Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Ҡасандыр телевидение аша бер фермер ҡатын тураһында тапшырыу ҡарағайным. Ул йәшелсәләрҙе, емештәрҙе төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн ябай теш пастаһы ҡуллана икән. Иң яҡшыһы - үҙебеҙҙә етештерелгән "Бөтнөклө" ("Мятная") пастаһы, тине ул. Ошо кәңәште тотоп...

Баҡсасыларҙың чатында Татьяна исемле ханым бик үҙенсәлекле кәңәш-тәҡдиме менән уртаҡлашты.
"Ҡасандыр телевидение аша бер фермер ҡатын тураһында тапшырыу ҡарағайным. Ул йәшелсәләрҙе, емештәрҙе төрлө ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн ябай теш пастаһы ҡуллана икән. Иң яҡшыһы - үҙебеҙҙә етештерелгән "Бөтнөклө" ("Мятная") пастаһы, тине ул. Уның хаҡы ҡиммәт түгел. Ошо кәңәште тотоп, мин дә оҙаҡ йылдар дауамында баҡсала әлеге ҡатнашманы уңышлы файҙаланам. Ул айырыуса кәбеҫтәне, картуфты, еләкте, ҡурай еләген яҡшы һаҡлай", - тип яҙҙы Татьяна.
Шулай уҡ ул, әгәр бөтнөклө теш пастаһы булмаһа, башҡа төрҙәре лә бара, ти. Мәҫәлән, ул үҙе ябай, осһоҙ ғына "Семейная" пастаһын ҡулланып ҡарағаны ла бар икән.
Шулай итеп, пасталы ҡатнашма әҙерләү өсөн беҙгә бер һауыт теш пастаһы һәм бер литр йылы һыу кәрәк. Һәйбәт итеп болғатып, паста таралып бөтһә, ҡатнашмаға тағы дүрт литр һыу өҫтәгеҙ. Ошо ҡатнашманы кәбеҫтә, еләк, картуф, ҡурай еләгенә һиптерегеҙ. Япраҡтары ағарып торасаҡ, әммә был кибеттәге ағыуҙарға ҡарағанда күпкә зыянһыҙ!
Әлбиттә, бер әтнәкәһе бар: ямғыр яуып үтһә, ҡатнашманың һөҙөмтәһе булмай, шуға күрә даими рәүештә ҡабатлап һиптереп торорға кәрәк. Уның ҡарауы зыянһыҙ, экологик йәһәттән таҙа йәшелсә-емеш үҫтереп аласаҡһығыҙ.
Фото: Татьяна ханымдыҡы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......