Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос
Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе япрағын кимереп туйына. Ҡоротҡостарҙың туҡланыуына ҡарап, һәр төркөмдөң үҙенә генә ҡурҡыныс булған ағыулы химикаттар бар. Химикат ҡулланғанда ошо үҙенсәлектәрҙе баҡсасы мотлаҡ иҫендә тоторға тейеш.

10 процентлы карбофос – һут һурыусы беттәр, талпандар өсөн ҡурҡыныс препарат. Ошо ҡоротҡостар үҫентеләрҙе йонсота башлаһа, 60 грамм 10 процентлы карбофосты йылы һыуҙа иретеп һибәләр. Уңышты йыйып алыуға 30 көн ҡалғас, был химикатты үҫентеләргә һиптереү тыйыла.
Анаместрин һут һурыусы һәм япраҡ кимереүсе ҡо­рот­ҡостарға ҡаршы файҙаланыла. Уның менән колорадо ҡуңыҙы ҡарышлауыҡтарын да бөтөрөп була. 10 грамм препарат 10 литр һыуҙа иретеп һиптерелә. Уңыш йыйып алыуға 20 көн ҡала уны ҡулланыу тыйыла.

Бензофосфат һут һурыусы һәм япраҡ кимереүсе ҡорот­ҡостарға ҡаршы файҙаланыла. 60 грамм 10 процентлы бензофосфат 10 литр һыуҙа иретеп һибелә. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ла эффектлы препарат, уңышты йыйып алырға 30-40 көн ҡалғас, файҙаланыу тыйыла.

Перметрин препараты менән үҫемлектәрҙе йәй буйына ике тапҡыр эшкәртергә мөмкин. 12 грамм 10 процентлы перметрин 10 литр һыуҙа иретелә. Уңышты йыйып алыр алдынан 20 көн ҡалғас, уны ҡулланыу тыйыла.

Фоксим һәм инсектофоксим – һут һурыусы һәм япраҡ кимереүсе ҡоротҡостарға, колорадо ҡуңыҙы ҡарышлауыҡта­рына ҡаршы һөҙөмтәле препарат. Өс тапҡыр эшкәртергә мөмкин. 100-150 грамм 5 процентлы препарат 10 литр һыуҙа иретелә. Уңышты йыйып алырға 20-30 көн ҡалғас, уны фай­ҙаланыу тыйыла.

Диазинон йәки базудин кәбеҫтә себене йомортҡа һал­ғанда файҙаланыла. 20 грамм 5 процентлы препарат 10 литр һыуҙа иретелә. Уңышты йыйып алырға 30 көн ҡалғас, ҡулланыу туҡтатыла.

Килзар йәки перметрин менән теплицаларҙы, парник­тарҙы эшкәртәләр. 50 грамм 5 процентлы препарат 10 литр һыуҙа иретелә.
5 процентлы метальдегид лайлалы ҡусҡарға ҡаршы 1 квад­рат метр ергә 4-5 грамм һибелә.

Һуңғы ваҡытта йәшелсә ҡорот­ҡостарына ҡаршы биопрепараттар киң файҙаланыла.

Битоксибациллин тепли­цаларҙа, парниктарҙа үрмәксе ауы талпандарына ҡаршы 10 литр һыуҙа 80 грамм иретеп файҙаланыла, уңыш йыйып алыуға 5 көн ҡалғас тыйыла.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә