Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ҡырауға ҡаршы көрәш
Беҙҙең климат шарттарында
6-10 июнгә тиклем ҡырау төшөүе ихтимал. Уның ике төрө билдәле. Беренсеһе — иртәнге ҡырау. Ул урыны-урыны менән тарала. Икенсе төрө — төньяҡтан иҫкән ел менән килгән һыуыҡ. Ул ҙур майҙанға тарала, бер нисә көн тороуы мөмкин.


Еләк-емештең сәскә бөрөләре 4 градус һалҡында өшөүсән. Ә асыл­ған сәскә таждарын иһә 2 градус һалҡын да зарарлай. Баҡса емеше түбән урында өшөй. Бигерәк тә тау уратып алған, ел өрмәгән ерҙә һалҡындар оҙаҡ тора. Асыҡ, ҡалҡыу урындарҙан ауыр, һалҡын һауа ағымын ел уйһыу урындарға алып барып тултыра. Шуға күрә түбән урындарҙа ҡышын да, яҙын да емеш баҡсалары ҙур зыян күрә.
Ҡомло тупраҡҡа ҡарағанда, дым­лы, ауыр тупраҡта үҫемлектәр һал­ҡын­ды еңелерәк кисерә. Үҫем­лектәр менән ҡапланған ерҙә һал­ҡынлыҡ буш ерҙәрҙәгегә ҡарағанда нығы­раҡ була. Тәжрибәле баҡсасы­лар, күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙән сығып, алдан һиҙеп ҡырауға ҡаршы сара күрә.
Ҡырау төшөр булһа, көндөҙгө эҫе­нән һуң киске сәғәт 6-ларҙа ҡапыл һалҡынайта, һауала тынлыҡ хөкөм һөрә; күктә болот әҫәре булмай; һауа ҡоро, үҫемлектәрҙә лә, туп­раҡта ла ысыҡ күҙәтелмәй. Бындай саҡта ҡырау төшөүен көт тә тор. Әгәр күк йөҙөндә болоттар бул­һа, ел иҫеп торһа, үләндәргә ысыҡ төшһә, ҡырау булмаясаҡ. Төн урта­һында һалҡынлыҡ 2 градусҡа тиклем төшһә, ҡырауға ҡаршы сара күрәләр.

Төрлө ысул бар

1. Сүп-сар өйөмөн яндырып, баҡ­сала йылылыҡты 1-1,5 градусҡа тиклем күтәрәләр.
2. Төтөн генә сығарып торһон өсөн яғылған материалдың өҫтөн тупраҡ йәки сей үлән менән ҡап­лайҙар.
3. Төтөн шашкалары яндырыу. Был ысул 4 градус һалҡында ла үҫемлектәрҙе һаҡлай.
4. Ҡырау төшкәндә юғары ба­ҫымда туҙанлатып һалҡын һыу һибеү ҙә юғары һөҙөмтә бирә.

Күршеһе ниндәй –
уңышы шундай


Теге йәки был культуранан яҡшы уңыш үҫтереп алыу өсөн күрше түтәлдәрҙә нимә сәселеүенә иғтибар итегеҙ.

Мәҫәлән, ҡыяр күршеһендә картуф һәм хуш еҫле үләндәр булыуын яратмай. Киреһенсә, борсаҡ, фасоль, кәбеҫтә, помидор, әсе торма, укроп менән дуҫ.
Аҡ кәбеҫтә һуған, укроп, салат, сельдерей, картуф менән йәнәш яҡшы үҫә. Ә бына еләк, помидор һәм фасолде өнәмәй.
Кишерҙең “холҡо” бик йомшаҡ: ул барлыҡ йәшелсәне лә күрше итә ала. Бигерәк тә һуған, помидор, шалфей, салат, майоран, борсаҡ менән һәйбәт үҫә.
Әсе торманың да “дуҫтары” күп: сөгөлдөр, кишер, пастернак, ҡыяр, помидор.
Һуған һәм һарымһаҡтан бор­саҡ менән фасолде алыҫҡараҡ сәсеү хәйерле.
Түтәлдәрҙәге үҙ-ара һыйышыу­сан­лыҡ ҡоротҡос­тарға ҡаршы кө­рәшергә ярҙам итә, сөнки ҡайһы бер культураларҙың ҡоротҡос бө­жәктәрҙе ҡыуыу һәләте бар. Мәҫә­лән, һуған талпанды һәм кишер се­бенен ҡурҡыта, тимәк, уны ошо ҡорот­ҡос­тарға бирешеүсән үҫем­лек­тәргә яҡын ултыртырға кәрәк. һарымһаҡ­ты япон ҡондоҙо, әүернә, төрлө бөр­сә һәм кәрәүеҙле талпан менән зарарланыусы помидор, ре­дис, коль­раби менән күрше итергә кәрәк.
Сельдерей еҫе кәбеҫтә күбә­ләген һәм кәбеҫтә ҡортон ҡурҡыта. Шулай уҡ шалфейҙы кәбеҫтә менән йәнәш сәсергә мөмкин.
Ҡыяр һәм помидор янына әсе торма ултыртырға тәҡдим ителә.
Помидор – әҫпе үләне ҡоротҡо­со­нан, үлән бетенән һәм көйә күбә­ләгенән ышаныслы һаҡсы. Көйә күбәләгенән зарарланған крыжовник эргәһенә бер нисә төп помидор ултыртыу килешер.
Картуфҡа тыныслыҡ бирмәгән колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәш­тә фасоль ярҙамсы булыр. Үҙ сиратында картуф фасолде башҡа ҡоротҡос­тарҙан ҡотҡара.
Кәбеҫтәнең аҡ күсәнлеһен дә, төҫлөһөн дә еләккә яҡын ултыр­тырға ярамағанлығын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.

Ағас ултыртыу

Ҡурай еләге ҡояшлы урынды ярата. Уны ергә ныҡ тәрән ултырт­майҙар. Тамырын күмгәс, һабағы, саҡ ҡына ҡалдырылып, ҡырҡып ташлана. Махсус урын булмағанда, ҡурай еләген баҡса ситенең һәр бағанаһы тирәһенә өсәр төп ултыртып сығырға мөмкин. Аҙаҡтан улар бағанаға бәйләп ҡуйыла һәм башҡа емеш-еләккә ҡамасауламай ғына үҫеүен дауам итә. Ҡурай еләгенең тамыры аҫҡа әллә ни төшмәй, шуға уның тирәһен тәрән ҡаҙмайҙар. Кәрәк саҡта баҡса буйлап таралыуын, тирәләп тәрән канау ҡаҙып йә ергә ҡалай һәм шифер күмеп, сик­ләргә мөмкин.
Ҡарағаттың ҡара, ҡыҙыл һәм аҡ сорттары бар. Уларҙың һәр ҡайһы­һы үҙенсә үҫтерелә. Ҡыҙыл һәм ағын үрмә ҡыуаҡ рәүешендә үрсе­тергә мөмкин. Бының өсөн ситке ботаҡтарын көҙ һайын ҡырҡып ташлап тороғоҙ. Ҡара ҡарағат ергә һабаҡтары 8-10 сантиметр тәрән­лектә башланырлыҡ итеп ултыртыла – был уға ҡыуаҡланырға мөм­кинлек бирәсәк. Иң мул емеш биреүсе һабаҡтар булып икенсе йылғы ботаҡтар иҫәпләнә, шуға, япраҡтарын ҡойғас, ҡарағатты “ту­нарға” кәрәк. Ҡара ҡарағатты ағас рәүешендә лә үҫтерергә була. Бының өсөн 60-70 сантиметрлыҡ үҫентене 15 сантиметр тәрәнлектә ултыртып, ситке ботаҡтарын киҫеп, өҫкә үҫә торған бер нисәһен генә ҡалдыралар. Бер өс йылдан ҡара­ғатығыҙ бейек булып үҫеп китер. Тик бының уңыш өсөн файҙаһы юҡ: ситке ботаҡтары әҙ ҡалғас, емешле тәлгәштәр ҙә әҙерәк буласаҡ. Был ысулды урын экономиялау йә экзотика өсөн генә ҡулланып ҡарарға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





‎Петуния ултыртыр ваҡыт етте

‎Петуния ултыртыр ваҡыт етте 05.02.2026 // Баҡса

Уңған хужабикәләр баҡсаларын шау сәскәгә күмеү өсөн бөгөндән үк эш башлай. Беҙҙең кәңәштәргә лә ......

Тотош уҡырға 2

Теплицағыҙға ҡар тултырып ҡалығыҙ!
Ярманы йыуған һыуҙы әрәм итмәгеҙ

Ярманы йыуған һыуҙы әрәм итмәгеҙ 14.11.2025 // Баҡса

Улар - гөл өсөн бынамын тигән ашлама. Тағы ниндәй ябай ғына ашламалар тәҙрә төбөгөҙҙө шау сәскәгә ......

Тотош уҡырға 13

Тәҙрә төбөндә нисек ҡыяр үҫтерергә?

Тәҙрә төбөндә нисек ҡыяр үҫтерергә? 13.11.2025 // Баҡса

Уңған хужабикәләр ҡышын да ғаиләләрен тәбиғи аҙыҡ-түлек менән һыйларға тырыша. Тәҙрә төбөндә ҡыяр ......

Тотош уҡырға 13

Телде йоторлоҡ кетчуп!

Телде йоторлоҡ кетчуп! 01.09.2025 // Баҡса

Уны әҙерләгән саҡта төрлө эксперименттар яһарға мөмкин. Мәҫәлән, татлы алма ҡушһаң, ......

Тотош уҡырға 27

Бүләк ителгән раузаларҙы тамырландырам тиһәң...

Бүләк ителгән раузаларҙы тамырландырам тиһәң... 30.08.2025 // Баҡса

Был сәскәләр батшаһы матур, әммә тиҙ һулыйҙар. Әммә уларҙы тамырландырып, икенсе ғүмер бүләк ......

Тотош уҡырға 38

Ҡамыры мамыҡ һымаҡ йомшаҡ килеп сыға

Ҡамыры мамыҡ һымаҡ йомшаҡ килеп сыға 29.08.2025 // Баҡса

Эслегенә нимә һалһағыҙ ҙа, отолмаҫһығыҙ....

Тотош уҡырға 46

Ябыҡтыра ла, һауыҡтыра ла...

Ябыҡтыра ла, һауыҡтыра ла... 27.08.2025 // Баҡса

Рәсәй ғалимдарының был асышы ҡыҙыҡлы. Һимеҙлектән, артыҡ ауырлыҡтан яфаланған кешеләргә эсемлектең ......

Тотош уҡырға 60

“Иремдең хөрмәтенә ултыртҡайным..."

“Иремдең хөрмәтенә ултыртҡайным..." 26.08.2025 // Баҡса

Сәскәләр аллеяһы күҙҙең яуын ала. “Аҡ кәләш” – уның иң яратҡан сәскәһе....

Тотош уҡырға 57

"Ҡыяр-мыяр, салат-малат ябып ятаһығыҙмы?"

"Ҡыяр-мыяр, салат-малат ябып ятаһығыҙмы?" 25.08.2025 // Баҡса

Йылайыр районында йәшәгән уҡытыусы-блогер Зөлфирә Таһированан ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт ......

Тотош уҡырға 51

Рассольник яһанығыҙмы әле?

Рассольник яһанығыҙмы әле? 25.08.2025 // Баҡса

Рецепт - сайтта. Һаҡлап ҡуйығыҙ...

Тотош уҡырға 61

Һалҡын аджика рецепты (бешермәйбеҙ!)

Һалҡын аджика рецепты (бешермәйбеҙ!) 25.08.2025 // Баҡса

Инде өсөнсө йыл әҙерләйем һәм һәр ваҡыт аҙ. Беренсе йылын 10 килограмдан эшләгәйнем. Етмәне. ......

Тотош уҡырға 59


Комментарий өҫтәргә