Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Ҡабаҡтары бигерәк уңған!
Ҡабаҡтары бигерәк уңған!

Ҡабаҡтары бигерәк уңған!

- Бөрйән районының йәмле Ҡыпсаҡ ауылында тыуып үҫтем. Мырҙа ауылына килен булып төштөм. Иптәшемдең яҡындары, ауыл халҡы бик йылы ҡаршы алды, тип һөйләй Рәзифә Зөбәйер ҡыҙы.

Һәр ауыл үҙенең уңған, тырыш, матур донъя көткән ғаиләләре менән дан тота. Ҡырмыҫҡалы районының Мырҙа ауылында ла шундай ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе - Арыҫлановтар ғаиләһе.


- Бөрйән районының йәмле Ҡыпсаҡ ауылында тыуып үҫтем. 1985 йылда Мырҙа ауылына килен булып килдем. Иптәшемдең яҡындары, ауыл халҡы бик йылы ҡаршы алды. Хаҡлы ялға сыҡҡансы 1987 йылдан бирле урындағы китапханала эшләнем. Бөгөнгө көндә йорт-ҡура, баҡса менән булышам, - ти Рәзифә Арыҫланова.
Арыҫлановтар күпләп йылҡы, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрай. Уңғандар баҡса тултырып еләк-емеш тә үҫтерә. Рәзифә Зөбәйер ҡыҙы йорт тирәһендәге бөтә эште лә тормош иптәше Илшат Нурғәли улы менән башҡара. Йәйен бесән сабырға, утын алып ҡайтырға ла бергә йөрөйҙәр.


- Йыл һайын күмәртәләп ҡаҙ, өйрәктәр алабыҙ. Баҡса тултырып кишерен, сөгөлдөрөн, кәбеҫтәһен, ҡыярын, помидорын һәм башҡа төрлө йәшелсә, еләк-емеш, ҡыуаҡлыҡтар, емеш ағастары үҫтерәбеҙ. Баҡсала йәшелсә-емеш өлгөрөп етһә, ҡышҡылыҡҡа салаттар, һуттар, ҡайнатмалар әҙерләйбеҙ. Бәрәңгене баҡсаның дүрттән бер өлөшөнә ултыртабыҙ. Яртыһына ҡабаҡ сәсеп мул уңыш алабыҙ. Был үҫемлек ҡояш менән һыу ярата, шуға күрә сәскә атҡанға тиклем көн һайын һыу һибәбеҙ. Был йәшелсәне бик яратам, барлыҡ ризыҡтарға ла өҫтәйем. Ҡабаҡ һаулыҡ өсөн бик файҙалы: унда микроэлементтар, витаминдар күп. Бынан тыш малға ашатыуға ла ҡала, - ти уңған хужабикә.


Матурлыҡҡа ғашиҡ Рәзифә Зөбәйер ҡыҙының иң яратҡан шөғөлө – сәскә үҫтереү. Исемләп, һөйөп баға ул уларға. Баҡсаһында сәскәләрҙең ниндәй генә төрлөһө юҡ. Уңған хужабикә утыҙҙан артыҡ төр сәскә үҫтерә икән, ҡайҙа ғына барһа ла, мотлаҡ ятыраҡ сәскәләрҙең орлоғон алып ҡайтырға тырыша. Шуға ла гөл баҡсаһы йылдан-йыл байый бара. Бик күп төрлө клематис, лилейник, ирис, флоксы, герань, петуния һәм башҡалар. Хуш еҫле, сағыу сәскәләр тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып ултыра.


- Яҙҙан алып көҙгә тиклем баҡсала сәскәләрҙең балҡып ултырыуы йәшәүгә көс һәм дәрт бирә ,- ти ул.
Арыҫлановтар өс ҡыҙ балаға ғүмер биргәндәр, төплө белем алырға ла ярҙам итәләр. Әйткәндәй, улар Өфө ҡалаһындағы балалар йортонан мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙ баланы тәрбиәгә алалар. Тәрбиәгә бала алыу ата-әсәнән яуаплылыҡ, сабырлыҡ, түҙемлек талап итә, быға бөтә кеше лә йөрьәт итә алмай. Регина исемле ҡыҙ йылы мөхиттә үҫә, матур тәрбиә ала, сөнки һәр бала ғаилә бәхетенә, ата-әсә наҙына лайыҡлы. Тәртип­ле, татыу ғаиләлә балалар ҙа сабыр холоҡло, әҙәпле, ихтирамлы булып тәрбиәләнә. Маҡсатына ирешеүсән ҡыҙ Башҡорт дәүләт педагогия университетын бөтөргән, бөгөнгө көндә эш эҙләү юлында. Оло ҡыҙҙары Гүзәл ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Уртансы ҡыҙҙары Лилиә Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Гөлфиә Мәскәү дәүләт психология-педагогия университеты магистратураһында белем ала. Ҡыҙҙары ата-әсәнең ярҙамсыһы, һөйөнөсө.


Рәзифә апай менән Илшат ағай йорт мәшәҡәттәренән арынып, ғаиләләре менән бергә йыйылып, театр-концерттарға йөрөп, рухи аҙыҡ алып ҡайталар, Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәт итәләр. Илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә булалар.


Арыҫлановтарға артабан да шулай яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ғаилә усағын һаҡлап, ауылға ҡот, бәрәкәт өҫтәп, матурлыҡ һәм изгелек өләшеп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.


Авторы- Фирүзә Рәхмәтуллина.


Фото: "Даирә"



Автор: Карима Усманова / Источник


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ

Бәрәңге һимертә тип ҡурҡмағыҙ 06.11.2026 // Баҡса

Рәсәйҙә бер кеше уртаса йылына 55 килограмм тирәһе бәрәңге ашай. Һуңғы йылдарҙа уны ҡулланыу бер аҙ ......

Тотош уҡырға 5

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай

Һутты, компотты оҙаҡ һаҡларға ярамай 04.11.2026 // Баҡса

Ул ағыуға әйләнә икән. Ниндәй ваҡыт эсендә эсеп бөтөргә кәрәк?...

Тотош уҡырға 3

Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ...

Картуф яҙға тиклем серемәһен тиһәгеҙ... 02.11.2026 // Баҡса

Бер хата ғына күпме көсөгөҙҙө юҡҡа сығарауы мөмкин: картуф шытып сыға, һуған серей. Көҙгө уңыш ......

Тотош уҡырға 6

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 9

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 7

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 5

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 6

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 7

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 5

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә