Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ямғырлы йәйҙә картуфты нисек ҡотҡарырға?
Ямғырлы йәйҙә картуфты нисек ҡотҡарырға?

Ямғырлы йәйҙә картуфты нисек ҡотҡарырға?

Быйылғы йәй ямғырлы һәм һыуыҡ килде. Баҡсала сәселгәнде нисек һаҡлап алып ҡалырға? Картуф, һуған һәм помидорҙы нисек серетмәҫкә? Өфөнән ғалим кәңәштәр бирә.

Баҡсасыларға ауыл хужалығы фәндәре докторы, картуф селекцияһы һәм орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүсе Илдар Мәрҙәншин кәңәш бирә. Эксперт билдәләүенсә, өҙлөкһөҙ ямғырҙар — үҫемлектәр өсөн ҙур стресс. Артыҡ дымлылыҡ бәшмәк инфекциялары менән генә түгел, ҡайһы бер йәшелсәләргә юҡҡа сығыу менән дә янай.


- Баҡсала ниндәй үҫемлектәрҙе тәү сиратта дымлылыҡтан ҡотҡарырға һуң? Зыян күреүе ихтимал булған төп культура - картуф, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ғалим. - Әгәр ямғырлы һауа торошо һаҡланһа, баҡсасыларға картуфты мөмкин тиклем бейегерәк күмергә кәңәш итәм. Был нимә өсөн кәрәк? Эш шунда: әгәр картуф бүлбеләре һыу баҫыу зонаһына (һыу кимәленән түбән ятҡанда) эләкһә, улар тын алмай һәм серей. Ни тиклем бейегерәк итеп күмһәгеҙ, шул тиклем бындай хәлгә эләгеү ихтималлығы кәмей. Шуға күрә ямғырһыҙ бер мәл һайларға һәм картуф уңышын һаҡлап ҡалырға тырышырға кәрәк.


Эксперт фекеренсә, хәүеф төркөмөндә тағы бер культура — һуған. Хәҙер ул яҡшы үҫә, ҡыяҡтары һутлы һәм эре. Һәм уның өҫтөндә аҡ тапсыҡтар - онло ысыҡ барлыҡҡа килеүе бар. Ауырыу шашҡан һайын зыян күргән урындар һарғая бара һәм ҡыяҡтар ҡорой.


Бынан тыш, помидорға иғтибар итергә кәрәк. Ямғырҙар һәм даими дымлылыҡ арҡаһында помидорҙың фитофтороз менән ауырыуы ихтимал. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Сөнки беҙҙә, нигеҙҙә, был ауырыуға сыҙамһыҙ сорттар үҫә. Айырыуса Башҡортостанда күҙәтелгән һалҡын һәм дымлы төндәрҙе иҫәпкә алһаҡ. Шуға күрә һуған һәм помидорҙы аҙнаһына бер тапҡыр Фитоспорин-АС менән эшкәртергә кәрәк. 


Болотло һауа торошонда йыш ҡына ҡыяр зыян күрә, сөнки ул йылылыҡ етмәүҙе бик өнәмәй. Дымлы һауа торошонда еләк тә серей. Ҡайһы бер баҡсасылар был осраҡта мульча ҡуллана. Мульча өсөн төрлө материалдар — һалам, бысҡы вағы бара.


Әммә ҡайһы бер культураларға ямғыр бер ни түгел.


— Сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә, ҡабаҡ — был йәшелсәләргә һалҡын һәм дымлы һауа торошо тик файҙаға ғына. Был айырыуса сөгөлдөр һәм кишергә ҡағыла, — тип билдәләй Илдар Мәрҙәншин.


Ямғырҙар тамамланғандан һуң тупраҡты ҡаҙғыслап йомшартығыҙ — был артыҡ дымдың парға әйләнеүен тиҙләтәсәк һәм һауа алмашыныуын тергеҙәсәк. Шулай уҡ оҙайлы дымлы һауа шарттарында күпләп барлыҡҡа килгән лайлалы ҡусҡарҙар һәм ҡый үләндәре менән көрәшергә күберәк ваҡыт бүлергә кәрәк. Хәстәрлек күрһәтһәгеҙ, хатта шундай ҡатмарлы йәйҙә лә яҡшы уңыш алырһығыҙ.


Э. Ибраһимова фотоһы.


Сығанаҡ: https://i-gazeta.com/news/novosti/2025-07-04/kak-v-bashkirii-spasti-urozhay-ot-anomalnyh-dozhdey-4301201



Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә