Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күпләп ҡаҙ аҫрарға ине...”
“Күпләп ҡаҙ аҫрарға ине...”“Беҙҙең ауыл эргәһенән Үҙән йылғаһы аға. Ҡаҙ, өйрәк аҫрар өсөн вағыраҡ күләүектәр ҙә етерлек. Былтыр балаларға ла, үҙебеҙгә лә байтаҡ ҡына ҡаҙ үҫтерҙек. Хатта артығын һатырға ла етте. Тик ниндәй тоҡомлоларға өҫтөнлөк бирергә икәнен белмәйбеҙ. Хәҙер бит оя баҫыусы ҡаҙҙар һирәк, шуға ла бәпкәләрҙе инкубаторҙарҙан һатып алабыҙ. “Йорт-ҡура”ла ҡаҙҙарҙың төрҙәре тураһында яҙһағыҙ ине.
Бикмәтовтар.
Ҡырмыҫҡалы районы.”


Беҙҙең илдә егерменән ашыу төр ҡаҙ үҫтерәләр. Улар араһында бигерәк тә холмогор, кубан, горький, ҡытай, рейн, итальян тоҡомлолары киң таралған. Халыҡ селекцияһы алымы менән сығарылған был ҡаҙҙар итенең тәме, йомортҡаларының сифаты, уларҙы күп һалыуҙары менән айырылып тора. Шәхси хужалыҡтарҙа теләп тотолған, һәр кем алып үҫтерә алған бер нисә тоҡом тураһында яҙып үтәйек.
Горький тоҡомло ҡаҙҙар ярайһы уҡ яңы. Үткән быуаттың 60-сы йылдарында ғына сығарылған. Улар башҡаларҙан ҡорһаҡ өлөшө сығып тороуы, суҡыш аҫтында “муҡсайы”, маңлайында “ороһо” булыуы менән айырыла. Был төр ҡоштар йомортҡаны күп һала, ләкин бик аҙҙары ғына оя баҫа. Әгәр холмогор тоҡомлоларҙың йомортҡаларынан 50 процент ҡына бәпкә сыҡһа, быларҙан 75-кә етә. Бәпкәләр тиҙ үҫә, өлгөрә. Ҡаурыйҙары, мамығы — ап-аҡ, һоролары һирәк була.
Ҡытай тоҡомло ҡаҙҙар Ҡытай һәм Төньяҡ Маньчжурияла төйәк итеүсе ҡырағай ҡаҙҙарҙан сыҡҡан. Улар йомортҡаны күп һала, инкубацион сифаты ла яҡшы, тәбиғәт шарттарына , мөхиткә тиҙ яраҡлашып китә. Кәүҙәһе уртаса оҙонлоҡта, ҡалҡыу. Һоро һәм аҡ төҫтә булалар. Аҡтарының муйынында ап-аҡ һыр үтһә, һороларының елкә, муйын өлөшөндә ҡарағусҡыл һоро төҫ һуҙыла. Ата ҡаҙҙарҙың маңлайындағы “шеше” инәһенекенә ҡарағанда ҙурыраҡ. Аҡ ҡоштарҙыҡы — ҡыҙғылт-һары, һороларыныҡы ҡара төҫтә була.
Эре һоро тоҡомло ҡаҙҙар шәхси хужалыҡтарҙа киң таралған. Тән төҙөлөшө ныҡлы, уртаса оҙонлоҡта, еңелсә ҡалҡыу. Ҡорһаҡ өлөшөндә май тупланмаһы булған ҡатламдар беленеп тора. Был ҡоштар оя баҫыуға һәләтле, хәрәкәтте ярата.
Кубан тоҡомлоноң исеме үк уның ҡайҙа сығарылыуы тураһында һөйләй. Тоҡом сығарғанда ҡытай һәм горький тоҡомло ҡаҙҙар файҙаланылған. Шуға ла кубан икеһенә лә тартым, уртаҡ сифаттарҙы үҙенә алған.
Оброшен тоҡомлолар һирәк аҫрала, ләкин ул яйлап тарала бара. Уның тереләй ауырлығы 7 килограмға етә. Тән төҙөлөшө эре, ныҡлы. Ә бына башы бәләкәй. Суҡышы киң, ҡыҙғылт-һары төҫтә. Ҡорһаҡ өлөшө — аҡ, башҡа ере — һоро. Муйынында ҡарағусҡыл һоро “галстук” бар.
Ромен тоҡомлоларҙы борондан Украинала аҫрайҙар. Ул халыҡ селекцияһы ысулы менән һоро йорт ҡаҙҙарынан сығарылған. Йылына 12–15 йомортҡа һала, оя баҫыусан. Ромендарҙы эре һоро тоҡомло ҡоштар алыу өсөн файҙаланалар.
Тула “һуғыш суҡмарҙары”н (Тульская бойцовая) халыҡ селекция ысулы аша, һуғышсан сифаттарын һайлап алып сығарған. Башлыса һуғыштырыу өсөн файҙаланһалар ҙа (ҡаҙ һуғыштырыу ярыштары, мәҫәлән, Нижегород өлкәһенең Павлов ҡалаһында үтә), был тоҡом ҡоштар оя баҫыу һәләтенә эйә, ата ҡаҙҙар — алыштырғыһыҙ ғаилә башлығы. Һауа шарттарына тиҙ яраҡлашалар, сыҙамлылар. Шуға ла ҡырыҫ тәбиғәтле төбәктәрҙә уларҙы теләп аҫрайҙар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баҙар түгел,  баҡса бирә ашлама

Баҙар түгел, баҡса бирә ашлама 31.01.2024 // Баҡса

Баҡсалағы һәр түтәл-ҡыуаҡтан биҙрәләп уңыш алыу – һәммәбеҙҙең дә яҡты хыялы. “Компостер” тигән...

Тотош уҡырға 1 352

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр

Ҡыяр-помидор тоҙлар мәл Һыуыҡ һыуҙа тоҙланған ҡыяр 15.07.2023 // Баҡса

Өс литрлыҡ банка төбөнә бер укроп һабағы, ҡурай еләге, ҡарағат, сейә япрағы һалырға. Бер рәт ҡыяр...

Тотош уҡырға 3 226

Уңышты нисек һаҡларға?

Уңышты нисек һаҡларға? 15.07.2023 // Баҡса

Сөгөлдөр һәйбәт һаҡланһын өсөн һабағын ҡул менән бороп өҙмәгеҙ, ә төбөн 1-1,5 сантиметр оҙонлоғонда...

Тотош уҡырға 1 501

Алтын йомортҡа... һарайҙа

Алтын йомортҡа... һарайҙа 21.05.2023 // Баҡса

Тауыҡ йылы тамамланды, ләкин шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт тотоу төп тармаҡ булып ҡала. Ите,...

Тотош уҡырға 1 316

Кишер яратһаң

Кишер яратһаң 21.05.2023 // Баҡса

Кишерһеҙ бер табынды ла күҙ алдына килтереп булмай. Уны беҙ аш, былау бешергәндә, салаттар...

Тотош уҡырға 1 301

Сәскәләр тураһында

Сәскәләр тураһында 21.05.2023 // Баҡса

– Башҡа мәшәҡәттәр менән мартта сәскә сәсә алманым. Йәй көнө баҡсаға күсереп ултыртыу өсөн әле...

Тотош уҡырға 1 541

Ер еләге үҫтереү тәртибе

Ер еләге үҫтереү тәртибе 21.05.2023 // Баҡса

Беҙҙәге һауа шарттарында ер еләгенең вегетация осоро ҡар иреп бөткәс тә башлана. Май аҙаҡтарында...

Тотош уҡырға 1 212

Нимә беләбеҙ?

Нимә беләбеҙ? 21.05.2023 // Баҡса

Картуф мал, ҡош-ҡорт аҙығында ла, сәнәғәт өлкәһендә лә киң ҡулланыла. Медицина өлкәһе ғалимдары...

Тотош уҡырға 1 285

Редис, помидор, борос...

Редис, помидор, борос... 23.03.2022 // Баҡса

Иртә яҙҙан сәсеп үҫтерелгән йәшелсә үҫентеләрен башта быяла йәки полиэтилен япма аҫтына, шунан асыҡ...

Тотош уҡырға 1 963

Һыу һибеү һәм туҡландырыу

Һыу һибеү һәм туҡландырыу 23.03.2022 // Баҡса

Июлдә баҡсала төп эштәр­ҙең береһе ул. Һыуҙы иртән йә­ки кисен, ҡояш артыҡ ҡыҙ­ҙыр­ма­ғанда,...

Тотош уҡырға 2 068

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос

Ҡоротҡостарҙы ҡоротҡос 23.03.2022 // Баҡса

Туҡланыу шарттарына ҡарап, ҡоротҡостар ике төргә бүленә: беренсеһе үҫемлектең һутын һурһа, икенсеһе...

Тотош уҡырға 1 370

Әтәсте нисек һайларға?

Әтәсте нисек һайларға? 23.03.2022 // Баҡса

Ихата йәме нимәлә? Нисек кенә сәйер булмаһын — әтәстә! Һәүетемсә генә барған ауыл тормошона...

Тотош уҡырға 1 692