Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Йыл һайын төрлө сорт бәрәңге үҫтергән, әҙ генә ерҙән дә мул уңыш алыуға өлгәшкән оҫта баҡсасы Фәүзиә Насированың кәңәштәре файҙаға булыр.

Йыл һайын төрлө сорт бәрәңге үҫтергән, әҙ генә ерҙән дә мул уңыш алыуға өлгәшкән оҫта баҡсасы Фәүзиә Насированың кәңәштәре файҙаға булыр.
–Бәрәңгене йыл һайын 10 сутый майҙанда үҫтерәбәҙ. Үҙебеҙгә лә етә, артығын һатып файҙаһын да татыйбыҙ. Бәрәңге сиргә, төрлө ҡоротҡостарға бирешмәһен өсөн алдан сараһын күрәбеҙ. Мәҫәлән, ҡаты ҡорт (проволочник) зыян килтермәһен өсөн бәрәңге сәскәндә һәр төпкә бер ус самаһы көл һалабыҙ. Көлдө ҡыш дауамында йыябыҙ, һуңынан иләп файҙаланабыҙ. Көл яҡшы ашлама ла булып тора, шулай уҡ дымды яҡшы тота. Бәрәңге сәскәс, нығынып үҫеп китергә булышлыҡ итә.
Ҡаты ҡорттан ҡотолоу өсөн доломит ононоң да файҙаһын күрәбеҙ. Уны ла ҡулланабыҙ. Бер бәрәңге төбөнә бер балғалаҡ һалабыҙ. Бәрәңге ерен һөргәндә тупраҡҡа ғына һибеп ебәрергә мөмкин. Ҡаты ҡорт әсе тупраҡты үҙ итә, ә доломит оно тупраҡтың әселеген кәметә, ергә туҡлыҡлы ашлама ла булып тора, 2-3 йылға бер тапҡыр тупраҡҡа тиреҫ кертеп торабыҙ, тәбиғи ашламаға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Был да мул уңыш алыуға йоғонто яһай. Ике йыл элек, ямғыр күп яуғас, уңыштың сереү хәүефе ҙур ине. Бәрәңгене йыйып алғас, уны марганцовкалы һыуҙа йыуып, киптереп баҙға һалдыҡ. Был ысулдың да файҙаһы тейҙе, уңыш серемәне, - тине ул.
Автор фотоһы.
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......