Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса
Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...
Гортензияны бик иртә асмағыҙ
Улар йәй буйы сәскә атып ултырһын өсөн эште яҙҙан уҡ башлағыҙ.
Гортензияның төрҙәре күп, ләкин эре япраҡлы сорты айырыуса матур була. Түңәрәк эре алһыу, ҡыҙыл, зәңгәр төҫтәгеләре япраҡтарын ҡаплап ултыра. Был күп йыллыҡ ҡыуаҡ йәй буйына шау сәскәлә ултырһын өсөн уны дөрөҫ итеп туҡландырырға кәрәк. Әлбиттә, эш яҙҙан уҡ башлана.
Апрел айында гортензия эргәһенә 25-30 грамм азофоска гранулы һибеп сығығыҙ. Ҡар өҫтөнә һипһәгеҙ ҙә була.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: ҡышҡылыҡҡа ҡапланған гортензияны яҙын бик иртә асырға ярамай. Һауа температураһы төндә 5 градустан күтәрелгәс кенә, ә көндөҙ 10 градус йылы булғанда был эште аҡрынлап башҡаралар.
Тәжрибәле баҡсасылар ҡыуаҡты бер нисә көн алдан ситтәрен генә асып, елләтергә кәңәш итә. Гортензияны асҡас та, ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн фундазол менән эшкәртеү яҡшы буласаҡ.
Япраҡтар сыҡҡас, әммә сәскәгә бөрөләнгәнсе йәнә бер тапҡыр туҡландырығыҙ. Биш литр һыуға 1 миллиграмм эпин һәм 10 грамм мочевина ҡушып бутағыҙ һәм шуны иртәнсәк йәки кис ҡыуаҡҡа һиптерегеҙ.
Сәскәгә йомарланған ваҡытта өсөнсө тапҡыр туҡландырырға кәрәк. Биш литр һыуға өс грамм көкөртлө калий (сернокислый калий), 5 грамм магний сульфаты, 8 грамм көкөртлө аммоний (сернокислый аммоний) ҡушып бутағыҙ һәм гортензияға һиптерегеҙ. Бер нисә аҙнанан һуң ҡыуаҡҡа алһыу төҫтәге шыйыҡ марганцовка иҙелмәһе һибегеҙ.
Сәскә атҡанда 10 литр һыуға 30 грамм суперфосфат, 20 грамм аммиак селитраһы һәм 30 грамм көкөртлө калий ҡушып бутаған шыйыҡсаны һибегеҙ. Август уртаһынан бындай ашлама индерергә ярамай.
Һуңғы туҡланландырыуҙы вегетация тамамланғандан һуң үткәрергә кәрәк. 10 литр һыуға 20 грамм көкөртлө калий һәм суперфосфат йәки 25-30 грамм фосфат монокалий ҡушабыҙ һәм ҡыуаҡҡа һибәбеҙ, аҙаҡ төбөнә тупраҡ өйәбеҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: гортензияларығыҙ йәй буйына күҙҙең яуын алып ултырһын тиһәгеҙ, сәскәләргә тәрбиә һәм наҙ ҙа кәрәк икәнлеген онотмағыҙ.
Фото һәм сығанаҡ: “Ауыл ҡатыны” төркөмөнән.
Рәхимә Мусинанан - "Ҡабаҡса елпеүесе" 15.09.2026 // Баҡса
Был юлы Рәхимә Мусина бик тәмле ҡабымлыҡ тәҡдим итә...
Картуфты алғас, ерен сәсеп ҡуйығыҙ: ҡаты ҡорттан һәм таҙҙан ҡотолорһоғоҙ 13.09.2026 // Баҡса
Яҙғыһын баҡса еренең ниндәй буласағы көҙҙән тора. Картуфты алғас та, хәстәрлек күрһәгеҙ, киләһе йыл ......
Һарымһаҡлы ҡабаҡтан тәмле бутҡа 13.09.2026 // Баҡса
Бик оҡшар, мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ....
Мин ҡабаҡты шулай һаҡлайым 10.09.2026 // Баҡса
Яңы уңыш өлгөргәнсе уларҙы файҙаланабыҙ, ти уңған баҡсасы Фәүзиә Насирова...
Рауза гөлләмәһен ташларға ашыҡмағыҙ! 09.09.2026 // Баҡса
Уларҙы тамырландырырға мөмкин...
Ташҡабағығыҙ уңдымы? Кәтлиттәр яһайыҡ! 31.07.2026 // Баҡса
Ташҡабаҡ йәш булырға тейеш. Уларҙы таҙартып, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Уға шулай уҡ ҡырғыстан ......
Ҡыяр баллы һыу ярата 30.07.2026 // Баҡса
Бындай ашламаны ҡулланһаң, ҡыяр япраҡтары һарғаймай һәм йәшелсә оҙаҡ уңыш биреп ҡыуандыра....
Алма менән сливанан ныҡ тәмле ҡайнатма 29.07.2026 // Баҡса
Көтмәгәндә, бик үҙенсәлекле килеп сыға...
Был соусты күптәр яратып ашай 29.07.2026 // Баҡса
“Мехикано” соусын шашлыҡ, төрлө бутербродтар һәм башҡа ризыҡтарға ҡушып ашарға мөмкин. Ишембай ......
Ҡыяр кетерләп кенә торасаҡ! 27.07.2026 // Баҡса
Тоҙлауға ваҡыт та аҙ китә. Гөлнара Йәмилеванан рецепт - яҙмала....
Ҡыяр тәңкәләре 27.07.2026 // Баҡса
Рәхимә Мусина ҡыяр тоҙлау буйынса шәп рецепт тәҡдим итә....
Ябай һәм тәмле алма һуты рецебы 26.07.2026 // Баҡса
Тиҙҙән ҡыҙарып алмалар бешер, тупырҙап ергә ҡойолор саҡ етә. Уңған хужабикәләр ҡайнатма-фәлән менән ......