Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Сәселгән баҡсаны, айырыуса картуфты нисек ҡотҡарырға?

Көндәр һыуытып, оҙайлы ямғырҙар килә тиҙәр. Яуа ла башланы инде... Сәскән йәшелсәләрҙе нисек һаҡлап алып ҡалырға? Өфөнән ғалим кәңәштәр бирә.    

Сәселгән баҡсаны, айырыуса картуфты нисек ҡотҡарырға?

Баҡсасыларға ауыл хужалығы фәндәре докторы, картуф селекцияһы һәм орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе Илдар Мәрҙәншин кәңәш бирә. Эксперт билдәләүенсә, өҙлөкһөҙ ямғырҙар — үҫемлектәр өсөн ҙур стресс. Артыҡ дымлылыҡ бәшмәк инфекциялары менән генә түгел, ҡайһы бер йәшелсәләргә юҡҡа сығыу менән дә янай.

- Баҡсала ниндәй үҫемлектәрҙе тәү сиратта дымлылыҡтан ҡотҡарырға һуң? Зыян күреүе ихтимал булған төп культура - картуф, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ғалим. - Әгәр ямғырлы һауа торошо һаҡланһа, баҡсасыларға картуфты мөмкин тиклем бейегерәк күмергә кәңәш итәм. Был нимә өсөн кәрәк? Эш шунда: әгәр картуф бүлбеләре һыу баҫыу зонаһына (һыу кимәленән түбән ятҡанда) эләкһә, улар тын алмай һәм серей. Ни тиклем бейегерәк итеп күмһәгеҙ, шул тиклем бындай хәлгә эләгеү ихтималлығы кәмей. Шуға күрә ямғырһыҙ бер мәл һайларға һәм картуф уңышын һаҡлап ҡалырға тырышырға кәрәк.

Эксперт фекеренсә, хәүеф төркөмөндә тағы бер культура — һуған. Хәҙер ул яҡшы үҫә, ҡыяҡтары һутлы һәм эре. Һәм уның өҫтөндә аҡ тапсыҡтар - онло ысыҡ барлыҡҡа килеүе бар. Ауырыу шашҡан һайын зыян күргән урындар һарғая бара һәм ҡыяҡтар ҡорой.

Бынан тыш, помидорға иғтибар итергә кәрәк. Ямғырҙар һәм даими дымлылыҡ арҡаһында помидорҙың фитофтороз менән ауырыуы ихтимал. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Сөнки беҙҙә, нигеҙҙә, был ауырыуға сыҙамһыҙ сорттар үҫә. Айырыуса Башҡортостанда күҙәтелгән һалҡын һәм дымлы төндәрҙе иҫәпкә алһаҡ. Шуға күрә һуған һәм помидорҙы аҙнаһына бер тапҡыр Фитоспорин-АС менән эшкәртергә кәрәк. 

Болотло һауа торошонда йыш ҡына ҡыяр зыян күрә, сөнки ул йылылыҡ етмәүҙе бик өнәмәйДымлы һауа торошонда еләк тә серей. Ҡайһы бер баҡсасылар был осраҡта мульча ҡуллана. Мульча өсөн төрлө материалдар — һалам, бысҡы вағы бара.

Әммә ҡайһы бер культураларға ямғыр бер ни түгел.

— Сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, ҡабаҡ — был йәшелсәләргә һалҡын һәм дымлы һауа торошо тик файҙаға ғына. Был айырыуса сөгөлдөр һәм кишергә ҡағыла, — тип билдәләй Илдар Мәрҙәншин.

Ямғырҙар тамамланғандан һуң тупраҡты ҡаҙғыслап йомшартығыҙ — был артыҡ дымдың парға әйләнеүен тиҙләтәсәк һәм һауа алмашыныуын тергеҙәсәк. Шулай уҡ оҙайлы дымлы һауа шарттарында күпләп барлыҡҡа килгән лайлалы ҡусҡарҙар һәм ҡый үләндәре менән көрәшергә күберәк ваҡыт бүлергә кәрәк. Хәстәрлек күрһәтһәгеҙ, хатта шундай ҡатмарлы йәйҙә лә яҡшы уңыш алырһығыҙ.

 

Автор һәм Э. Ибраһимова фотоһы.



Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе"

Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса

Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...

Тотош уҡырға 0

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ

Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса

Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......

Тотош уҡырға 0

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа

Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа 13.09.2026 // Баҡса

Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ....

Тотош уҡырға 0

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым

Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым 10.09.2026 // Баҡса

Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова...

Тотош уҡырға 0

Рауза  гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ!
Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ!

Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ! 31.07.2026 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр баллы һыу ярата

Ҡыяр баллы һыу ярата 30.07.2026 // Баҡса

Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра....

Тотош уҡырға 0

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 29.07.2026 // Баҡса

Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға...

Тотош уҡырға 0

Был соусты күптәр яратып ашай

Был соусты күптәр яратып ашай 29.07.2026 // Баҡса

“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай ......

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ!

Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ! 27.07.2026 // Баҡса

Тоҙлауға ваҡыт та аҙ китә. Гөлнара Йәмилеванан рецепт - яҙмала....

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр тәңкәләре

Ҡыяр тәңкәләре 27.07.2026 // Баҡса

Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 0

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы

Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы 26.07.2026 // Баҡса

Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән ......

Тотош уҡырға 0