Апрель — яҙҙың башланыуы ғына түгел, ә баҡса миҙгеле асылыуы ла. Тәү сиратта көҙҙән ҡалған сүп-сар таҙартыла: яндырылаһы яндырыла, түгеләһе түгелә. Һынған ботаҡтарҙың үҫеп китере тарттырып бәйләнелә, ҡороясағы киҫелә. Әгәр көҙҙән ерҙе йомшартып, ҡаҙып сығырға өлгөрөлмәһә, был эштәр ҙә мотлаҡ башҡарыла. Былтыр сәсеп ҡалдырылған һарымһаҡ, кишер кеүек йәшелсә, тамыраҙыҡ рәттәре ипкә килтерелә, йомшартыла. Иң мөһиме — быйылғы уңышты ҡайғыртыу: кәрәк урында минераль, органик ашламалар индереү...
Былар — дөйөм эштәр. Хәҙер һәр береһенә айырым туҡталып, һорау менән яуапты ҡара-ҡаршы ҡуйып яҙайыҡ.
Бөрөләр бүрткәнсе ҡороған, һынған, зарарланған ботаҡтарҙы, сыбыҡсаларҙы киҫәләр. Улар ҡыуаҡтың һау еренә саҡлы йәки тупраҡҡа тиклем үк төбөнән ҡырҡыла. Әгәр ҡара ҡарағаттың бөрөләре саманан тыш ҡабарһа, талпан менән зарарланған тигән һүҙ. Бындайҙар ерҙән үк киҫелә, төпсәһе ҡалдырылмай. Крыжовник менән ҡара ҡарағаттың бик нәҙек кенә сыбыҡсаларын, ергә ятҡандарын, биш йылдан ҡартыраҡ ботаҡтарын да юҡ итәләр.
Ни өсөн шулай эшләнәме? Зарарланған ботаҡтар ҡыуаҡтарға төрлө ауырыуҙар тарата. Шул уҡ һүҙҙәрҙе сыбыҡсаларҙы киҫкәндән һуң ҡалған төпһәләр тураһында ла әйтеп була. Белеп кенә нәҙек, ҡартайған сыбыҡсаларҙан арыныу ҡыуаҡ араһына яҡтылыҡ, һауа үтеп инеүгә булышлыҡ итә. Уның көсөн, уңышын арттыра, төрлө ауырыуҙарҙан арындыра.
Ағастарҙағы яраларҙы дауалағанда, үткер бысаҡ һәм баҡса елеме кәрәк. Иң тәү бысаҡ менән яраһының ҡарайған өлөшөн ҡыралар. Таҙартҡас, елем менән һылайҙар. Өҫтөнән ҡара полиэтилен урап ҡуялар. Яра асыҡ ҡалһа, төрлө инфекция өсөн "ҡапҡа" хеҙмәтен үтәйәсәк.
Тупраҡ ҡатламын йомшартып сығыу мөһим эштәрҙән һанала. Уның алдынан 1 квадрат метрға 5–6 килограмм иҫәбенән тиреҫ йәки компост индерергә кәрәк. Йомшартылған тупраҡ тын ала һәм ямғыр һыуын һеңдерә. Тағы бер мөһим яғы — күп йыллыҡ сүп үләндәренең үҫешен туҡтата.
Бик күп зарарлы бөжәктәр ағас, ҡыуаҡ төбөндәге ерҙә ҡыш сыға. Яҙын уянғас, яйлап ҡына олон буйлап үрмәләй. Шуға ла 3 процентлы бур шыйыҡсаһы менән эшкәртеү мөһим. Ләкин был эш бөрөләр бүрткәнсе башҡарылырға тейеш. Һис булмаһа, олондо елемле билбау менән ураталар. Елем баҡсасылыҡ магазиндарында һатыла.
Яҙын бигерәк тә ер еләге плантациялары иғтибар талап итә. Иң тәү иҫке япраҡтарҙы тырмап алырға кәрәк. Төптәрен йомшарталар. Кипкән, үлгән төптәр урынына яңыларын ултырталар.
Төп эштәрҙең береһе — ағас ултыртыу. Йәш үҫентеләрҙе һайлағанда дәүләт питомниктарында үҫтерелгәненә өҫтөнлөк бирегеҙ. Ни генә тимә, унда барлыҡ технологиялар ҙа ҡулланыла, юғары белемле, тәжрибәле белгестәр эшләй. Ҡыҫҡаһы, үҫентеләрҙе ҡайҙан алһағыҙ ҙа, төрлө сортлыһын ултыртырға тырышығыҙ, сөнки уларҙың береһе ҡоро йылды уңыш бирә, икенсеһе йыл аралаш, өсөнсөһө, дүртенсеһе...
Баҡса эше, бик мәшәҡәтле күренһә лә, күңелгә ял да бирә торған шөғөл.