Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Үрсетмәләр һуҙылып үҫеп китмәһен өсөн туҡландырырға кәрәк
Үрсетмәләр һуҙылып үҫеп китмәһен өсөн туҡландырырға кәрәк

Үрсетмәләр һуҙылып үҫеп китмәһен өсөн туҡландырырға кәрәк

Бик йәш үрсетмәләрҙе ашларға кәңәш ителмәй. Әммә бишенсе япрағы сыҡҡас, буйға һуҙылып үҫеп китмәһен, ныҡ, көслө булһын өсөн туҡландырырға мөмкин.

Көл төнәтмәһе – калий һәм фосфор сығанағы.
Бер стакан ағас көлөнә ике литр ҡайнар һыу ҡойоп, бер тәүлек төнәтергә. Шуны 10 литр булгансы һыу менән ҡушып болғатырға һәм һәр үҫенте төбөнә 100 миллилитр һибергә.
Файҙаһы: һабаҡтарҙы нығыта, тамыр системаһын яҡшырта, ауырыуҙарҙан һаҡлай.


Сүпрәле туҡландырыу – буйға һуҙылмайынса әүҙем үҫеш бирә. 10 литр йылы һыуға 10 грамм ҡоро сүпрә, әсетке + бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо һалып, ике-өс сәғәт төнәтергә һәм һәр үҫенте төбөнә 50-100 грамм һибергә.
Файҙаһы: тамыр үҫешен дәртләндерә, үҫемлекте нығыта.


Йодлы ҡатнашма – фитофторозды киҫәтә. Өс литр һыуға өс тамсы йод ҡушып болғатырға. Үҫемлектәрҙе ике аҙнаға бер тапҡыр пульверизатор ярҙамында ҡойондорорға.
Файҙаһы: бәшмәк ауырыуҙарынан һаҡлай, үҫешен тиҙләтә.


Һуған ҡабығы төнәтмәһе – ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Бер стакан һуған ҡабығына ике литр ҡайнар һыу ҡойорға һәм бер тәүлек төнәтергә. Үҫентеләрҙе 10 көнгә бер ҡойондорорға.
Файҙаһы: ҡоротҡостар барлыкка килеүҙе иҫкәртә, үҫемлектәрҙең иммунитетын нығыта.


Нашатырь спирты – үҫтереү өсөн азот. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы ҡушып болғатырға һәм һәр үҫентенең тамыр төбөнә 50-100 миллилитр һибергә.
Файҙаһы: артыҡ оҙон булып буйға үҫеүгә юл ҡуймайынса үҫешен әүҙемләштерә, азотҡа туҡландыра.


Лилиә Нуретдинова фотоһы.


Сығанаҡ: https://yashel-uzan.ru/news/kirklekishlr/ire-barnyn-ime-bar-usentelar-nyklygy-ocen-faidaly-kinaslar class="social_images">



Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә