Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы

Был йәшел тәмләткес колит, ашҡаҙан-эсәк юлы ауы­рыу­ҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла, түлһеҙлектән дә ярҙам итә. Тағы ла...

Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы

Көндәр йылыныу менән түтәлдәрҙә иң беренсе булып йәшел һуған менән ҡуҙғалаҡ морон төртә. Хәҙер күптәр яҙҙың тәүге шифалы үләндәрен баҡсала үҫтереүҙе хуп күрә.

Ҡуҙғалаҡ бер урында биш йыл үҫә ала. Уны тәрбиәләү, үҫтереү ауыр түгел. Иң мөһиме – дөрөҫ урынға ултыртыу.

Ҡуҙғалаҡ тура төшкән ҡояш нурҙарын һәм 27 градустан артҡан эҫелекте яратмай, шуға күрә уны ҡояш иртәле-кисле төшкән, күләгәле урынға сәсергә кәрәк. Түтәлдә һыу йыйылмаҫҡа тейеш, сөнки бындай урында ҡуҙғалаҡтың тамырҙары серей башлай. Үҙенән алда петрушка, укроп, һуған, ҡабаҡ үҫкән ерҙә ул “ҡотороп” уңа.

Ҡуҙғалаҡты өс мәртәбә ашларға кәрәк, тик көл ҡулланыу тәҡдим ителмәй. Уны яҙ йәки көҙҙөң һуңғы айҙарында күсереп ултырталар. Бынан бер аҙна алда япраҡтарын ҡырҡып алалар. Күсереү өсөн ике-өс йыллыҡ үҫемлекте һайлағыҙ ҙа тамырҙарын 10 сантиметрға тиклем ҡырҡығыҙ. Яҙғыһын шул рәүешле күсерелгән тәмләткесегеҙ бер айҙан уңыш бирә лә башлар.

Ҡуҙғалаҡ япраҡтарын 15-20 көн һайын ҡырҡып алырға кәрәк. Иртәле-кисле йыйылған япраҡтар тәмлерәк була. Ҡуҙғалаҡ сәскә атҡандан һуң, уның тәме насарая. Сәскә биреп ултырған һабаҡтарҙы ҡырҡып ташлағыҙ. Төбөн ике-өс сантиметр ҡалынлығында һалам йәки бысҡы онтағы менән күмеп сығыу уларҙы иртә сәскә атыуҙан һаҡлар.

Әгәр ҙә баҡсағыҙҙа ҡуҙғалаҡ сыҡһа, уны тиҙ арала йыйып алығыҙ. Унан бик тәмле бәлеш йә иһә бөйөрөктәр бе­шерергә мөмкин. Уңған хужабикәләр уны ҡырҡып, туңдырып та һаҡлай.

Ҡуҙғалаҡ флавоноид, липид, аҡһым, минераль тоҙҙар, органик кислоталар (алма, ҡуҙғалаҡ, лимон кислоталары), каротин, В1, В2, С, К, РР витаминдарына бай. Ул аш һеңдереү процесын, эсәк, үт ҡыуығы, бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Шулай уҡ был үлән колит ауырыуы төрҙәрен, ашҡаҙан-эсәк юлы ауы­рыу­ҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла, түлһеҙлектән дә ярҙам итә.

Ә бына ҡуҙғалаҡты ауырлы саҡта, бөйөр шеше ауырыуы, юғары кислоталы гастрит, ашҡаҙан һәм бөйән эсәге яман шеше сирҙәре осрағында ҡулланырға ярамай. Ул кальций матдәһен үҙләштереүҙе ауырлаштыра.

Ғөмүмән, һәр үләнде ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Шифалы үләндең дә зыянлы булыуы ихтимал.

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!



Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7