Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Ауырыуың тураһында үҙеңә ҡарап бел
Организм сир тураһында алдан белдерә, тик уны ишетә белергә генә кәрәк.
1. Күҙ ҡабаҡтары шешһә.
Организм шул рәүешле бөйөрҙәр эшмәкәрлеге боҙолоуын иҫкәртә. Етмәһә дөйөм хәлһеҙлек күҙәтелһә, тире ағарып китһә.
2. Яҡтылыҡҡа күҙ сағылһа, был дискомфорт тыуҙырһа.
Иҫерткес эсемлектәр, тәмәке менән мауығыуҙы туҡтатырға кәрәк. Ҡайһы берҙә аллергия билдәһе булырға мөмкин, йыш ҡына - А витамины етешмәүенән дә. Был осраҡта күберәк кишер, сыр, помидор ашарға.
3. Күҙҙең ағының төҫө үҙгәрһә, күҙ төбөндә күк барлыҡҡа килһә.
Күҙ ҡыҙарһа, ҡан баҫымын үлсәгеҙ, уның күтәрелгән булыуы ихтимал. Һарғайһа - бауыр проблемалары борсой. Күҙ төбөндәге күк йоҡо туймауҙы һәм организмдың хәлһеҙләнеүен аңғарта. Шулай уҡ йөрәк сире булыуы бар. Әгәр йөрәк һау икән, көн һайын иртән биш минут буйы сығанаҡ бармаҡ менән баҫыңҡырап күҙ тирәләй түңәрәк буйынса массаж эшләгеҙ.
4. Ирен ярылһа.
Ирен йә ауыҙ ситтәре ярылһа, мускулдар хәлһеҙләнһә, сәс ҡойолһа, иғтибарҙы туплап булмаһа – тимәк, организмда В2 (рибофлавин) витамины етешмәй. Йомортҡа, сәтләүек, помидор, шафталы, груша, төҫлө кәбеҫтә ашарға кәңәш ителә.
5. Телдә аҡ ҡуныҡ барлыҡҡа килһә.
Аҡ ҡуныҡ һыуыҡ алдырған йә асығыу менән булышҡан кешеләрҙә күҙәтелә. Тел ситтәре ҡыҙарһа, гастрит булыуы ла мөмкин. Аҡһыл һоро төҫтә икән - ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренә ишара. Әгәр ҙә өҫтәүенә ирен шешеңкерәп торһа, тире кипһә, организмға тимер етешмәүе ихтимал. Был осраҡта ҡаты сәй һәм ҡәһүә эсмәҫкә кәрәк, улар тимерҙе үҙләштерергә ҡамасаулай. Һәм петрушка, аҡ бәшмәк, балыҡ, бауыр ите, алма, цитрус емештәрен йышыраҡ ашарға.
6. Ауыҙ кипһә.
Ғәҙәттә, был стресҡа реакцияны белдерә. Әгәр ҙә ул бик оҙаҡҡа һуҙылһа, ә һеҙ бушҡа ҡыҙыусан булып китһәгеҙ, организмығыҙға В3 (никотин кислотаһы) витамины етмәй. Ул ҡош һәм һыйыр итендә, сәтләүектә, шыттырылған бойҙайҙа бар. Тамаҡ шешкәндә һәм диабет ауырыуы башланғанда ла ауыҙ кибеүе ихтимал.
7. Ауыҙҙан еҫ килһә.
Ҡанда шәкәр кимәлен үлсәтеп ҡарағыҙ, "аммиак" еҫе килһә - бауыр менән бөйөрҙө тикшертегеҙ, серек йомортҡа еҫе килһә, хроник бронхитҡа тикшерелергә.
8. Тире ҡауаҡлаһа.
Был йыш ҡына А и В2 витаминдары етешмәүҙән килә. Әгәр ҙә ул урын ныҡ ҡысыһа, шешмәкләнһә - дерматологҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
9. Күкһел таптар барлыҡҡа килһә.
Ипләп кенә баҫҡанда барлыҡҡа килһәләр, ҡан ойошоуында йәки бауыр эшмәкәрлегендә проблемалар булыуына шик бар.
10. Лимфа төйөндәре ҙурайһа.
Был организмда ялҡынһыныу процесы барыуын белдерә - ғәҙәти һыуыҡ алдырыуҙан башлап етди сирҙәргә тиклем.
11. Бәүел ҡуйы төҫкә инһә.
Бер сәбәбе – етерек һыу эсмәүҙә. Әгәр ҙә тән температураһы күтәрелһә, хәлһеҙлек баҫһа, бәүел юлдары сире булыу бар.
12. Ныҡ тирләһәгеҙ.
Ҡалҡан биҙен тикшертергә кәрәк. Төнөн ныҡ тирләһәгеҙ, нервы көсөргәнеше сәбәпселер.
13. Яралар яй төҙәлһә.
Организмда цинк етешмәүе мөмкин. Диңгеҙ ризыҡтары һәм ҡуҙаҡлылар ашағыҙ.
14. Тырнаҡта аҡ таптар барлыҡҡа килһә.
Бер арҡыры һыҙыҡ булһа, ҡурҡыныс түгел. Ә күп һанлы таптар авитаминоз йә хроник стресҡа ишаралай. буйға төшкән аҡ һыҙат аш һеңдереүҙә проблема барлығын белдерә. Шулай уҡ ашҡаҙан аҫты биҙен тикшертеү артыҡ булмаҫ.
15. Һытҡылар сыҡһа.
Сәбәптәре төрлө. Сикәләге ваҡ ҡына ҡыҙыл төрткөләр үпкәләге артыҡ шыйыҡлыҡ тураһында һөйләй. Әгәр ҙә аҡ башлы эренле һытҡылар икән - эсәктәрҙә бөтәһе лә яҡшы түгел. Баш һөйәгенә яҡыныраҡ сикәләге ҡыҙыл һытҡылар бауыр һәм үт ҡыуығы эшмәкәрлеге боҙолғанын иҫкәртә. Маңлайҙағы һәм сәс араһындағы төрткөләр ашҡаҙан проблемаларын билдәләй. Эйәктәге, сикәнең аҫҡы өлөшөндәге ҡыҙыл һытҡылар гормондар үҫешендәге тайпылыш йәки бәүел-енес системаһындағы үҙгәрештәрҙе аңлата. Умыртҡалыҡтағы, ҡалаҡ һөйәгендәгеләре умыртҡа һөйәге прблемаларына ишаралай. Ҡабырғалар буйлап төшкәне - невралгия билдәһе.
Әлбиттә, быларҙы күҙәтеп кенә диагноз ҡуйырға ярамай, тәү сиратта табипҡа күренергә кәрәк. Сирләмәгеҙ!
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......