Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар?

Сүп үләндәренән нисек ҡотолоу юлын да белеп ҡуяйыҡ. Баҡса үҫтереү – үҙе бер мауыҡтырғыс донъя. Әллә күпме серҙәре бар уның. Беҙҙең гәзитебеҙҙең ҡунағы, Салауат районының баш агрономы Гүзәл Юлдашбаеваның бәрәңге үҫтереү, тупраҡты туҡландырыу, сүп үләндәренән, колорадо ҡуңыҙынан ҡотолоу буйынса кәңәштәре һеҙгә лә файҙалы булыр.  

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар?

– Бәрәңге үҫтереү буйынса тәжрибәмдән шуны әйтер инем,  мин сорттарҙы аралаштырылып үҫтерергә тырышам. Иртә өлгөргән "скарлет" сортын, уртаса өлгөргән "гала" сортын, ҡыш һаҡлау өсөн "синеглазка"ны һайлайым. Бер төрлө генә сорт сәсмәйем. Шулай отошлораҡ тип уйлайым. Ерҙе ашлауға килгәндә, көҙөн сидераттар - гәрсис, фацелия сәсеп ҡалырға тырышам. Улар тупраҡты туҡландыра, тамырҙары менән ерҙе йомшарта, һыу үткәреүсәнлекте көсәйтә. Үҫкән саҡтарында ерҙән азот, фосфор һәм башҡа элементтарҙы үҙләштерәләр, ә уларҙы сапҡас йәки күмгәс, сереп органик матдәгә әйләнәләр. Сүп үләндәренә ҡаршы был иң яҡшы ысулдарҙың береһе. Ҡуйы итеп сәселгән сидерат бөтә урынды ҡаплап алып, ҡый үләненә урын ҡалдырмай.

Гәрсис – тупраҡты фитофтора, парша кеүек ауырыуҙан таҙарта. Йыш ҡына яҡшы һөҙөмтә булһын өсөн был сидераттарҙы бергә сәсәләр. Мәҫәлән, тупрағы ауыр һәм әсе булған, һалҡын һәм дымлы яҙ өсөн гәрсис (70 процент) һәм фацелия (30 процент) ҡатнашмаһы тәҡдим ителә. Ҡышҡылыҡҡа ҡалдырыуҙың ике варианты бар, ҡайһыһын һайлау һеҙҙең төбәктәге ҡышҡа ҡарай. Көньяҡ райондар өсөн йылыраҡ ҡыш хас. Шуға уны сентябрь урталарында сәсеү кәңәш ителә. Сидерат 30-40 көн эсендә үҫеп өлгөрә. Уларҙы сәскә атҡансы сабырға кәрәк, аҙаҡ 5-7 сантиметр тәрәнлеккә ергә күмегеҙ. Был осраҡта ашлама тупраҡҡа туранан-тура эләгә. Уртаса һыуыҡлыҡтағы төбәктәр өсөн август аҙағы – сентябрь башында сидератты сәсеү кәңәш ителә. Сидерат үҫә, ләкин уны сабырға кәрәкмәй. Ҡышын уларҙың һабаҡтары ҡарҙы тотоп ҡалырға ярҙам итә, яҙ етеү менән улар серей башлай. Яҙын ер ҡаҙығанда йәки һөргәндә был ҡалдыҡтар ер менән бутап ебәрелә.

Яҙын ергә көл һибәм. Компост серетмәһен дә ҡулланам. Ул - ҡиммәтле тәбиғи ашлама - тупраҡтың структураһын яҡшырта. Ҡомло ер булһа, уны йәбештерә, балсыҡлы урынды йомшарта. Минең ысулым - ҡат-ҡат түшәү. Бының өсөн ике төрлө ризыҡ кәрәк: углеродлы һәм азотлы. Участоктағы буш урынды компостлау өсөн ҡулланам. Ерҙең өҫкө ҡатламын көрәк менән алам һәм яҙ, йәй дауамында уны ҡалдыҡтар менән тултырам. Йәшел үлән массаһын, аш-һыу ҡалдыҡтарын, ҡоро япраҡтарҙы һалам, тиреҫ, тауыҡ тиҙәге менән аралаштырам. Көҙөн уларҙы тупраҡ менән ҡаплайым һәм сидераттар – гәрсис, борсаҡ, фацелия, һоло сәсәм. Киләһе яҙ ерҙе көҙгә тиклем үҫкән йәшеллек менән бергә ҡаҙыйым, түтәлгә йәшелсә культуралары ултыртам. Компосты башҡа түтәлдәргә лә таратырға мөмкин.

Бәрәңгене ултыртыу ваҡытын да йылына ҡарап көйләйем. Ҡайын япраҡ ярғас ултыртам. Әгәр май һыуыҡ килһә, 5-10 июнгә тиклем сәсергә була. Тупраҡтың температураһы плюс 8-10 градус булғанда бик уңайлы.

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы химияны һуңғы сиктә генә ҡулланам. Был ҡоротҡосҡа ҡаршы һөҙөмтәле тәбиғи алымдар ҙа бар. Һарымһаҡ уғы, әрем, сөйәл үләне (чистотел) үләндәрен йыйып, тәүлегенә 10 литр һыуға 2 килограмм ошо үләндәрҙе төнәтеп һибәм. Әгәр был ҡуңыҙҙар күп икән, боронғо ысулды ҡулланам, уларҙы сүпләйем.

Автор фотоһы.

 

 



Автор: Резеда Шәнгәрәева / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7