Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе

Был сәскә, ысынлап та, баҡса биҙәге. Ә матурлығына өҫтәп хуш еҫе ни тора! Тик һыуҙы ҡыуағы төбөнә һипмәгеҙ, сөнки...

Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе
Пион (дөр-дөр) сәскәһе ни тиклем матур булһа ла, бер аҙна эсендә ҡойолоп бөтә. Шуға күрә был күп йыллыҡ үҫентене тәрбиәләүгә күптәр иғтибар итмәй. Әммә уға ла тәрбиә талап ителә. Пиондың төрҙәре һәм сәскәне нисек үҫтереү буйынса бер нисә кәңәш.
 
Уны май айынан уҡ ашлай башлайҙар. Сәскәһе бөрөләнгәндә һәм сәскә атҡанда үҫемлекте һыу, 7,5 грамм аммиак селитраһы, 10 грамм суперфосфат, 5 грамм калий тоҙонан торған иретмә менән туҡландырырға кәрәк. Ул сәскә атып, ярты ай уҙғандан һуң, тупраҡты 5 грамм калий тоҙо һәм 10 грамм суперфосфатлы иретмә менән эшкәртәләр. Минераль һәм органик ашламаларҙы сиратлап индерергә мөмкин. Уларҙы ҡоро килеш ҡыуаҡ тирәһенә, бураҙналарға һалалар. Шулай уҡ әсетке (дрожжи) ҡулланыу ҙа файҙаға ғына.
 
Сәскәгә һыу һибеүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар. Мәҫәлән, йәй һыуыҡ килһә, һипмәҫкә лә мөмкин. Эҫе икән – аҙна-ун көнгә бер мәртәбә. Һыуҙы, ғәҙәттәгесә, ҡыуаҡ төбөнә һибәһегеҙҙер. Пионға былай ярамай. Уның тамыр­ҙары ситтә урынлашҡан, шуға ла һыуҙы төбөнән 20 – 25 сантиметр ситкәрәк һибергә кәрәк.
 
Пион сәскәһе бер урында 20 йыллап үҫә ала. Әммә ҡартая барған һайын, уның сәскәләре лә бәләкәйләнә һәм һирәгәйә. Шул сәбәпле уны 8 – 10 йыл һайын ҡаҙып алып, бүлеп, күсереп ултыртыу мөһим. Бының өсөн һабаҡтарын-япраҡтарын тулыһынса киҫеп алырға һәм, тамырҙарына зыян килтермәйенсә, ҡаҙып сығарырға кәрәк. Тамырҙарын йыуып, бер көн киптерәбеҙ. Һәр тамырҙа өс-дүрт бөрө ҡалырлыҡ итеп бүлгеләйбеҙ һәм 50 сантиметр тәрәнлектә ултыртабыҙ. Сәскәне төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡалыу өсөн, тамырҙы 30 минут марганцовка иретмәһендә тоторға кәрәк. Әммә был эште яҙ башҡарырға кәрәкмәй, август айына ҡалдырығыҙ.
 
Пион шулай уҡ йылылыҡ һәм яҡтылыҡ ярата. Шуға ла ҡояш нурҙары ялындырып ҡына төшкән урынға ултыртмау хәйерле. Уны елдән дә һаҡларға кәрәк. Сәскә үҫеп ултырасаҡ урын йорт нигеҙенән һәм ағастарҙан йыраҡ булырға тейеш. Юғиһә ағас тамырҙары сәскәнекенә зыян килтерәсәк.
 
Был сәскәлә иң йыш осрай торған ауырыу – ботритис. Май айында ауырыу билдәләре күренә башлай. Уның барлығын серек бәбәктәрҙән аңларға була, үҫемлектә һоро тимгелдәр барлыҡҡа килә. Пиондың зыян күргән өлөштәрен киҫеп алырға һәм яндырырға кәрәк. Профилактика сараһы булараҡ, үҫемлекте баҡыр купоросы иретмәһе менән эшкәртеү мөһим. Һарымһаҡ һыуы ла файҙалы.
 
Пиондың төрлө төҫтәре бар. Баҡсағыҙҙа үҫкән пион сәскәләре һеҙҙең күңелегеҙгә шатлыҡ өҫтәһен, әйткәндәй, был сәскәне байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе тип тә атайҙар.
 
 
Автор фотолары.


Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса

Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 0

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса

Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......

Тотош уҡырға 0

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа 13.09.2026 // Баҡса

Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ....

Тотош уҡырға 0

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым 10.09.2026 // Баҡса

Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова...

Тотош уҡырға 0

Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ!

Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ! 31.07.2026 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр баллы һыу ярата

Ҡыяр баллы һыу ярата 30.07.2026 // Баҡса

Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра....

Тотош уҡырға 0

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 29.07.2026 // Баҡса

Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға...

Тотош уҡырға 0

Был соусты күптәр яратып ашай

Был соусты күптәр яратып ашай 29.07.2026 // Баҡса

“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ!

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ! 27.07.2026 // Баҡса

Тоҙлауға ваҡыт та аҙ китә. Гөлнара Йәмилеванан рецепт - яҙмала....

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр тәңкәләре

Ҡыяр тәңкәләре 27.07.2026 // Баҡса

Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 0

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы 26.07.2026 // Баҡса

Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән ......

Тотош уҡырға 0