Ҡырауға ҡаршы көрәш17.04.2015
Беҙҙең климат шарттарында
6-10 июнгә тиклем ҡырау төшөүе ихтимал. Уның ике төрө билдәле. Беренсеһе — иртәнге ҡырау. Ул урыны-урыны менән тарала. Икенсе төрө — төньяҡтан иҫкән ел менән килгән һыуыҡ. Ул ҙур майҙанға тарала, бер нисә көн тороуы мөмкин.
Еләк-емештең сәскә бөрөләре 4 градус һалҡында өшөүсән. Ә асылған сәскә таждарын иһә 2 градус һалҡын да зарарлай. Баҡса емеше түбән урында өшөй. Бигерәк тә тау уратып алған, ел өрмәгән ерҙә һалҡындар оҙаҡ тора. Асыҡ, ҡалҡыу урындарҙан ауыр, һалҡын һауа ағымын ел уйһыу урындарға алып барып тултыра. Шуға күрә түбән урындарҙа ҡышын да, яҙын да емеш баҡсалары ҙур зыян күрә.
Ҡомло тупраҡҡа ҡарағанда, дымлы, ауыр тупраҡта үҫемлектәр һалҡынды еңелерәк кисерә. Үҫемлектәр менән ҡапланған ерҙә һалҡынлыҡ буш ерҙәрҙәгегә ҡарағанда нығыраҡ була. Тәжрибәле баҡсасылар, күп йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙән сығып, алдан һиҙеп ҡырауға ҡаршы сара күрә.
Ҡырау төшөр булһа, көндөҙгө эҫенән һуң киске сәғәт 6-ларҙа ҡапыл һалҡынайта, һауала тынлыҡ хөкөм һөрә; күктә болот әҫәре булмай; һауа ҡоро, үҫемлектәрҙә лә, тупраҡта ла ысыҡ күҙәтелмәй. Бындай саҡта ҡырау төшөүен көт тә тор. Әгәр күк йөҙөндә болоттар булһа, ел иҫеп торһа, үләндәргә ысыҡ төшһә, ҡырау булмаясаҡ. Төн уртаһында һалҡынлыҡ 2 градусҡа тиклем төшһә, ҡырауға ҡаршы сара күрәләр.
Төрлө ысул бар
1. Сүп-сар өйөмөн яндырып, баҡсала йылылыҡты 1-1,5 градусҡа тиклем күтәрәләр.
2. Төтөн генә сығарып торһон өсөн яғылған материалдың өҫтөн тупраҡ йәки сей үлән менән ҡаплайҙар.
3. Төтөн шашкалары яндырыу. Был ысул 4 градус һалҡында ла үҫемлектәрҙе һаҡлай.
4. Ҡырау төшкәндә юғары баҫымда туҙанлатып һалҡын һыу һибеү ҙә юғары һөҙөмтә бирә.
Күршеһе ниндәй –
уңышы шундай
Теге йәки был культуранан яҡшы уңыш үҫтереп алыу өсөн күрше түтәлдәрҙә нимә сәселеүенә иғтибар итегеҙ.
Мәҫәлән, ҡыяр күршеһендә картуф һәм хуш еҫле үләндәр булыуын яратмай. Киреһенсә, борсаҡ, фасоль, кәбеҫтә, помидор, әсе торма, укроп менән дуҫ.
Аҡ кәбеҫтә һуған, укроп, салат, сельдерей, картуф менән йәнәш яҡшы үҫә. Ә бына еләк, помидор һәм фасолде өнәмәй.
Кишерҙең “холҡо” бик йомшаҡ: ул барлыҡ йәшелсәне лә күрше итә ала. Бигерәк тә һуған, помидор, шалфей, салат, майоран, борсаҡ менән һәйбәт үҫә.
Әсе торманың да “дуҫтары” күп: сөгөлдөр, кишер, пастернак, ҡыяр, помидор.
Һуған һәм һарымһаҡтан борсаҡ менән фасолде алыҫҡараҡ сәсеү хәйерле.
Түтәлдәрҙәге үҙ-ара һыйышыусанлыҡ ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, сөнки ҡайһы бер культураларҙың ҡоротҡос бөжәктәрҙе ҡыуыу һәләте бар. Мәҫәлән, һуған талпанды һәм кишер себенен ҡурҡыта, тимәк, уны ошо ҡоротҡостарға бирешеүсән үҫемлектәргә яҡын ултыртырға кәрәк. һарымһаҡты япон ҡондоҙо, әүернә, төрлө бөрсә һәм кәрәүеҙле талпан менән зарарланыусы помидор, редис, кольраби менән күрше итергә кәрәк.
Сельдерей еҫе кәбеҫтә күбәләген һәм кәбеҫтә ҡортон ҡурҡыта. Шулай уҡ шалфейҙы кәбеҫтә менән йәнәш сәсергә мөмкин.
Ҡыяр һәм помидор янына әсе торма ултыртырға тәҡдим ителә.
Помидор – әҫпе үләне ҡоротҡосонан, үлән бетенән һәм көйә күбәләгенән ышаныслы һаҡсы. Көйә күбәләгенән зарарланған крыжовник эргәһенә бер нисә төп помидор ултыртыу килешер.
Картуфҡа тыныслыҡ бирмәгән колорадо ҡуңыҙына ҡаршы көрәштә фасоль ярҙамсы булыр. Үҙ сиратында картуф фасолде башҡа ҡоротҡостарҙан ҡотҡара.
Кәбеҫтәнең аҡ күсәнлеһен дә, төҫлөһөн дә еләккә яҡын ултыртырға ярамағанлығын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ.
Ағас ултыртыу
Ҡурай еләге ҡояшлы урынды ярата. Уны ергә ныҡ тәрән ултыртмайҙар. Тамырын күмгәс, һабағы, саҡ ҡына ҡалдырылып, ҡырҡып ташлана. Махсус урын булмағанда, ҡурай еләген баҡса ситенең һәр бағанаһы тирәһенә өсәр төп ултыртып сығырға мөмкин. Аҙаҡтан улар бағанаға бәйләп ҡуйыла һәм башҡа емеш-еләккә ҡамасауламай ғына үҫеүен дауам итә. Ҡурай еләгенең тамыры аҫҡа әллә ни төшмәй, шуға уның тирәһен тәрән ҡаҙмайҙар. Кәрәк саҡта баҡса буйлап таралыуын, тирәләп тәрән канау ҡаҙып йә ергә ҡалай һәм шифер күмеп, сикләргә мөмкин.
Ҡарағаттың ҡара, ҡыҙыл һәм аҡ сорттары бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә үҫтерелә. Ҡыҙыл һәм ағын үрмә ҡыуаҡ рәүешендә үрсетергә мөмкин. Бының өсөн ситке ботаҡтарын көҙ һайын ҡырҡып ташлап тороғоҙ. Ҡара ҡарағат ергә һабаҡтары 8-10 сантиметр тәрәнлектә башланырлыҡ итеп ултыртыла – был уға ҡыуаҡланырға мөмкинлек бирәсәк. Иң мул емеш биреүсе һабаҡтар булып икенсе йылғы ботаҡтар иҫәпләнә, шуға, япраҡтарын ҡойғас, ҡарағатты “тунарға” кәрәк. Ҡара ҡарағатты ағас рәүешендә лә үҫтерергә була. Бының өсөн 60-70 сантиметрлыҡ үҫентене 15 сантиметр тәрәнлектә ултыртып, ситке ботаҡтарын киҫеп, өҫкә үҫә торған бер нисәһен генә ҡалдыралар. Бер өс йылдан ҡарағатығыҙ бейек булып үҫеп китер. Тик бының уңыш өсөн файҙаһы юҡ: ситке ботаҡтары әҙ ҡалғас, емешле тәлгәштәр ҙә әҙерәк буласаҡ. Был ысулды урын экономиялау йә экзотика өсөн генә ҡулланып ҡарарға мөмкин.