Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Гортензияны бик иртә асмағыҙ

Улар йәй буйы сәскә атып ултырһын өсөн эште яҙҙан уҡ башлағыҙ

Гортензияны бик иртә асмағыҙ

Гортензияның төрҙәре күп, ләкин эре япраҡлы сорты айырыуса матур була. Түңәрәк эре алһыу, ҡыҙыл, зәңгәр төҫтәгеләре япраҡтарын ҡаплап ултыра. Был күп йыллыҡ ҡыуаҡ йәй буйына шау сәскәлә ултырһын өсөн уны дөрөҫ итеп туҡландырырға кәрәк. Әлбиттә, эш яҙҙан уҡ башлана.

Апрел айында гортензия эргәһенә 25-30 грамм азофоска гранулы һибеп сығығыҙ. Ҡар өҫтөнә һипһәгеҙ ҙә була.

Шуны иҫтә тотоғоҙ: ҡышҡылыҡҡа ҡапланған гортензияны яҙын бик иртә асырға ярамай. Һауа температураһы төндә 5 градустан күтәрелгәс кенә, ә көндөҙ 10 градус йылы булғанда был эште аҡрынлап башҡаралар.

Тәжрибәле баҡсасылар ҡыуаҡты бер нисә көн алдан ситтәрен генә асып, елләтергә кәңәш итә. Гортензияны асҡас та, ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн фундазол менән эшкәртеү яҡшы буласаҡ.

Япраҡтар сыҡҡас, әммә сәскәгә бөрөләнгәнсе йәнә бер тапҡыр туҡландырығыҙ. Биш литр һыуға 1 миллиграмм эпин һәм 10 грамм мочевина ҡушып бутағыҙ һәм шуны иртәнсәк йәки кис ҡыуаҡҡа һиптерегеҙ.

Сәскәгә йомарланған ваҡытта өсөнсө тапҡыр туҡландырырға кәрәк. Биш литр һыуға өс грамм көкөртлө калий  (сернокислый калий), 5 грамм магний сульфаты, 8 грамм көкөртлө аммоний (сернокислый аммоний) ҡушып бутағыҙ һәм гортензияға һиптерегеҙ. Бер нисә аҙнанан һуң ҡыуаҡҡа алһыу төҫтәге шыйыҡ марганцовка иҙелмәһе һибегеҙ.

Сәскә атҡанда 10 литр һыуға 30 грамм суперфосфат, 20 грамм аммиак селитраһы һәм 30 грамм көкөртлө калий ҡушып бутаған шыйыҡсаны һибегеҙ. Август уртаһынан бындай ашлама индерергә ярамай.

Һуңғы туҡланландырыуҙы вегетация тамамланғандан һуң үткәрергә кәрәк. 10 литр һыуға 20 грамм көкөртлө калий һәм суперфосфат йәки 25-30 грамм фосфат монокалий ҡушабыҙ һәм ҡыуаҡҡа һибәбеҙ, аҙаҡ төбөнә тупраҡ өйәбеҙ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: гортензияларығыҙ йәй буйына күҙҙең яуын алып ултырһын тиһәгеҙ, сәскәләргә тәрбиә һәм наҙ ҙа кәрәк икәнлеген онотмағыҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan  ҡушылығыҙ!



Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7