Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Умартасылыҡ серҙәре. 10-сы дәрес
Умартасылыҡ серҙәре. 10-сы дәресКәрәҙҙә буш урын булмай
Иҫкергән кәрәҙҙәр
Яҙғы-йәйге осорҙа ояла яҡынса алты быуын йәш ҡорт тәрбиәләп сығарыла. Һәр сығарылыштан һуң күҙәнәктәрҙең төбөндә бер аҙ ҡорт тиҙәге, ә стеналарҙа ҡарышлауыҡтар ятҡан һауыт ҡабыҡтары тороп ҡала. Ҡорттар уларҙы таҙартып ала, әммә күҙәнәктәрҙән ҡорттарҙың бихисап быуыны сығыуы арҡаһында кәрәҙ һорғолт һәм көңгөрт төҫ ала. Яҙын инә ҡорт йомортҡаларын һорғолт кәрәҙҙәргә ихласыраҡ һала, ләкин тоҡом уларҙа бәләкәй булып үҫешә һәм йәшәп китеү һәләтлеге аҙыраҡ була. Көңгөрт кәрәҙҙәрҙә тиҙ арала балауыҙ көйәһе күбәләктәре, ҡарышлауыҡтары үрсеп китә. Көңгөрт кәрәҙҙәр зарарлы ауырыуҙар таралыуға булышлыҡ итә, ҡорттар ҙа йышыраҡ айырыусан була. Шуның өсөн кәрәҙҙәрҙе ояла ике йыл торғандан һуң, йәғни ҡорттарҙың 10–12 быуыны үҫеп сыҡҡас (иң оҙағы — өсөнсө йылға), алыштырырға кәрәк. Иҫкеләрен башҡаса тотонмайҙар, балауыҙға иретеп алалар.
Яңы кәрәҙҙәрҙең ауырлығы 140–150 г тарта. Был ауырлыҡ алты быуын ҡорт сығарғандан һуң икеләтә арта.

Оҫта төҙөүселәр

Бал ҡорттарының тормошонда иң ғәжәйеп нәмә — балауыҙ кәрәҙҙәре яһау. Архитекторҙар кәрәҙ төҙөлөшөнә күп тапҡыр иғтибар йүнәлтте, был уларға иң яҡшы техник ҡарарҙар эҙләп табырға ярҙам итте.
Кәрәҙҙең конструкцияһы бөтә йәһәттән дә камил. Ул бал ҡорттарынан төҙөлөш материалын бик әҙ талап итә, ләкин кәрәҙ иҫ киткес ныҡ һәм күп һыйҙырышлы була. Алты яҡлы формаһы ҡорттарға майҙанды яҡшыраҡ файҙаланырға мөмкинлек бирә. Бөтә бөжәктәрҙең тормошо һаҡсыллыҡ ҡанунына буйһонған. Бары тик бал йыйыусы ҡорттар ғына шундай юғарылыҡҡа күтәрелә алған. Иңкештәрҙең һәм һағыҙаҡтарҙың күҙәнәге түңәрәк, шуның өсөн уларҙың ояһында буш ҡалған урын күп. Бал ҡорттарында иһә файҙаланылмаған бушлыҡ юҡ. Уларҙа, беҙҙең замандың уңайлы фатирҙарындағы кеүек, күҙәнәктәрҙең һәр стенаһы бер үк ваҡытта башҡа күҙәнәктәр өсөн дә стена булып хеҙмәт итә.

Быны беләһегеҙме?

Бал ҡорто кәрәҙе күҙәнәге тәбиғәттәге иң рациональ геометрик формалы һауыт булып тора, уны төҙөү өсөн үтә аҙ һанда материал талап ителә (ҡорттарҙың 100 күҙәнәгенә 1,3 г балауыҙ тотонола), ә төҙөлөш яғынан ныҡлығы һәм һыйҙырышлылығы буйынса тиңдәше юҡ.
Бал ҡорттары — “математиктар”. Төҙөгән кәрәҙҙәр ҙурлығы, формаларының бер ишлеге һәм дөрөҫлөгө менән айырылып тора. Улар иң рациональ геометрик форманы — кәрәҙ күҙәнәгенең төбөндә түңкәрелеп ятҡан ромбиктарҙан торған өс яҡлы пирамидалы алты ҡырлы форманы һайлаған. Ошондай форма арҡаһында кәрәҙ күҙәнәктәре бер-береһенә үтә лә яҡын, тығыҙ итеп урынлашҡан. Төҙөлөшкә урын әҙ китә, шулай ҙа юғары ныҡлығы тәьмин ителә, кәрәҙҙәрҙең иң күп һыйҙырышлылығына өлгәшелә (стандарт оя рамына 4 кг бал һыя) һәм уларҙы төҙөгәндә балауыҙ тотоноуҙа экономия яһала. Боронғо грек ғалимдары ла тәбиғәттә материал тотоноу буйынса ҡорт күҙәнәктәренән дә экономиялыраҡ һәм ныҡ һыйҙырышлы һауыт юҡ тигән һығымтаға килә. Ромбиктарҙың йәйенке мөйөштәре һәр саҡ 109о28’, ә ҡыҫынҡылары 70о31’-ҡа тигеҙ;
Умартаны яңы урынға урынлаштырған саҡта ҡыйыш ултыртырға ярамай, сөнки ҡорттар кәрәҙҙәрҙе дөрөҫ ҡормаясаҡ. Бик аҙға ғына умартаның кейәһе яғына ауышлыҡ рөхсәт ителә, был умартаға яуым-төшөм эләктермәү һәм ҡорттарға умартаның төбөн таҙартыуҙы еңелләштереү өсөн кәрәк.
Эсенә бал һала торған быяла һауыт балдың үҙенә ҡарағанда ике тапҡырға, ағас һауыт — 6–8, ә тәбиғи бал ҡорто күҙәнәге балдың үҙенең үлсәү массаһынан 27 тапҡырға еңелерәк. Әгәр ҙә быяланан йәки ағастан һауытты балдың ауырлығынан 20–27 тапҡырға кәмерәк һыйҙырышлы итеп яһаһаң, ул сағында быларҙың һуңғыһы үҙенең ауырлығы менән уны баҫып ватасаҡ. Балауыҙ ҡоролмаһының ныҡлығы бал кәрәҙе күҙәнәгенең дә, кәрәҙҙең үҙенең дә конструкцияһы менән тәьмин ителә.
Балауыҙ — бал ҡорттарының иң ҡиммәтле төҙөлөш материалы. Ысын умартасы балауыҙҙы бәләкәй генә бөртөктәрҙән йыя, сөнки ҡорттар бүлеп сығарған 100 балауыҙ тәңкәһе ни бары 25 мг тарта һәм, шулай булыуға ҡарамаҫтан, айырым умартасылар бер миҙгелдә һәр ҡорт ғаиләһенән 2 килограмға тиклем балауыҙ алыуға өлгәшә.
Рубриканы Рафиҡ НОҒОМАНОВ
алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 352

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 226

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 501

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 316

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 301

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 542

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 212

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 285

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 963

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 069

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 370

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 694