Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәнгә - сихәт, йәнгә рәхәт бирер
Тәнгә - сихәт, йәнгә рәхәт бирерБаҡса — еләк-емеш, йәшелсә үҫтереү ере генә түгел, талсыҡҡан тәнгә ял, күңелгә тыныслыҡ биргән урын да.
Күҙҙең яуын алып торған сәскәләр илһам, матурлыҡ сығанағы булһа, еләк-емеш, ағас-ҡыуаҡтары дәрт, сәм өҫтәй. Кеше ут менән һыуға ғына ҡарап туймай, тигән әйтем бар. Шуға ла хәҙерге баҡсаларҙа шашлыҡ бешереү өсөн усаҡ урыны әҙерләү, һыу ятҡылыҡтары ҡаҙыу, йәғни яһалма күл булдырыу ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара.
Үҙ тәжрибәмдән сығып, уҡыусыларға яһалма күл эшләүҙең бер ысулын тәҡдим итмәксемен. Бынан дүрт-биш йыл элек ҡоҙоҡ ҡаҙыныҡ. Әлбиттә, тупраҡтың өҫкө ҡатламын бар баҡсаға таратһаң да булыр ине. Ә бына 12 метрҙан сыҡҡан тиҫтәләрсә тонна-кубометр балсыҡты ҡайҙа илтергә? Йорт алдынан алынған балсыҡ ситкә түгелергә тейеш түгел, тигән ырым да бар. Уныһы, бәлки, мөһим дә булмаҫ ине, әгәр ҙә йыйылған ҡаҙылма “Альп тауы”на оҡшамаһа. Шулай итеп, ҡоҙоҡло ла, таулы ла булдыҡ. Береһен эшләһәң, икенсеһе сиратта тора бит ул. Уйламағанда бәләкәй генә һыу ятҡылығы яһау теләге тыуҙы. Ҙурлығын әллә ни киңәйтмәнек — 3х4 метр итеп буласаҡ күлдең урынын билдәләнек, 80–90 сантиметр тәрәнлектә ҡаҙҙыҡ. Тупраҡ "тау" өҫтөнә китте, балсығы — ошо уҡ сәскәлекте бер аҙ оҙонайтыуға. Соҡор әҙер булғас, төбөнә селтәр-рабица түшәнек. Ул ергә ятырға тейеш түгел — 10–15 см ара ҡалдырыла, күтәрелеп, йыйырылып тормаһын өсөн билдәле арауыҡта сөйҙәр менән нығытыла. Стеналары, иҙелмә ағып төшмәҫлек итеп, һөҙәгерәк алына, шул уҡ рабица ҡағыла. Ул инде иҙелмәне ярылмаҫлыҡ итә. Цемент, ҡырсынташ ҡатнашмаһы сетка менән тигеҙ булғансы һалына. Һуңынан 10 см тирәһе тағы бер тапҡыр йәйелә. Кипкәс, стена плитәләре йәбештереү өсөн ҡулланылған, нигеҙен цемент, гипс тәшкил иткән елем менән нәҙек кенә итеп һылап сығырға кәрәк. Урыны менән стенаға ваҡ таштар ҙа йәбештереп ҡуйһаң, матур, тәбиғи була. "Яр"ҙың ситтәренә эрерәк ҡырсынташ түшәлә.
Һыуҙы көн дә тиерлек алыштыраһың. Был эштән ҡурҡырға ярамай: тәүҙә ҡоҙоҡтан һалҡын һыу һурҙырғыс ярҙамында күлгә ағыҙыла, һуңынан йылы һыу йәшелсәгә һиптерелә. "Бер атҡанда ике ҡуян" килеп сыға: баҡсала дым була, күл эсе таҙара. Яһалма күлгә яҙын табан балыҡтары ебәрәбеҙ. Улар әрһеҙ, ҡурҡмай, һурҙырғыс ҡорамалдың тауышына бирешмәй, ашауға ла талымһыҙ.
"Альп тауы"на килгәндә, сәскә, үләндәрҙең күп йыллыҡтарын һайлау отошло. Бер йыллыҡтарын тышҡа үҫенте сағында күсереп ултыртабыҙ. Сәскә ғүмере бер нисә аҙналыҡ, хатта көнлөк бит, алыштырып тороу мөһим. Тауҙың төп биҙәге — таштар, шулай уҡ баҡса өсөн махсус эшләнгән ҡош, йәнлек һындары...
Күлегеҙ ҡырына эскәмйә лә эшләп ебәрһәгеҙ, баҡсағыҙ эш-мәшәҡәт урынына ғына түгел, ысын мәғәнәһендә ял итер ергә лә әйләнер.

Ҡырмыҫҡалы районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Неля ханым йортонда хатта лимон үҫтерә

Неля ханым йортонда хатта лимон үҫтерә 19.08.2025 // Баҡса

Ҙур хужалыҡты етәкләгән ҡатын барыһына өлгөрә.    ...

Тотош уҡырға 13

Был йәшелсә һәм емеш-еләкте туңдырырға ярамай

Был йәшелсә һәм емеш-еләкте туңдырырға ярамай 18.08.2025 // Баҡса

Бөтә нәмәне лә туңдырғысҡа ташлап, ҡышын ашағы килә лә бит. Тик, булмай! ...

Тотош уҡырға 19

Ныҡ тәмле!

Ныҡ тәмле! 16.08.2025 // Баҡса

Грушалар уңды быйыл. Унан лимон сиробындағы грушалар әҙерләйек....

Тотош уҡырға 23

Ташҡабаҡтан - кәтлиттәр

Ташҡабаҡтан - кәтлиттәр 16.08.2025 // Баҡса

Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып эре ҡырғыстан сығарабыҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан...

Тотош уҡырға 33

Еләк ваҡыты бер генә, үтә ул мәл тиҙ генә...

Еләк ваҡыты бер генә, үтә ул мәл тиҙ генә... 14.08.2025 // Баҡса

Шатланырға ла өлгөрмәнек, күршенең кәзәләре инеп, түтәлдәрҙе эшлектән сығарған. Ул ғына етмәгәйне,...

Тотош уҡырға 38

15 йыл ошо рецепт буйынса ҡыяр тоҙлай

15 йыл ошо рецепт буйынса ҡыяр тоҙлай 14.08.2025 // Баҡса

“Ныҡ еңел ысул. Һыу ҡайнатып, банкаларға бер ҡойоп, бер кире түгеп, тағы ҡайнатып ыҙаларға түгел”,...

Тотош уҡырға 38

Ҡыярҙы ҡышҡылыҡҡа томат һыуында әҙерләһәгеҙ, телеңде йоторлоҡ була!

Ҡыярҙы ҡышҡылыҡҡа томат һыуында әҙерләһәгеҙ, телеңде йоторлоҡ була! 13.08.2025 // Баҡса

Был рецепт менән ябылған ҡыярҙы барыһы ла бик оҡшата һәм яратып ашай....

Тотош уҡырға 41

“Ауылға ҡайтыуыбыҙға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ”

“Ауылға ҡайтыуыбыҙға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ” 12.08.2025 // Баҡса

Был ҡәҙәре матурлыҡты тыуҙырыу өсөн көн-төн эшләргә кәрәктер инде, моғайын, тип уйлап ҡуяһың....

Тотош уҡырға 40

Серәкәйҙән нисек һаҡланырға?

Серәкәйҙән нисек һаҡланырға? 11.08.2025 // Баҡса

Баҡтиһәң, был бөжәктәр лимон менән ҡәнәфер еҫен яратмай. Ә бына тешләнгән урын ҡысымаһын өсөн йылы...

Тотош уҡырға 45

Ҡаҡты ошолай эшләп ҡарағыҙ

Ҡаҡты ошолай эшләп ҡарағыҙ 11.08.2025 // Баҡса

Пюреға шәкәр ҡушһаң, ул  әсеп бармай, ти аш-һыу уңғаны...

Тотош уҡырға 45

Тиҙҙән ҡомалаҡ өлгөрә!

Тиҙҙән ҡомалаҡ өлгөрә! 11.08.2025 // Баҡса

Һуңғы йылдарҙа ҡомалаҡтан әсетеп бешерелгән икмәккә иғтибар артты. Һеҙҙең иғтибарға әсетке яһау...

Тотош уҡырға 35

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма

Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 11.08.2025 // Баҡса

Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға....

Тотош уҡырға 39