Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Ҡабаҡ һутын ошолай эшләп ҡарағанығыҙ бармы?
Миәкә районы Сурай ауылында йәшәүсе Гүзәл Баһауетдинова баҡсала үҫкән йәшелсә-емештән нимә генә эшләмәй. Ҡабаҡ һуты һәм ҡайнатмаһының рецебы һеҙгә лә файҙаға булыр. Был рецепт буйынса ул иҫ китмәле тәмле килеп сыға.
Миәкә районы Сурай ауылында йәшәүсе Гүзәл Баһауетдинова баҡсала үҫкән йәшелсә-емештән нимә генә эшләмәй. Ҡабаҡ һуты һәм ҡайнатмаһының рецебы һеҙгә лә файҙаға булыр.
Ҡабаҡ һуты
Өс килограмм таҙартылған ҡабаҡҡа ярты килограмм күрәгә йәки өс әфлисун ҡушабыҙ ҙа, өс литр һыуҙа бешерәбеҙ. Яҡынса ярты сәғәт ҡайнарға тейеш. Һыуынғандан һуң блендер менән бутайбыҙ. Һөҙгөс аша үткәреп, йәнә алты литр һыу һалып бешерергә ҡуябыҙ. Бер сәғәт тирәһе бешә. Шул арала бер килограмм шәкәр, ике аш ҡалаһы лимон кислотаһы һалабыҙ. Аҙаҡ стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ һәм тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Банкаларҙы баш түбән әйләндереп, төнгөлөккә сепрәк менән ҡаплап ҡуйыу һәйбәт. Икенсе көнөнә банкаларҙы баҙға төшөрәбеҙ.
Ҡабаҡ ҡайнатмаһы
1,5 килограмм таҙартылған ҡабаҡ, ярты килограмм күрәгә, бер килограмм шәкәр, бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы кәрәк буласаҡ.
Ҡабаҡты турап, күрәгә, шәкәр һалып ошо ҡатнашманы төнгөлөккә ҡуябыҙ. Ошолай эшләгәндә улар йомшара, бер-береһенә тәме һеңә. Иртәнсәк ярты сәғәт бешереп алғандан һуң , һыуытырға ҡуябыҙ. Блендер менән яҡшылап бутағас, бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы өҫтәп, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ.
Фото: аш-һыу оҫтаһыныҡы.
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......