Ҡабаҡ һутын ошолай эшләп ҡарағанығыҙ бармы?10.08.2025
Ҡабаҡ һутын ошолай эшләп ҡарағанығыҙ бармы?

Ҡабаҡ һутын ошолай эшләп ҡарағанығыҙ бармы?

Миәкә районы Сурай ауылында йәшәүсе Гүзәл Баһауетдинова баҡсала үҫкән йәшелсә-емештән нимә генә эшләмәй. Ҡабаҡ һуты һәм ҡайнатмаһының рецебы һеҙгә лә файҙаға булыр. Был рецепт буйынса ул иҫ китмәле тәмле килеп сыға.

Миәкә районы Сурай ауылында йәшәүсе Гүзәл  Баһауетдинова баҡсала үҫкән йәшелсә-емештән нимә генә эшләмәй. Ҡабаҡ һуты һәм ҡайнатмаһының рецебы һеҙгә лә файҙаға булыр.  


Ҡабаҡ һуты


Өс килограмм таҙартылған ҡабаҡҡа ярты килограмм күрәгә йәки өс  әфлисун ҡушабыҙ ҙа, өс литр һыуҙа бешерәбеҙ. Яҡынса ярты сәғәт  ҡайнарға тейеш. Һыуынғандан һуң блендер менән бутайбыҙ. Һөҙгөс аша үткәреп,  йәнә алты литр һыу һалып бешерергә ҡуябыҙ. Бер сәғәт тирәһе бешә. Шул арала бер килограмм шәкәр, ике аш ҡалаһы лимон кислотаһы һалабыҙ. Аҙаҡ стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ һәм тимер ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Банкаларҙы баш түбән әйләндереп, төнгөлөккә сепрәк менән ҡаплап ҡуйыу һәйбәт. Икенсе көнөнә банкаларҙы баҙға төшөрәбеҙ.


Ҡабаҡ ҡайнатмаһы


1,5 килограмм таҙартылған ҡабаҡ, ярты килограмм күрәгә, бер килограмм шәкәр, бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы кәрәк буласаҡ.


Ҡабаҡты турап, күрәгә, шәкәр һалып ошо ҡатнашманы төнгөлөккә ҡуябыҙ. Ошолай эшләгәндә улар йомшара, бер-береһенә тәме һеңә. Иртәнсәк ярты сәғәт бешереп алғандан һуң , һыуытырға ҡуябыҙ. Блендер менән яҡшылап бутағас, бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы өҫтәп, стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ.


Фото: аш-һыу оҫтаһыныҡы.


 


 



Вернуться назад