйтергә кәрәк: аталанмаған йомортҡа оҙағыраҡ һаҡлана икән.Әгәр һеҙҙең тоҡомсолоҡ эше менән шөғөлләнеп, яҡшы себештәр алғығыҙ килһә, әтәсһеҙ булмай. Күберәк тауыҡ тоторға ниәтләһәгеҙ, улар хатта икәү-өсәү кәрәк. Тауыҡтар менән әтәс нисбәте тура килмәһә, аталанмаған йомортҡа һалыуҙары мөмкин. Шуға бер “хужа”ға уртаса ете-һигеҙ тауыҡ тура килеүен оноторға ярамай. Әлбиттә, күп нәмә әтәстең “дәрте”нә бәйләнгән. Был йәһәттән уның тоҡомона ла ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән, йомортҡа тоҡомло ҡоштар әүҙем була. Ә ит-йомортҡа тоҡомлолар аҡрын, бик үк хәрәкәтсән түгел. Әйтәйек, тәүгеләренең әтәсенә 12-15 тауыҡ кәрәк булһа, икенселәренекенә алты-һигеҙ етә.
Тоҡомға әтәс ҡалдырыр өсөн тәүҙә уның үҙен тотошон күҙәтергә кәрәк: тауыҡтар менән “ҡыҙыҡһынамы”, күршеләрҙекенә ҡарамаймы, таламаймы... Йомортҡа тоҡомло әтәстәр дүрт-биш айҙа, йәғни тиҙ өлгөрә. Нәҡ ошо осорҙа уларҙың әүҙемлеген күҙәтергә мөмкин. Тоҡомға һайлағанда, шулай уҡ кәүҙә төҙөлөшөнә, уны тотошона, кикерек, хатта ҡойроҡ үҫешенә иғтибар итәләр. Тик һау әтәстән генә тауыҡтар сәләмәт себештәр сығарырлыҡ йомортҡа һала.
Ит-йомортҡа тоҡомло ҡоштар һуңыраҡ, биш-алты айҙа өлгөрә. Аҫрар өсөн һайлағанда ауырлығына һәм ит-мускул төҙөлөшөнә иғтибар итеү мөһим. Бындай тауыҡтар ике йүнәлештә — ит һәм йомортҡа — берҙәй эшләй. Ундайҙарҙан беҙҙең яҡта род-айланд тоҡомлоһо киң таралған. Улар ҡыҙыл төҫтә булып, ҡыҙғылт-һоро йомортҡа һала. Бер әтәскә ете-һигеҙ тауыҡ булғанда, инкубатор өсөн сығышы 98 процент булыуы мөмкин.
Ит тоҡомло әтәстәр бик үк әүҙем түгел. Ундайҙарға кохинхин, брама һәм фавероль инә. Был төр әтәстәр биш-алты тауыҡты ҡарап йөрөтә ала. Ғөмүмән, тоҡомға ҡалдырғанда уның стандартына, йәғни тура килгән сифатына ҡарарға кәрәк.
Бындай әтәстәр һуңыраҡ өлгөрә. Әйтәйек, йомортҡа һалыусыларҙың әтәсен дүрт-биш айҙа һайлап алып ҡалып булһа, иттекеләрҙең ете-туғыҙ айҙа саҡ аталыҡ сифаттары асыла. Шуға тоҡомға тәүҙә бер нисә әтәс ҡалдыралар ҙа аҙаҡ һайлап алалар.
Һайлағанда әтәстәрҙең хәрәкәтсән, әүҙем булыуы менән бер рәттән, ныҡлы ашауын, тауыҡтарға иғтибарын да иҫәпкә алырға кәрәк. Бигерәк тә ҡоштарҙың ҡауырһыны, йөнө ялтырап торорға, тигеҙ булырға тейеш. Был уның һаулығы тураһында һөйләй. Тағы мөһим талап — тауыҡтарҙың әтәс менән дуҫ булыуы шарт. Был нилектә сағыламы? Әтәс ҡайҙа, тауыҡтар шунда булһа, яҡшы, әлбиттә. Әтәс бер-ике тауыҡты ғына эйәртеп, башҡаларға иғтибар итмәһә, ҡоҙғон кеүек башҡа ҙур ҡоштар, эт-маҙар килгәндә хәүеф барлығын белдермәһә, ундайҙы тотоуҙан файҙа юҡ.
Әгәр ҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында һеҙҙең 30-40 тауыҡ булып, бер генә әтәс ҡалһа, себеш сығарыу өсөн 9-12 тауыҡты һайлап алалар. Улар тән төҙөлөшө, ашау яғы, башҡа сифаттары менән яҡшы, башҡаларҙан өҫтөнлөклө булырға тейеш. Уларҙы айырып, әлеге әтәс менән ҡушып ҡуялар. Бының өсөн үҙҙәренә айырым бүлмә, йөрөр өсөн урын булырға тейеш. Биш-алты тәүлектән инде инкубация өсөн йомортҡа алына. Тик селекция эшен алып барып ҡына, тейешле тоҡом ҡоштарын булдырырға мөмкин.