Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөйөк шағирҙы иҫкә алдылар

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыу уңайынан баш ҡалабыҙҙа шәхестең һәйкәленә сәскә һалып, уны ололап иҫкә алдылар.

Тантаналы сарала республика Башлығы вази­фаһын ваҡытлыса башҡа­рыусы Радий Хәбиров ҡатнашып, хәтирәләре менән уртаҡлашты.

– Мостай Кәрим – башҡорт халҡының мәшһүр улы, – тине республика етәксеһе. – Уның менән аралашып, кәңәшләшеп йәшәнем. Мостафа Сафа улының әйткән һүҙҙәренә, оло тәжрибә өлгөһөнә таянабыҙ.

Халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә ханым телмәрендә Мостай Кәрим ижады менән һуғарылып, уның әҫәрҙәрен яратып уҡыусыларға рәхмәтен еткерҙе: “Үҙенең яҙғандары менән ул беҙҙең арала ҡала, бөгөн дә рухы беҙҙең менән бергә!”

Союз дәүләтенең дәүләт секретары Григорий Рапота ла сығышында Мостай Кәримдең тотош илебеҙҙең оло әҙибе, халыҡ-ара кимәлдәге шәхес икәнен билдәләне, йылы иҫтәлектәрен еткерҙе. Ул шулай уҡ Беларусь Республикаһы исеменән дә сығыш яһауы, оҙаҡламай Минскиҙа башҡорт яҙыусыһының китабы белорус телендә донъя күрәсәге хаҡында хәбәр итте.

– Улар – Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айытматов – үҙ халҡының һүҙ сәнғәтен тотош донъяға алып сыҡты. Шағир ғына түгел, власть менән килешеп эшләгән оло сәйәсмән, милләте мәнфәғәттәрен даими хәстәрләгән аҡһаҡал, аҡыл эйәләре булдылар. Иң кәрәк ваҡытта үҙ һүҙен әйтеп, әйҙәүсе көс булып торҙолар, – тине Рәсәйҙең Азербайжандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Полад Бюльбюль оғлы.

Ҡырғыҙстан милли универси­тетының ректораты ҡарамағындағы советнигы, ғалим, сәйәсмән Калнур Ормушев үҙ сығышында оҙаҡламай ҡырғыҙ телендә “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре донъя күрәсәген, киләһе йыл әҙәбиәттә генә түгел, ә фәндәге гуманистик идеялар тураһындағы ғилми-ғәмәли конференция тап Мостай Кәрим һәм Сыңғыҙ Айытматов ижадына арналасағын билдәләне.

Өфөләге Мостай Кәрим һәйкә­ленең авторы Андрей Ковальчук Әлфиә Мостай ҡыҙына, уның улына эш барышында фекерҙәш булыу­ҙары өсөн рәхмәт әйтте: “Кем белә, бәлки, һәйкәл бай йөкмәткеле килеп тә сыҡмаҫ ине!”– тине ул.

Татарстандың халыҡ шағиры Ринат Харис Мостай Кәримде үҙенең остазы тип атаны.

Сара сәнғәт эшмәкәрҙәренең сығышы менән дауам итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 854

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779