Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Гортензияғыҙ күпереп сәскә атһын тиһәгеҙ...
Гортензияғыҙ күпереп сәскә атһын тиһәгеҙ...

Гортензияғыҙ күпереп сәскә атһын тиһәгеҙ...

Иң тәүҙә тупраҡты дөрөҫ әҙерләргә кәрәк. Артабан - ашламалар. Баҡсасы Сулпан Ғайсинанан гортензия үҫтереүгә ҡағылышлы файҙалы кәңәштәр. 

Илеш баҡсасыһы Сулпан Ғайсина гортензия үҫтереү серҙәре менән уртаҡлашты. 


- Гортензияларға ике аҙна һайын лимон кислотаһы ҡушылған төнәтмә һибәм. 10 литр һыуға бер аш ҡалағы лимон кислотаһы ҡушып, һәйбәт итеп болғарға. Ошоно һипкәндән һуң, шул көндә калий монофосфаты индерәм. Ул да шул уҡ нисбәттә – 10 литр һыуға бер аш ҡалағы итеп алына. Ни өсөн ошолай эшләргә кәрәк? Сөнки гортензияға тәүҙә әскелт төнәтмә һипмәһәң, ул башҡа файҙалы ашламаларҙы ҡабул ит алмай. Ҡул аҫтында лимон кислотаһы булмаһа, был маҡсатта аш һеркәһе ҡулланырға мөмкин, ул 10 литр һыуға ике аш ҡалағы нисбәтендә алына.


Ултыртҡан мәлдә тупраҡҡа ылыҫ онтағы, ҡом, тиреҫ, торф һалам. Үҫентегә нисә йәш – шунса ботаҡ ҡалдырыу дөрөҫ була, мәҫәлән, бер йыллыҡ гортензияла – бер, ике йәшлегендә – ике ботаҡ. Биш йылдан ул етерлек көс туплап, ҡыуаҡ кеүек матур төҫ ала һәм эре, сағыу сәскәләре менән ҡыуандыра башлай, - тине Сулпан. 


БЕЛЕП ҠУЙЫҒЫҘ!


Сулпандан тағы бер мөһим кәңәш: ниндәй генә ашлама, төнәтмә булмаһын, уны ҡоро үҫентегә һибергә ярамай. Мотлаҡ алдан һыу һибергә, шунан һуң ғына ашлама индерергә кәрәк. “Ҡурҡмағыҙ, төрлөсә һынап ҡарағыҙ. Сәскә үҫтереү “сир” кеүек, был шөғөлгә бер тотонһаң,  унан айырылыу мөмкин түгел”, – ти баҡсасы.


Фото: Pinterest 



Автор: Гөлдәр Яҡшығолова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Уңыш та мул булыр, ҡоротҡостарға ла бирешмәҫ

Уңыш та мул булыр, ҡоротҡостарға ла бирешмәҫ 03.05.2026 // Баҡса

Йыл һайын төрлө сорт бәрәңге үҫтергән, әҙ генә ерҙән дә мул уңыш алыуға өлгәшкән оҫта баҡсасы ......

Тотош уҡырға 1

Картуф үҫтерәм тип көрәктәрен һындырып бөткәс...

Картуф үҫтерәм тип көрәктәрен һындырып бөткәс... 28.04.2026 // Баҡса

Йә ер ҡаты, йә һыулы... Таулы яҡтарҙа яҡшы уңыш алып булмай. Әммә балсыҡлы йә, киреһенсә, һаҙлыҡлы ......

Тотош уҡырға 1

Ҡурай еләге эре булһын тиһәгеҙ...

Ҡурай еләге эре булһын тиһәгеҙ... 28.04.2026 // Баҡса

Бының өсөн апрелдә нимә эшләргә кәрәк?.. Май айында нимә эшләргә?.....

Тотош уҡырға 1

Айғырбатҡан ниңә күркәм?

Айғырбатҡан ниңә күркәм? 28.04.2026 // Баҡса

Тиҙҙән бында урман барлыҡҡа киләсәк....

Тотош уҡырға 1

Мин баҡсала ағыу ҡулланмайым, ти, Татьяна

Мин баҡсала ағыу ҡулланмайым, ти, Татьяна 25.04.2026 // Баҡса

Ҡасандыр телевидение аша бер фермер ҡатын тураһында тапшырыу ҡарағайным. Ул йәшелсәләрҙе, емештәрҙе ......

Тотош уҡырға 2

Гортензияны бик иртә асмағыҙ

Гортензияны бик иртә асмағыҙ 24.04.2026 // Баҡса

Улар йәй буйы сәскә атып ултырһын өсөн эште яҙҙан уҡ башлағыҙ...

Тотош уҡырға 3

Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы

Тәүге ҡуҙғалаҡтар күренә башланы 21.04.2026 // Баҡса

Был йәшел тәмләткес колит, ашҡаҙан-эсәк юлы ауы­рыу­ҙарын, геморройҙы дауалауҙа ҡулланыла, ......

Тотош уҡырға 2

Ҡарағат япрағының иң тәмле, шифалы сағы

Ҡарағат япрағының иң тәмле, шифалы сағы 19.04.2026 // Баҡса

Ҡыуаҡҡа һәм буласаҡ уңышҡа зыян килтермәйенсә, ыуыҙ ғына япраҡтарҙы нисек дөрөҫ йыйырға?...

Тотош уҡырға 3

Ҡыҙыл картуфтың иң яҡшы сорттары

Ҡыҙыл картуфтың иң яҡшы сорттары 17.04.2026 // Баҡса

Һуңғы ваҡытта баҡсасылар ҡыҙыл сорттарға күберәк өҫтәнлек бирә. Һәм был осраҡлы түгел. Һайлайбыҙ!...

Тотош уҡырға 2

Баҡса юлдарын төҙөкләндереүгә 150 миллион һум бүленә

Баҡса юлдарын төҙөкләндереүгә 150 миллион һум бүленә 14.04.2026 // Баҡса

Эштәр 17,5 саҡрым оҙонлоҡтағы 14 юлда башланасаҡ. Өфө һәм Нефтекаманан тыш, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, ......

Тотош уҡырға 4

Теплицалағы ҡоротҡостарҙан нисек ҡотолорға?

Теплицалағы ҡоротҡостарҙан нисек ҡотолорға? 13.04.2026 // Баҡса

Баҡса миҙгеле етте. Ә һеҙ теплицаны яҙғы миҙгелгә нисек әҙерләйһегеҙ?...

Тотош уҡырға 2

Сода баҡсала ҙур ярҙамсы була ала

Сода баҡсала ҙур ярҙамсы була ала 13.04.2026 // Баҡса

Әлеге ҡатнашма бөтә емеш ағастары өсөн файҙалы, уларҙы япраҡ ашаусы ҡарышлауыҡтарҙан һаҡлаясаҡ. Ә ......

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә