Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Февралдә баҡсала ниндәй эштәр көтә?
Февралдә баҡсала ниндәй эштәр көтә?

Февралдә баҡсала ниндәй эштәр көтә?

Петунияға ла сират етте.

Уңған баҡсасылар өсөн йылдың бер айында ла ял юҡ. Улар яңы эш миҙгеленә әҙерлекте башланы ла. Февралдә, ғөмүмән, ниндәй эштәр башҡарыла? Уларҙың бер нисәһе хаҡында яҙып үтәбеҙ.


Ағастарҙың олонон аҡлау


Күптәр яҙғыһын ағастарҙың олонон ағартырға күнеккән. Әммә был эште ҡыш башҡарыу һөҙөмтәлерәк, ти баҡсасылар.


Ағартыуҙың төп маҡсаты – ағасты һалҡын миҙгелдә һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүенән һаҡлау. Ул япраҡһыҙ булғас, ҡояш нурҙарының көслө йоғонтоһона дусар була, көн дауамында сатыры йылына. Ә кис, һауа температураһы түбәнәйгәс, ҡыҫыла һәм ярыла. Олон йәрәхәтләнгәс, унан төрлө инфекциялар үтеп инә.


Аҡлаһаң, аҡ төҫ ҡояш нурҙарын сағылдыра – ҡабыҡ йылынмай, ярылмай. Һыланған шыйыҡсаның составында махсус матдәләр бар, улар инфекция индермәй, кимереүселәрҙән һаҡлай.


Ер еләге иртәрәк һөйөндөрөр


Февралдә баҡса өсөн ер еләге үрсетмәләрен ултырта башларға була. Әгәр мыйыҡһыҙын һайларға йәки оҡшаған һәр сортты орлоҡ менән үҫтерергә теләһәгеҙ, айҙың икенсе яртыһы – бының өсөн иң яҡшы ваҡыт. Эште тупраҡты зарарһыҙландырыуҙан башлағыҙ. Марганцовка эретмәһе менән дезинфекцияланған ерҙең өҫтөнә ер еләге орлоҡтарын һалығыҙ һәм дымлы салфетка менән ҡаплағыҙ. Улар өсөн иң яҡшы шарт – юғары температура һәм дымлылыҡ, шуға ла орлоҡ сәселгән һауытты полиэтилен пленка эсенә ҡуйыу яҡшы һөҙөмтә бирер. Салфетканы даими һыулатып торорға кәрәк. Тәүге үҫентеләр сыҡҡас, ҡаплаған пленканы алығыҙ.


Йәшел тәмләткестәр үҫтереп алығыҙ


Баҡса йәшеллегенә тиклем әлегә йыраҡ, ә организм тап ошо осорҙа витаминдарға мохтажлығын белдерә башлаусан. Шуға ла кәрәклеләрен үҙегеҙ өйҙә үҫтерә алаһығыҙ. Билдәле булыуынса, күптәр һуған сәсә. Башҡа культураларҙан – сельдерейҙан, тамырлы петрушканан, аш сөгөлдөрөнән, спаржанан һәм башҡаларҙан да файҙалы йәшел тәмләткес үҫтереп алырға мөмкин. Бының өсөн тығыҙ, боҙолмаған, кипмәгән һуғанбаштар (тамыраҙыҡтар) кәрәк, сөнки үҫентенең сифаты йәшелсәнең эсендә һаҡланған туҡлыҡлы матдәләргә бәйле. Һыуға йәки тупраҡҡа ултыртығыҙ, иң мөһиме – яҡты, йылы, дымлы булһын. Был эште хәҙер башҡарып, тейешле шарттар булдырһағыҙ, 8 мартҡа өҫтәлегеҙгә яңы сыҡҡан йәшел тәмләткестәр ҡуя алырһығыҙ.


Орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләү


Быйылғы уңышты хәстәрләр мәл етте. Ә уның нигеҙе – орлоҡ. Үҫентеләр бер үк ваҡытта сыҡһын, сирле булмаһын, ҡоротҡостарҙың һөжүменә дусар ителмәһен өсөн февралдә орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләй башларға кәрәк. Был эштең барышы культураның ниндәйлегенә бәйле. Орлоҡтарҙың берәүҙәренә йылылыҡ мөһим. Икенселәренә, киреһенсә, туңдырыу (стратификациялау). Өсөнсөләре эсенә һауа индереп эшкәртеүгә мохтаж. Бынан тыш, барлыҡ орлоҡтар, айырыуса үҙ ҡулдарың менән үҫтерелгәндәре калибровка үтергә, сығышы тикшерелергә, зарарһыҙландырылырға тейеш.


Борос, баклажан сәсеү мәле етте


Ҡайһы бер йәшелсәләрҙең үҫентеләре сығыуҙан алып уңыш алыуға тиклем бер нисә ай үтә. Мәҫәлән, баклажандың тәүге емешен кәмендә 120 көндән генә ашарға мөмкин, ә боростоң вегетация осоро бер аҙ ҡыҫҡараҡ. Уларҙың икеһен дә гел үрсетмә ысулы менән үҫтерәләр. Февраль башы – баклажан орлоҡтарын сәсеү өсөн иң отошло ваҡыт. Артабан бер аҙнанан борос менән шөғөлләнә башларға мөмкин.


Ҡайһы берҙәр йәшелсә-емеш түгел, ә сәскә үҫтереүгә әүәҫ. Улар өсөн ихатаның, баҡсаның матурлығы мөһим. Сәскә миҙгеленә лә әҙерләнә башларға ваҡыт етте.


“Ялтыр”ға ҡыҙыҡма


Магазинда, баҙарҙа сағыу пакеттағы орлоҡтарҙың барыһын да һәм күп итеп алғы килә. Әммә ашығырға ярамай. Юғиһә уйламайынса түккән сығым өсөн аҙаҡ үҙегеҙҙе ғәйепләп ыҙаларһығыҙ. Сауҙа урынына барыр алдынан исемлек төҙөгөҙ, былтырҙан ҡалған орлоҡ пакеттарын иғтибар менән тикшерегеҙ, бәлки ҡайһы берҙәренең ҡулланылыу, һаҡланыу ваҡыты үтмәгәндер. Уҙған йыл бәғзе культуралар ышанысығыҙҙы аҡламағандыр – бындай осраҡты ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағыҙ.


Интернетта баҡсасыларҙың форумдары, социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәре, мессенджерҙарҙа чаттары бар. Уларҙа яҡшы кәңәштәр ишетерһегеҙ, шулай уҡ бер-берең менән орлоҡтарҙы алмашыу мөмкинлеге лә сығыр. Сауҙа урындарында булмаған баҡса кәрәк-ярағы ла йыш ҡына ошондай интернет майҙансыҡтарында табыла.


Сират – петунияға


Февраль – петуния сәсеү өсөн иң уңайлы ваҡыт. Уның вегетация осоро оҙон, шуға ла алдан ошо айҙың тәүге яртыһында йә март башында эште башлау яҡшы.


Петуниянан тыш, февралдә лобелия, вербена, гелениум, дельфиниум, хризантема, ала миләүшә орлоҡтарын сәсергә була.


Дөйөм алғанда, үҫенте ныҡлы булһын өсөн күп көс түгеү, ваҡыт кәрәк. Сәсеү – эштең башы ғына. Февралдә шытып сыҡҡан үҫенте һәр ваҡыт яҡтылыҡ өҫтәп тороуға мохтаж. Улар үҫә килгән һайын аралары тығыҙлана, тимәк, һирәкләтергә кәрәк. Кире осраҡта, үҫентеләрегеҙ көсһөҙ булыр.


Автор фотоһы.



Автор: Дилбәр Ишморатова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә