Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Матур Батыр — Күңелдәре матур кешеләрҙең ихаталары ла ялтлап тора, — ти Михайловка ауылы хакимиәте башлығы Венер Аҡсурин. — Батыр ауылы халҡы Экология йылы уңайынан иң шәп баҡсаға конкурс иғлан иткәс, быға тағы бер тапҡыр инандыҡ.
— Ауылда йәшәһәм, өйөмдө, ихатамды гөл-сәскәләргә күмер инем, тип уйлай торғайным, — ти Гөлнара Хәлитова. — Шөкөр, хыялым тормошҡа ашты. Хәҙер башҡалар ҙа йорт ихатаһын өлгөлө тотһон өсөн “Сәскәләрем — күңел гөлдәрем” тигән бәйге ойошторҙоҡ. Ауыл халҡы дәррәү ҡушылды. Йомғаҡ яһар ваҡыт та етеп килә. Еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булмаҫ, ахыры.
Ысынлап та, китапханасы Гөлнараның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Беҙ конкурс барышы менән танышыр өсөн дүрт ихатаны ҡарап сыҡҡас, быға үҙ күҙҙәребеҙ менән ышандыҡ.
Матур БатырИң тәүҙә ауыл осондағы Земфира менән Мәҙәрик Хәлитовтарға индек. Йорт хужаһын Мичурин тип тә йөрөтәләр, сөнки ул бер алмағасҡа биш-алты сортты “йәбештереп” тәжрибәләр үткәргән. Икенсе бер ағасы ярылып, ҙур ғына ҡыуышлыҡ барлыҡҡа килгәс, эсенә цемент тултырып “ямап” ҡуйған.
— Сорты шәп, алмаһы тәмле булғас, ҡырҡып ташлағы килмәне. Яңы ағастар ултырттыҡ та, улар үҫкәнсе, быныһын һаҡларға уйланым, — ти Мәҙәрик Басир улы.
Ауыл “Мичурин”ының баҡсаһы ла, ихатаһы ла һоҡланғыс. Алмағастар күләгәһендә ултыртып сәй эсергә өҫтәлдәре лә, йәшел үләне лә, күҙ яуын алып сәскә атҡан раузалары ла, ҡыяр, помидор, борос, баклажан түтәлдәре лә тәртиптә. Уларҙан йыл да мул уңыш алалар. Земфира ханымдың үҫентеләрҙе нисек сәсеп, ергә ҡасан күсереп ултыртыу буйынса үҙ серҙәре бар. Кәртә аръяғында картуфлыҡ ҡына түгел, бында ла тирә-яҡлап емеш ағастары үҫә. Һуғандары йоҙроҡ ҙурлыҡ булған. Тағы бер нәмәгә иғтибар иттек: картуф араһында бөтә ерҙә укроп орлоҡҡа тумалып ултыра. Баҡһаң, бының да үҙенә күрә сере бар икән: уның хуш еҫенә колорадо ҡуңыҙҙары килмәй, ти хужалар.
Мәҙәрик ағай һәр йәшелсәне, еләк-емеште нисек үҫтереүе хаҡында әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һөйләне. Йәнә бер тәжрибәһен әйтәйек әле: алмағастарына ҡырмыҫҡа һәм башҡа бөжәктәр менмәһен өсөн, һарыҡ тиреһен ҡырҡып, йөнлө яғы менән урап, тимер сыбыҡ менән бәйләп ҡуйған. Теге яуыздар ағасҡа үрмәләргә итһә, йөн араһында буталып ҡала икән. Аҙна-ун үткәс, хужа был йөн “унты”ны сисеп, бөжәктәрҙе ҡағып, яңынан ҡуя.
Ихатаһына ҡуйылған умарталарынан үҙҙәренә, балаларына етерлек хуш еҫле бал да ала уңған Хәлитовтар.
Артабан юлыбыҙ йәнә бер Хәлитовтарға боролдо. Гөлназ менән Дамирҙың ҡапҡаларын асып инеүгә шау сәскәле баҡса, тәрбиәле түтәлдәр, хужа семәрләп яһаған беседка, бәүелсәк, ҡойо, тау башына ҡарай теҙелеп киткән умарталар, йәшелсәләре һығылып торған теплицаһы, хатта үҙҙәренең шишмәһе ҡаршы алды.
— Был шишмә өсөн ауыл халҡы рәхмәт әйтте инде беҙгә, — ти Дамир. — Ишек алдында сығып ятҡан һыу ауыл урамына аға, ҡаҙҙар рәхәтләнеп йөҙә.
Мәктәптә технология дәрестәрен алып барған Дамир Закир улы өйөндәге, ихатаһындағы бөтә нәмәне үҙ ҡулдары менән яһаған. Тырыш хужаның Юлдаш ауылы яғындағы яланға ҡуйған йөҙләп умартаһы ла бар. Мәктәптә шулай уҡ уҡытыусы булып эшләгән Гөлназ Тимерғәли ҡыҙы аш-һыуға бик уңған. Әле лә беседкаһының өҫтәлен тәмле-тәмле ризыҡтар менән тултырып, Ҡорбан байрамы уңайынан күрше-тирәләге апай-инәйҙәрҙе саҡырып һыйлай ине.
Киләһе йорт хужалары — Регина менән Айрат Бағаевтар. Иркен ихатала петунияларҙың ниндәй генә төрө юҡ. Улар ерҙә лә, һауыттарҙа ла үҫә, өй стеналарына ла элеп ҡуйылған.
Матур БатырҺәр хужаның баҡсаһында башҡаларҙа булмаған тәжрибәләр осрай. Мәҫәлән, Бағаевтар, тиреҫ өҫтөндә ҡыяр үҫтереп, иртә яҙҙан тәмле ризыҡ менән һыйлана. Тиреҫкә ҡара тупраҡ һалалар, бер ниндәй теплица ла кәрәкмәй. Тиреҫтең йылыһында рәхәтләнеп үҫкән ҡыярҙар ҡырауға ла бирешмәй.
Иң һуңынан Гөлнара менән Илдус Хәлитовтарҙың ихатаһына индек. Бында беҙҙе фонтанлы күл ҡаршыланы. Хатта, уйынсыҡ булһа ла, аҡҡоштары ла йөҙөп йөрөй.
— Хәҙер магазинда нимә теләйһең, шул бар. Материал булғас, теләгән нәмәне эшләп ҡуйыу бер ҙә ҡыйын түгел, — ти Илдус. – Балыҡтар ҙа ебәргәйнек әле күлгә. Ихатала күләгәлә ултырып сәй эсергә өҫтәл дә ҡуйылған.
Йәйге аш бүлмәһе, мунса, өй — барыһы ла тоташҡан. Ҡайҙа ҡарама, хужаларҙың уңған ҡулдары тейгән.
— Экология йылы уңайынан иғлан ителгән конкурс сәбәп кенә булды. Ауылда барыһы ла ихатаһын ҡарай, кәртәһен яңырта, сәскә-гөлдәр ултырта, — тип ҡыуана Гөлнара. — Батыр тағы ла матурайып ҡалды.
Ошо төбәктә тыуған яҙыусы Мөҙәрис Багаев ауылына ҡайтҡас, уның күркәмләнеүен күреп: “Ҡайһылай матур икән дә ул беҙҙең ауыл!” — тип һоҡланыуын белдерә, ғорурланып.
Экология һәр беребеҙҙең күңеленән башлана. Күңеле саф, таҙа, ихластарҙың донъяһы ла балҡып тора.

Федоровка районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ!

Быны көҙ көнө мотлаҡ эшләгеҙ! 29.10.2026 // Баҡса

Әҙерләү өсөн күп нәмә лә кәрәкмәй....

Тотош уҡырға 3

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа...

Көҙ етеү менән өйгә сысҡандар тулһа... 27.10.2026 // Баҡса

Уларҙы ағыуламай, тоҙаҡҡа эләктермәй, үлтермәй генә ҡыуып та була....

Тотош уҡырға 3

Тағы ла бер сөгөлдөрҙө тиҙ бешереү ысулы
Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға?

Сөгөлдөрҙө нисек итеп 15 минутта бешереп алырға? 20.10.2026 // Баҡса

Тәмлерәк, һутлыраҡ була һәм өйгә еҫе лә тулмай....

Тотош уҡырға 4

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә

Ҡарабойҙай йәки арыш оно тиҙ әсетә 18.10.2026 // Баҡса

Өләсәйҙәр шулай эшләй торғайны. Өс көндә әҙер була — ҡыш буйы ҡытырлап торған ризыҡ ашарһығыҙ!...

Тотош уҡырға 7

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!”

“Йөҙөмдө үҙебеҙҙә үҫтерергә өйрәнәйек!” 18.10.2026 // Баҡса

Нуриман районында Рәфҡәт Ибраһимов йылытмала 200-ҙән ашыу төр виноград үҫтерә. Башҡаларҙы ла ошо ......

Тотош уҡырға 5

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы

Бик тәмле ҡабаҡ ашы рецебы 14.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтар мул булғанда, һеҙ ҙә эшләп ҡарағыҙ...

Тотош уҡырға 4

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле!

Әфлисунлы ҡабаҡ һуты бик тәмле! 13.10.2026 // Баҡса

Ҡабаҡтың витаминдарға, минералдарға бай булыуын беләбеҙ. Бүздәк районы Бүздәк ауылынан 80 йәшлек ......

Тотош уҡырға 4

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған!

Өс тапҡыр күберәк картуф уңышы алған! 13.10.2026 // Баҡса

Салауат районынан Ирек Мофаззалов "эх, картуф уңманы" быйыл тип зарланып торғайны. Әле ......

Тотош уҡырға 6

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған

Картуфтан ике тапҡыр уңыш йыйып алған 11.10.2026 // Баҡса

Учалынан Сәлиә Ғатауллина социаль селтәрҙәге сәхифәһендә быйыл нисек итеп картуфтан ике тапҡыр ......

Тотош уҡырға 4

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған?

Ни өсөн кәбеҫтәләрен ҡарышлауыҡ ашамаған? 10.10.2026 // Баҡса

Иң мөһиме, улар ҡарышлауыҡтарға ҡаршы эшкәртелмәгән, бер ниндәй ҙә дарыу һибелмәгән. Ә нисек ......

Тотош уҡырға 6

Георгинды ҡасан ҡаҙырға?

Георгинды ҡасан ҡаҙырға? 09.10.2026 // Баҡса

Һәр сәскәне үҫтереүҙең үҙ нескәлектәре бар. Иртә лә алырға ярамай, һуңлатырға ла......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә