Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Орлоҡ сифатлы булһын тиһәгеҙ...
— Баклажан үҫтерергә яратам. Ләкин орлоғон ала алмай интегәм. Ҡырғыс аша үткәреп була тип ишеткәйнем. Һуңынан инде йәшелсәне полиэтилен тоҡҡа һалып “ебетеп” ала башланым. Шуға иғтибар иттем: былай эшләгәндә орлоҡтоң сығышы яҡшы, хатта магазиндарҙа һатылғандарға ҡарағанда ла. Ниндәй ысул менән орлоҡ алһаң сифатлы була икән?
Самат, Асҡын районы.


— Орлоҡтоң сифаты, сығышы уны ниндәй ысул менән йәшелсәнән айырыуға ҡарамай. Бөтә сер орлоҡ өсөн үҫтерелгәненең сифатлы булыуында. Бының өсөн уны уңдырышлы ергә сәсергә кәрәк. Агротехник сараларҙы үтәү мөһим. Баклажан сығып, көс алыуға 30–40 көн кәрәк. Шуға үҫентеләрҙе тәүҙә өй шарттарында, теплицаларҙа үҫтерәләр. Йылы, ҡырауһыҙ көндәр башланғас, сығарып ултырталар. Әгәр орлоҡтар бер ваҡытта, ныҡлы өлгөрһөн тиһәгеҙ, азотты кәметеп, калий һәм фосфор ашламаларын арттырырға кәрәк. Тупраҡты даими йомшартып, һыу һибеп тороу мөһим. Ҡырау төшөргә ике аҙна ҡалғас, “мыйыҡ”тарын киҫәләр.
Орлоҡ өсөн өлгөргән генә баклажандарҙы айырып алалар. Һулыһын өсөн бер нисә көн ҡояшта тоталар. Йәшелсәне телгеләп, йылы һыуға һалалар ҙа ваҡ ҡына орлоҡтарын айыралар. Әгәр ул күберәк кәрәк булһа, ҙур тишекле ит турағыс аша үткәрергә мөмкин. Орлоҡтар йылы һыуҙа тиҙ йыуыла, эре, ауыр, өлгөргәне төпкә бата, ә өлгөрмәгәндәре өҫкә ҡалҡып сыға. Йыуылған орлоҡтарҙы бөртөкләп йәйеп, күләгәлә киптерәләр. Тағы бер нәмәне иҫтә тотоу мөһим: орлоҡтарҙы полиэтилен тоҡсайҙа һаҡламайҙар. Улай иткәндә, йә шыта башлайҙар, йә тонсоғоп серейҙәр. Һаҡлау өсөн иң яҡшы һауыт — ҡағыҙ тартма.

— “Гавриш” фирмаһының орлоҡтарын һатып алам. Пакеттарҙа мин белмәгән яҙыуҙар бар — С5, F2, N. Шулай уҡ “орлоҡтар сәсеү алды эшкәртелеүе талап итмәй” тип тә иҫкәрмә яһалған. Улар нимә аңлата икән?
Фирүзә, Баҡалы районы.

— Орлоҡтар махсус эшкәртеү талап итмәй, шулай уҡ шытымдар ҙа. Дәүләт стандартына (ГОСТ) ярашлы, төрлө инфекциянан һаҡлау өсөн ҡыяр орлоҡтары йылытыла, ә помидорҙыҡы махсус технология буйынса һеркә менән эшкәртелә. Башҡа фирмалар һымаҡ, “Гавриш” үҫентенең үҫешен көйләүсе препараттар һәм микроэлементтар ҡулланмай.
Символдар помидор орлоҡтары пакетына ғына яҙыла. Улар орлоҡтоң ныҡлығы тураһында “һөйләй”. Бүтән фирмаларҙа иһә ауырыуҙарға ҡаршы ҡулланылған препараттар башҡаса билдәләнергә мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә