Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ҡарбуз миҙгеле башланды
Ҡарбуз миҙгеле башланды

Ҡарбуз миҙгеле башланды

Тик кемгәлер уны ҡулланыу ярамай. Әйҙәгеҙ, ҡарап үтәйек...    


Ҡарбуз 90% һыуҙан торғанлыҡтан медицинала уның файҙаһы юҡ тип уйлағандар. Һуңғы йылдарҙа ғына уның файҙалы матдәләргә бай икәнлеген асыҡланғас, медицинала киң ҡулланыла башлай. Артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолорға теләүселәр уны шуға ла үҙ итә инде.
 
Ҡарбуз диетаһы, ябығырға ғына ярҙам итеп ҡалмайынса, организмдан шлактарҙы һәм ағыулы матдәләрҙе лә сығара. Әммә уны ябығыу маҡсатынан ғына ашарға кәрәкмәй, ҡарбуздың витаминдарға һәм микроэлементтарға бай булыуы тураһында ла онотмайыҡ.
Әйтәйек, ҡарбуз йомшағында нервы системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһаған һәм ҡауаҡ-бетсәләрҙе булдырмаҫҡа булышҡан В төркөмө витаминдары, иммунитетты нығыта һәм иртә ҡартайыуға ҡаршы көрәшкән С витамины, арығанлыҡты бөтөрә, кәйеф һәм йоҡоно яҡшыртҡан РР витамины, йөклө һәм бала имеҙгән ханымдарға фолий кислотаһы бар.


Быларҙан тыш, ҡарбуз тимер, фосфор һәм кальцийға бай. Унда айырыуса магний күп. Магний организмдан насар холестеринды сығара, тән тиреһен һығылмалы итә, ҡан баҫымын көйләй, бөйөр һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Организмды көндәлек күләмдәге магний менән байытам, тиһәң, 150 гр ҡарбуз ашау ҙа етә.


Уның составындағы калий иһә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Әлбиттә, калий бананда ла бар. Тик ҡарбузда һыу күп булыуы әлеге файҙалы элементты үҙләштерергә ярҙам итә.
Ҡарбуз дауалау сараһы булараҡ та ҡулланыла ала. Уның организмдан шлактарҙы сығарыуын иҫтә тотоп, ҡарбузды зарарлы производствола эшләүселәргә тәҡдим итәләр. Бөйөр һәм бауыр, атеросклероз, гипертония һәм эсәклек ауырыуҙарынан яфаланыусыларға уны күпләп ашарға кәрәк. Әммә бөйөрҙәре менән айырыуса проблемалар булғандарға уны һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә.
Кемдәр шәкәр даибеты менән ауырый уларға ҡарбуз ашау зарарлы.


Ҡарбуз миҙгеле ваҡытында үҙегеҙҙе ҡыуандырып алырға онотмағыҙ! Татлы һәм тәмле ҡарбуз күңелдәрегеҙҙе күтәрһен, йәнегеҙгә һәм тәнегеҙгә шифа бирһен!
 
Автор фотоһы


Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә