Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә.

Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән Рәхимә Мусина бар яҡлап та оҫта: күҙҙең яуын алыр ҡул эштәре тиһеңме, үләндәрҙән шифалы сәй әҙерләү булһынмы йә иһә йәшелсәләрҙән төрлө тәмле ризыҡтар. Был юлы беҙгә ҡыяр тоҙлауҙың шәп рецебен тәҡдим итә.
"Эй, ҡыярҙың ҡайҙа ғына ҡуйып бөтөргә белмәгән мәле! Биш төп ҡыярҙың уңышын ҡайҙа итергә белмәйем. Өс литрлыҡ банкаларға күп итеп тоҙлаусылар аптырамайҙыр, әлбиттә, ә бына минең кеүек тоҙло ҡыярға иҫе китмәгән яңғыҙ тамаҡтар өсөн ҡулай бер рецепт тәҡдим итмәксе булам. Исеме — "Ҡыяр тәңкәләре".
Тәңкә булғас, башта ҡыярҙарҙы түңәрәкләп ҡырҡабыҙ. Таҙа итеп йыуылған ярты литрлыҡ банкаларҙың төбөнә укроп япраҡтары, һарымһаҡ, түңәрәк ҡара борос, булһа гәрсис, уксус, көнбағыш майы һәм шуларҙың өҫтөнә һыйған тиклем ҡыяр тәңкәләре һалабыҙ.
Банкаларға һалҡын һыу ҡоябыҙ. Ҙур кәстрүлдең төбөнә таҫтамал йәйеп, өҫтөнә банкаларыбыҙҙы теҙәбеҙ, ҡапҡастарын һалабыҙ һәм яурындарына тиклем йылымыс һыу тултырабыҙ.
Ҡайнап сыҡҡандан һуң 15 минут стерилләйбеҙ (артыҡ булмаһын, юғиһә ҡыяр ныҡ бешә, кетерләмәй). Иң аҙаҡ банкаларҙы кәстрүлдән алып, ҡапҡастарын нығытабыҙ ҙа түңкәреп һыуытырға ҡуябыҙ. Ҡапларға кәрәкмәй!
Ярты литрлыҡ бер банка өсөн кәрәк:
Ҡыяр - 300 г (һыйған тиклем).
Укроп - 2 шәлкем.
Һарымһаҡ - 1-2 теш.
Ҡара борос - 2-3 шт.
Гәрсис (горчица орлоғо) - ярты сәй ҡалағы.
Тоҙ - 1 сәй ҡалағы.
Шәкөр - 2 сәй ҡалағы.
Уксус 9% - 1 аш ҡалағы.
Үҫемлек майы - 1 аш ҡалағы.
Уңышлы ғына килеп сыҡһа, тел йоторлоҡ тәмле була.
Фото һәм сығанаҡ: Рәхимә Мусина.
Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса
Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....
Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса
Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....
Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы 22.10.2026 // Баҡса
25 минут етә! Эшләп ҡарайыҡ!...
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса
Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....
Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса
Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...
“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса
Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......
Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...
Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса
Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......
Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса
Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......
Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса
Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......
Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса
Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......
Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса
Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......