Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ни ашатаһың, шуны йыяһың
Ни ашатаһың, шуны йыяһыңТауыҡтар аҙыҡ төрләмәй, шуға ла бирелгән ашлыҡтан тыш та үҙҙәренә ем таба ала. Ләкин был эште ҡоштарҙың үҙҙәренә генә ҡайтарып ҡалдырмай, өҫтәмә ризыҡ та әҙерләү мөһим. Йомортҡа, ит бик күп файҙалы матдәләрҙән тора. Дөрөҫ туҡландырһаң, йыл әйләнәһенә ҡош-ҡорт та буш ҡалдырмаҫ. Өҫтәмә туҡландырыуға аҡһым, май, углеводтар, витамин һәм минераль матдәләргә бай аҙыҡтар инә.


Аҡһым
Ҡош ите, бигерәк тә йомортҡаһы аҡһым­ға бай. Әгәр бирелгән ашламала ул тейешле кимәлдә булмай икән, тауыҡтар уны бер ҡайҙан да тапмай. Бигерәк тә ҡыш көн­дәрендә. Аҡһым үҫемлектән, малдарҙан алынған ризыҡта була. Икенсеһендә би­герәк тә файҙалыраҡ, сөнки уларҙа күпләп аминокислоталар барлыҡҡа килә. Ундай аҙыҡтарға барлыҡ һөт ризыҡтары инә. Балыҡ сәнәғәте, ит комбинаттары ҡалдыҡ­тары ла ифрат күп аҡһым тәшкил итә. Үҫемлектән алынған аҡһымлы аҙыҡтарҙан көнбағыш, соя, борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡ­лылар ҡалдыҡтарын бирергә мөмкин.

Майҙар
Улар ҡош тәненең йылылығын тәьмин итә, шуға ла калориялы ашты ҡыш күберәк бирергә кәрәк. Бынан тыш, йомортҡа һа­лыуҙа, себештәрҙең үҫеүендә, иттең тәмен яҡшыртыуҙа майһыҙ булмай. Аҙыҡтарҙан кукуруз менән һоло алмаштырғыһыҙ.

Углевод
Башлыса крахмал, шәкәр күп булған аҙыҡтар инә. Углеводтар организмдың эске ағзаларының, мускул системаһының эш­ләүенә булышлыҡ итә, энергия сығанағы бу­лып тора. Углеводтарға бигерәк тә сө­гөлдөр, кишер, картуф, ҡабаҡ бай. Шул уҡ ваҡытта был аҙыҡтарҙы күпләп биреп ҡош­тарҙы һимертергә мөмкин. Ит өсөн тотол­ғандарға ярап ҡалһа ла, йомортҡа һалған­дары өсөн артығы кәрәкмәй.

Минералдар
Минераль матдәләр аҙыҡтың төп өлөшөн тәшкил итә. Улар етешмәгән хәлдә ҡош тә­нендә үҙгәрештәр барлыҡҡа килә, ауырыу­ҙар­ға тиҙ бирешә. Әгәр ҙә ул иркендә йөрөһә, башлыса минералдарҙы ерҙән таба.
Организмы нимә талап итә, шуны ашай. Әгәр ҙә ситлектә, бикле һарайҙа тотолһа, кәм тигәндә кальций, фосфор, калий менән тәьмин итергә кәрәк. Кальций (Са) — ҡоштар­ҙың һөйәгенә, йомортҡаның ҡабы­ғына мөһим булған матдә. Ул һөйәк ононда, аҡбурҙа, ағас көлөндә, йомортҡа ҡабығын­да, ҡабыр­саҡ­тарҙа була. Ҡушымта рәүе­шен­дә иҙмәгә өҫтәргә кәрәк.
Фосфор (Р) шулай уҡ ҡоштарҙың һөйәген нығытырға, үҫешенә кәрәк. Бынан тыш, ул организмдың башҡа матдәләрен һеңде­реүгә булышлыҡ итә. Фосфор һөйәк ононда күпләп була. Шулай уҡ монокальцийфосфат, дикаль­цийлы фосфат, фосфорин һымаҡ матдәләр һатыла.
Натрий (Nа) матдәләр алмашыныуына булышлыҡ итә. Төп сығанағы — аш тоҙо, лә­кин уны күпләп бирергә ярамай. Шуға ла тоҙ­ҙо көнөнә ҡош башына бер грамм иҫәбенән һалалар.

Витаминдар
Был һүҙ vita тигәндән, беҙҙеңсә “ғүмер”­ҙән алынған, йәғни ғүмер би­реүсе матдәләр. Аҙыҡта һиҙе­лер­лек тә булмайҙар, ләкин уларһыҙ ҙа мөм­кин түгел. А, В, Д витаминдары етеш­мәһә, ҡошта авитаминоз ауырыуы башлана: үҫеше тотҡарлана, рахит башлана, инфекцияға тиҙ бирешә, тиҙ һалҡын тейә.
А витаминын “үҫеш витамины” тип йө­рө­тәләр. Ул аҙ булһа, ҡоштоң үҫеше тот­ҡар­ла­на. А витаминына ҡуҙаҡлы культура­ларҙың япраҡтары, һабаҡтары, кәбеҫтә, ки­шер, кукуруз, ҡабаҡ, кесерткән, бәпембә бай.
Д витамины организмға башҡа минераль матдәләрҙең таралыуына, һеңеүенә бу­лыш­лыҡ итә. Етешмәһә, рахит (һөйәктәрҙең ҡый­шайыуы, үҫешмәүе) барлыҡҡа килә. Уның төп сығанағы — балыҡ майы, ҡоро сүпрә (дрож­жи). Ҡышын балыҡ майын иҙ­мә­гә тәү­легенә ҡош башына 1,5 грамм иҫә­бенән һа­лалар. Йәйен иркендә йөрөгән тауыҡтар витаминды ҡояш нурында үҫкән үҫемлектәрҙән ала.
В витамины етешмәһә, фалиж һуғыу ос­рағы барлыҡҡа килә, йомортҡаһынан се­беш­тәр сыҡмай. Витамин сүпрәлә, һөт ри­зыҡ­та­рында, балыҡ ононда, шытты­рыл­ған бойҙай, һоло, арпала күп була. Шулай уҡ ҡышын силос биреү ҙә файҙалы.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Яран гөлө гөрләп сәскә атасаҡ!

Яран гөлө гөрләп сәскә атасаҡ! 11.06.2026 // Баҡса

Бик файҙалы ашлама рецепты менән уртаҡлашабыҙ....

Тотош уҡырға 1

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы 11.06.2026 // Баҡса

Ул фигураһын һаҡлағандарға, диабет менән сирлеләргә бик шәп. Ә тәме-е-е!!!...

Тотош уҡырға 1

Йәшел һуғанды туңдырмай ғына һаҡлайбыҙ

Йәшел һуғанды туңдырмай ғына һаҡлайбыҙ 07.06.2026 // Баҡса

Еңел генә әҙерләнә һәм оҙаҡ итеп һаҡлана....

Тотош уҡырға 2

Гөл-сәскәләр күкрәп сәскә атһын өсөн

Гөл-сәскәләр күкрәп сәскә атһын өсөн 05.06.2026 // Баҡса

Лимон ярҙамға килә. ‎Был ябай кәңәш тураһында сайтта уҡығыҙ....

Тотош уҡырға 2

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар?

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар? 05.06.2026 // Баҡса

Сүп үләндәренән нисек ҡотолоу юлын да белеп ҡуяйыҡ. Баҡса үҫтереү – үҙе бер мауыҡтырғыс донъя. Әллә ......

Тотош уҡырға 4

Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле

Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле 04.06.2026 // Баҡса

Биҙрәләп уңыш йыйыу өсөн дүрт ябай кәңәште белергә һәм үтәргә генә кәрәк....

Тотош уҡырға 1

Бәрхәт сәскәһе дауалай ҙа икән

Бәрхәт сәскәһе дауалай ҙа икән 02.06.2026 // Баҡса

Уның төҫө лә, еҫе лә кеше организмы өсөн шифалы. Абруйығыҙ күтәрелер, сабыйығыҙ тыуыр, йәшәреп ......

Тотош уҡырға 2

Баҡса еләге ниндәй ашлама ярата, һыуҙы ҡасан һибергә?

Баҡса еләге ниндәй ашлама ярата, һыуҙы ҡасан һибергә? 02.06.2026 // Баҡса

Салауат районының баш агрономы Гүзәл Юлдашбаеваның кәңәштәрен уҡығыҙ....

Тотош уҡырға 3

Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе

Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе 02.06.2026 // Баҡса

Был сәскә, ысынлап та, баҡса биҙәге. Ә матурлығына өҫтәп хуш еҫе ни тора! Тик һыуҙы ҡыуағы төбөнә ......

Тотош уҡырға 2

Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ?

Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ? 30.05.2026 // Баҡса

Уны ваҡытында өҙөргә кәрәк, уларҙан ҡышҡылыҡҡа файҙалы тәмләткестәр әҙерләйбеҙ. Түбәндә унан паста ......

Тотош уҡырға 1

Сәселгән баҡсаны, айырыуса картуфты нисек ҡотҡарырға?

Сәселгән баҡсаны, айырыуса картуфты нисек ҡотҡарырға? 27.05.2026 // Баҡса

Көндәр һыуытып, оҙайлы ямғырҙар килә тиҙәр. Яуа ла башланы инде... Сәскән йәшелсәләрҙе нисек ......

Тотош уҡырға 3

Ҡарағат япрағының  ни тиклем шифалы булыуын беләһегеҙме?

Комментарий өҫтәргә