Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе япрағын кимереп туйына. Ҡоротҡостарҙың туҡланыуына ҡарап, һәр төркөмдөң үҙенә генә ҡурҡыныс булған ағыулы химикаттар бар. Химикат ҡулланғанда ошо үҙенсәлектәрҙе баҡсасы мотлаҡ иҫендә тоторға тейеш.10 процентлы карбофос – һут һурыусы беттәр, талпандар өсөн ҡурҡыныс препарат. Ошо ҡоротҡостар үҫентеләрҙе йонсота башлаһа, 60 грамм 10 процентлы карбофосты йылы һыуҙа иретеп һибәләр. Уңышты йыйып алыуға 30 көн ҡалғас, был химикатты үҫентеләргә һиптереү тыйыла.
Анаместрин һут һурыусы һәм япраҡ кимереүсе ҡоротҡостарға ҡаршы файҙаланыла. Уның менән колорадо ҡуңыҙы ҡарышлауыҡтарын да бөтөрөп була. 10 грамм препарат 10 литр һыуҙа иретеп һиптерелә. Уңыш йыйып алыуға 20 көн ҡала уны ҡулланыу тыйыла.
Бензофосфат һут һурыусы һәм япраҡ кимереүсе ҡоротҡостарға ҡаршы файҙаланыла. 60 грамм 10 процентлы бензофосфат 10 литр һыуҙа иретеп һибелә. Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ла эффектлы препарат, уңышты йыйып алырға 30-40 көн ҡалғас, файҙаланыу тыйыла.
Перметрин препараты менән үҫемлектәрҙе йәй буйына ике тапҡыр эшкәртергә мөмкин. 12 грамм 10 процентлы перметрин 10 литр һыуҙа иретелә. Уңышты йыйып алыр алдынан 20 көн ҡалғас, уны ҡулланыу тыйыла.
Фоксим һәм инсектофоксим – һут һурыусы һәм япраҡ кимереүсе ҡоротҡостарға, колорадо ҡуңыҙы ҡарышлауыҡтарына ҡаршы һөҙөмтәле препарат. Өс тапҡыр эшкәртергә мөмкин. 100-150 грамм 5 процентлы препарат 10 литр һыуҙа иретелә. Уңышты йыйып алырға 20-30 көн ҡалғас, уны файҙаланыу тыйыла.
Диазинон йәки базудин кәбеҫтә себене йомортҡа һалғанда файҙаланыла. 20 грамм 5 процентлы препарат 10 литр һыуҙа иретелә. Уңышты йыйып алырға 30 көн ҡалғас, ҡулланыу туҡтатыла.
Килзар йәки перметрин менән теплицаларҙы, парниктарҙы эшкәртәләр. 50 грамм 5 процентлы препарат 10 литр һыуҙа иретелә.
5 процентлы метальдегид лайлалы ҡусҡарға ҡаршы 1 квадрат метр ергә 4-5 грамм һибелә.
Һуңғы ваҡытта йәшелсә ҡоротҡостарына ҡаршы биопрепараттар киң файҙаланыла.
Битоксибациллин теплицаларҙа, парниктарҙа үрмәксе ауы талпандарына ҡаршы 10 литр һыуҙа 80 грамм иретеп файҙаланыла, уңыш йыйып алыуға 5 көн ҡалғас тыйыла.