Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зөһрәнең мөғжизәле донъяһы
Ер үҙен ҡәҙерләгәндәрҙе ярата. Һуңғы егерме-утыҙ йылда халҡыбыҙҙың баҡса үҫтереүгә иғтибары ҡыуандыра. Ҡайһы ғына ауылға барма – тәҙрә алдын емеш ағастары биҙәй. Егәрлеләр элекке кеүек иғтибар биреп кенә ҡалмай, кәбеҫтәнән башлап бөтә төр аҙыҡ-түлеккә хаҡ күтәрелгәндә, үҙеңдең көсөң менән үҫтергән емеш-еләк, йәшелсә ғаилә бюджеттарында байтаҡ “тишекте ямағаны”н да аңлай.


Баҡсасылыҡты оло маҡсат, күңел талабы итеп күреүселәр һирәгерәк. Ә яратҡандар өсөн ер эшкәртеү, йәшелсә, емеш үҫтереү – аҙыҡ-түлек мәсьәләһен хәл итеү генә түгел, ә ысын-ысынында йәнгә ләззәт би­реүсе шөғөл. Район буйынса уларҙы бармаҡ менән һанай алам, ҡайһы берҙәре менән яҡындан аралашам. Ер эшенә мәкиббән бирелгән уңғандар ижад иткән мөғжизәле донъя мине сикһеҙ һоҡландыра, ҡанатландыра, үҙемә лә арымай-талмай баҡсала соҡсоноу өсөн көс бирә.
– Баҡсаһыҙ тормошто күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти Рәсәйҙең почетлы кинематографы, хеҙмәт ветераны Зөһрә Бүребай ҡыҙы Хәки­мова. – Йыл һайын яҙҙы һағынып көтөп алам. Йәшәүгә көс-дәрт биргән дә әлеге баҡсам…
Зөһрә – Ҡаҙмаш ауылы ҡыҙы. Атаһы Бүребай ағай – “ауыл Мичурины”, тирә-яҡта дан тотҡан баҡсасы булған. Ул яҡтарҙа һауа шарттары күпкә ҡырыҫыраҡ, күпселек еләк-емеште үҫтереп тә булмай, ҡыяр менән томатҡа мотлаҡ парник йә теплица кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, Бүребай Моталов тормош иптәше Мәрзиә апай һәм алты балаһы ярҙамында йылдың-йылы йәшелсә-емештән мул уңыш йыйыр булған. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, ул баҡсала төрлө тәжрибәләр ҙә үткәргән. Кәбеҫтәне генә лә йөҙәр төп ултырта торғайны, тиҙәр бөгөн уның хаҡында.
Ергә мөхәббәт балаларына ла күскән: барыһы ла баҡса эшенә битараф түгел. Әммә Зөһрә, иң өлкән­дәре, был шөғөлгә бөтә күңел йылыһын биргән тәжрибәле баҡсасы. Әлбиттә, ғаиләһендә уны аңлайҙар, һәр яҡлап ярҙам итергә әҙер торалар. Ире Раил ауыр эштәрҙе үҙенә алырға тырыша, ләкин Зөһрә өсөн көндәр буйы ер эшкәртеү – утау, йомшартыу, ашлау – үҙе бер донъяға тиң. Ул үҫемлектәрҙең “телен” белә, улар менән иркәләп һөйләшә, мохтажлыҡтарын аңлап-белеп тора. Яҙын, тирә-йүн терелгән мәлдәрҙә, бында емеш-еләк сәскәгә бөрөләнә, хуш еҫе менән йөрәкте елкендерә, йәйен-көҙөн, инде уңыш өлгөрә башлағас, әйләнә-тирәне емеш-еләктең күплеге хайран ҡалдыра. Алмағас ҡына бында ун бер төп. Ҡара, ҡыҙыл, аҡ ҡарағат, сейә, айыу баланы, груша, крыжовник һәм башҡа емеш ҡыуаҡлыҡтары… Баландың иһә әсеһе, шәкәрлеһе лә, ҡырҙа үҫкәне лә бар. Ғәҙәттә, беҙ ағасты ултыртабыҙ ҙа ул ниндәй генә уңыш бирһә лә ҡәнәғәт ҡалабыҙ. Зөһрә иһә яңы сорттар һайлай, алыштыра, ҡәҙерләп тәрбиәләй һәм мул уңыш үҫтерә. Ул үҫтергән ҡарағат баҡса сейәһе һымаҡ эре, татлы, еләге үҙенән-үҙе ауыҙҙа ирей. Баҡсала ҡый әҫәре күрмәҫһең. Бөтә төр йәшелсәнән тыш, бында артыш та, дарыу үләндәре һәм сәскәләр ҙә урын алған.
– Улыбыҙ Дим артышты тауҙан алып килеп ултыртҡайны, һуңғараҡ Баймаҡ яғынан да алып ҡайттыҡ, матур ғына үҫеп киттеләр, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Зөһрә Бүребай ҡыҙы.
Беҙҙең яҡтарҙа башлы һуған кинәндереп үҫә һалып бармай. Һәр хәлдә Иглин, Нуриман райондарын­дағыға көнләшергә генә ҡала. Зөһрә үҫтергән һуған иһә эре һәм һутлы була, күрәһең, был осраҡта ла уның үҙе генә белгән серҙәре барҙыр. Иң мөһиме – ул бер генә үҫемлекте лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Ә йәшел һуғандың ниндәй генә төрө юҡ Хәкимовтарҙың баҡсаһында!
– Нисек өлгөрәһең? – тип һорамай булдыра алманым Зөһрә Бүребай ҡыҙынан.
– Мин бит таңғы сәғәт дүрттә үк торам. Ҡояш ҡалҡҡансы байтаҡ эш башҡарып өлгөрәм. Йоҡларға, әлбиттә, башҡаларҙан иртәрәк ятам, – тип яуап бирҙе Зөһрә.
Бөгөн һәр төрлө кәңәш биргән журнал, китаптар бик күп. Ләкин баҡсасылыҡта мул уңышҡа күберәк үҙ тәжрибәң аша киләһең. Ҡайҙалыр килешкән кәңәштең беҙҙә, ҡырыҫ тәбиғәтле Урал аръяғында, ярамауы ла ихтимал. Зөһрә лә шундай фекерҙә.
Хәкимовтар Дауыт ауылында йәшәй. Донъялары матур, күркәм. Өләсәй менән олатай ейәндәренә лә ҙур терәк.
Хәстәрлекле хужа арбаһын ҡыш әҙерләй. Зөһрә лә яҙғы сәсеүгә әҙерлекте алдан хәстәрләй. Ҡайҙа нимә ултыртырға, ниндәй төр йәшел­сәгә өҫтөнлөк бирергә – үҙе өсөн ул күптән бөтәһен дә билдәләп ҡуйған. Шуға ла бөгөн уларҙың баҡсаһы аллы-гөллө сәскәләргә, һутлы емеш-еләккә, һәр төрлө йәшелсәгә күмелеп ултыра.

Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ямғырлы йәйҙә картуфты нисек ҡотҡарырға?

Ямғырлы йәйҙә картуфты нисек ҡотҡарырға? 06.07.2025 // Баҡса

Быйылғы йәй ямғырлы һәм һыуыҡ килде. Баҡсала сәселгәнде нисек һаҡлап алып ҡалырға? Картуф, һуған...

Тотош уҡырға 3

Ҡарбуз миҙгеле башланды

Ҡарбуз миҙгеле башланды 06.07.2025 // Баҡса

Тик кемгәлер уны ҡулланыу ярамай. Әйҙәгеҙ, ҡарап үтәйек...    ...

Тотош уҡырға 8

Өй шарттарында Фанта яһау ысулы

Өй шарттарында Фанта яһау ысулы 06.07.2025 // Баҡса

Ҡыш көнө рәхәтләнеп эсер өсөн бик тәмле эсемлек килеп сыға...

Тотош уҡырға 9

Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле!

Бындай компотты эскәнегеҙ юҡтыр әле! 05.07.2025 // Баҡса

Компот бик тәмле килеп сыға, бер ҡасан да боҙолмай....

Тотош уҡырға 18

"Пятиминутка" буйынса түгел, Асия апай өйрәткәнсә ҡайнатам

"Пятиминутка" буйынса түгел, Асия апай өйрәткәнсә ҡайнатам 04.07.2025 // Баҡса

Ҡарағат ҡайнатмаһы яратаһығыҙмы? Мин дә яратам. 20 йыл инде күршем өйрәткән рецепт буйынса...

Тотош уҡырға 19

Ҡара ҡарағаттан тиҙ эшләнә торған ҡайнатма

Ҡара ҡарағаттан тиҙ эшләнә торған ҡайнатма 03.07.2025 // Баҡса

Хуш еҫен һәм төҫөн һаҡлай. Ә һеҙ ҡара ҡарағат ҡайнатмаһын нисек эшләйһегеҙ? Рецепттарығыҙ менән...

Тотош уҡырға 25

Көн һайын өс-дүрт помидоры ҡыҙарып тора

Көн һайын өс-дүрт помидоры ҡыҙарып тора 02.07.2025 // Баҡса

Ә ҡыярҙары май башында уҡ өлгөргән. Алаҡай уңғанының баҡса үҫтереүҙә ниндәй сере бар?...

Тотош уҡырға 29

Ниндәй мәтрүшкә файҙалыраҡ?

Ниндәй мәтрүшкә файҙалыраҡ? 02.07.2025 // Баҡса

Мәҫәлән, һары мәтрүшкә айырыуса аш һеңдереү ағзалары сирҙәренән яҡшы ярҙам итә икән. Тағы......

Тотош уҡырға 28

Ҡыҙыл ҡарағаттан желе эшләп ҡарайыҡ!

Ҡыҙыл ҡарағаттан желе эшләп ҡарайыҡ! 01.07.2025 // Баҡса

Баҡсаларҙа ҡарағаттар бешә башланы, уңған хужабикәләр емештәрҙән ҡайнатмалар әҙерләй...

Тотош уҡырға 31

Ә һеҙ банкаларҙы нисек стерилләштерәһегеҙ?

Ә һеҙ банкаларҙы нисек стерилләштерәһегеҙ? 01.07.2025 // Баҡса

Еп-еңел ысулдар тәҡдим итәбеҙ. Ҡайнатырға кәрәкмәй!...

Тотош уҡырға 36

Баҙығыҙға сысҡан ояланымы?

Баҙығыҙға сысҡан ояланымы? 01.07.2025 // Баҡса

Уларҙан бөтөнләй ҡотолор өсөн нимә эшләргә кәрәк? Түбәндә - һөҙөмтәле алым....

Тотош уҡырға 36

Әҫпе еләген белеүселәр бармы?

Әҫпе еләген белеүселәр бармы? 29.06.2025 // Баҡса

Ул күберәк ташландыҡ нигеҙ буйҙарында, баҡса ситтәрендә, тиреҫле, дымлы, күләгәле урындарҙа,...

Тотош уҡырға 35