Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл тулыу уңайынан баш ҡалабыҙҙа шәхестең һәйкәленә сәскә һалып, уны ололап иҫкә алдылар.
Тантаналы сарала республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашып, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
– Мостай Кәрим – башҡорт халҡының мәшһүр улы, – тине республика етәксеһе. – Уның менән аралашып, кәңәшләшеп йәшәнем. Мостафа Сафа улының әйткән һүҙҙәренә, оло тәжрибә өлгөһөнә таянабыҙ.
Халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә ханым телмәрендә Мостай Кәрим ижады менән һуғарылып, уның әҫәрҙәрен яратып уҡыусыларға рәхмәтен еткерҙе: “Үҙенең яҙғандары менән ул беҙҙең арала ҡала, бөгөн дә рухы беҙҙең менән бергә!”
Союз дәүләтенең дәүләт секретары Григорий Рапота ла сығышында Мостай Кәримдең тотош илебеҙҙең оло әҙибе, халыҡ-ара кимәлдәге шәхес икәнен билдәләне, йылы иҫтәлектәрен еткерҙе. Ул шулай уҡ Беларусь Республикаһы исеменән дә сығыш яһауы, оҙаҡламай Минскиҙа башҡорт яҙыусыһының китабы белорус телендә донъя күрәсәге хаҡында хәбәр итте.
– Улар – Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов, Сыңғыҙ Айытматов – үҙ халҡының һүҙ сәнғәтен тотош донъяға алып сыҡты. Шағир ғына түгел, власть менән килешеп эшләгән оло сәйәсмән, милләте мәнфәғәттәрен даими хәстәрләгән аҡһаҡал, аҡыл эйәләре булдылар. Иң кәрәк ваҡытта үҙ һүҙен әйтеп, әйҙәүсе көс булып торҙолар, – тине Рәсәйҙең Азербайжандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Полад Бюльбюль оғлы.
Ҡырғыҙстан милли университетының ректораты ҡарамағындағы советнигы, ғалим, сәйәсмән Калнур Ормушев үҙ сығышында оҙаҡламай ҡырғыҙ телендә “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре донъя күрәсәген, киләһе йыл әҙәбиәттә генә түгел, ә фәндәге гуманистик идеялар тураһындағы ғилми-ғәмәли конференция тап Мостай Кәрим һәм Сыңғыҙ Айытматов ижадына арналасағын билдәләне.
Өфөләге Мостай Кәрим һәйкәленең авторы Андрей Ковальчук Әлфиә Мостай ҡыҙына, уның улына эш барышында фекерҙәш булыуҙары өсөн рәхмәт әйтте: “Кем белә, бәлки, һәйкәл бай йөкмәткеле килеп тә сыҡмаҫ ине!”– тине ул.
Татарстандың халыҡ шағиры Ринат Харис Мостай Кәримде үҙенең остазы тип атаны.
Сара сәнғәт эшмәкәрҙәренең сығышы менән дауам итте.