Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Умартасылыҡ серҙәре. 15-се дәрес
Ҡорт саҡҡанда беренсе ярҙам

Пинцет менән йәки һығып, саҡҡан урынды баш бармаҡ йә иһә һуҡ бармаҡ менән һыпырып, ҡаяуҙы алып ташлайҙар (былай эшләгәндә ағыулы резервуарҙы һытырға ярамай, сөнки күп осраҡта ағыу тире аҫтына эләгә). Шешеүҙе кәметеү өсөн ағыуҙы яранан һығып сығаралар. Сағылған урынды бысраҡ ҡул менән һыпырырға ярамай, сөнки организмға инфекция индереүең мөмкин. Яраға нашатыр спирты йәки календуланың (пәйғәмбәр тырнағы) спиртлы төнәтмәһен һөртәләр. Ҡаяуҙы алғас, яраға 10 процентлы календула иретмәһе, спирт-ректификат һәм вазелиндан торған май ябалар. Сағылған урындан өҫтәрәк 30–40 минутҡа жгут быуалар һәм һыуыҡ һалалар.
Ныҡ ағыуланғанда күп итеп һыу эсерергә һәм медикаменттар (димедрол, супрастин, тавегил — шуларҙың береһен), йөрәк дарыуҙары (валокардин, кордиамин, Зеленин тамсылары) ҡабул итергә. Ауыр хәлдә тәнгә адреналин, преднизолон (60 мг, бик ауыр хәлдә — 100 мг) уколы ҡаҙарға кәрәк.
Әгәр ҙә ҡулда дарыу булмаһа, сағылған урындың ауыртыуын кәметеү өсөн халыҡ саралары бар. Яраға бал, бәпембә, һарымһаҡ йәки һуған һуты, шыйыҡ валидол, спирт, сей картуф, яңы ғына өҙөлгән юл япрағын ябалар, аҙ ғына баллы араҡы (5 г бал һәм 5 г араҡы) эсергә мөмкин. Ныҡ ағыуланған хәлдә яфаланыусыны яҡындағы медпунктҡа йәки дауаханаға оҙаталар.
Һеҙ быны беләһегеҙме?..

бал ҡорто бер тапҡыр саҡҡанда 0,2 мг ағыу бүлеп сығара;

кеше өсөн бал ҡорто ағыуының үлтерерлек дозаһы 1 кг ауырлыҡҡа 1,4 мг йәки уртаса 0,1–0,2 г ағыу тәшкил итә, ул 500–1000 ҡорт саҡҡанға тиң;

хатта һау-сәләмәт кеше лә аллергик реакция арҡаһында бер тапҡыр ҡорт сағыуҙан үлергә мөмкин;

сысҡандар — 2–3, себештәр — 3–5, тауыҡтар — 8–10, йорт ҡуяндары 10–20 ҡорт сағыуҙан үлә, ә аттар өсөн үлтерерлек доза — 1000-дән ашыу ҡорт сағыу;

йылан, терпе, баҡа, ташбаҡа, селән, айыуҙар һәм башҡа ҡайһы бер хайуандар бал ҡорто ағыуына бирешмәй;

миллиондарса йыл элек бик күп бөжәк һәм хайуан үлеп бөткән, юҡҡа сыҡҡан. Бал ҡорттары иһә йәшәп ҡалған һәм бер нисек тә үҙгәрмәгән тиерлек. Ҡорттар үҙҙәренең сағыу һәләте булыуы арҡаһында тере ҡалған, ә ағыуҙы улар үҙ ояларын һаҡлау өсөн файҙалана;

инә ҡорт бер ҡасан да кешене саҡмай, ләкин үҙенең тиңдәше — башҡа инә ҡорт — менән осрашҡанда, ул ярһып, үҙенең ҡаяуын эшкә ҡуша;

әгәр ҙә умартасы ҡулдарын ентекләп мелисса үләне йәки лимон бөтнөгө япрағы менән ыуһа, ҡорт саҡмай, сөнки был үҫемлектәрҙең еҫен бик ныҡ ярата. Күс ябыр алдынан умартаның эсен шул үлән менән һөртөү һәйбәт ярҙам итер;

умарталыҡтан алыҫ булмаған электр линиялары һәм юғары вольтлы сымдар бал ҡорттарының йәшәү ваҡытына, инә ҡорттарҙың һаҡланыуына һәм, ахыр сиктә, ҡорт күстәренең аҙыҡ биреүенә кире йоғонто яһай. Электр яланы тәьҫирендә ҡорттар шаҡтай асыулы булып китә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә