Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичтың һәләк булыуына 100 йыл тулды. Үҙенең киң билдәле шиғырында шағир:
Намыҫ өсөн, тәңрем, йәндән кисәм,
Килтер вәғәҙә... Ҡөҙрәт ҡулың бир!
Башҡортостан иҫән ҡала тиһәң,
Бер йәнемә миллион үлем бир! –
тип яҙа. Был юлдар, әйтерһең, күрәҙәлек итеп әйтелгән: Башҡортостан Автономияһын раҫлап ҡул ҡуйыуға биш көн үтеүгә шағир вәхшиҙәрсә һәләк ителә. Ҡан менән, йыры менән башҡорт иленең азатлығы өсөн ҡорбан булған атаҡлы шағирыбыҙ ул Шәйехзада Бабич!

Кисә шағир уҡыған “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә Башҡортостан йөмһүриәте өсөн көрәштә юлбашсыбыҙ, оҫта ойоштороусы, ғалим Әхмәтзәки Вәлиди менән бергә алғы һыҙыҡта барған, халыҡ азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡылған Шағирҙы халыҡ уның шиғырҙарын яттан һөйләп иҫкә алды:
Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн;
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн.
Саф көмөштәй йырҙарымды
Йырламайым алтын өсөн;
Йырлайым тик саф көмөштәй
Саф йөрәк халҡым өсөн.


ОЛУҒ ШАТЛЫҠ

(Башҡортостан мөхтәриәте
иғлан ителеү һәм Каруанһарай ҡулға алыныу мөнәсәбәте менән)

Яңғырап, шаулап сыҡҡан шатлыҡ йырын
Фәрештәләр һөйөнөп тыңлаһын.
Шатландырҙың, Тәңрем, һибеп нурың,
Башҡортостан халыҡ донъяһын.

Ябраил мәләк, елпеп ап-аҡ ҡанат,
Осоп йөрөһөн Башҡортостанда.
Хәбәр бирһен тиеп: “Булдың азат!
Сыҡтың йәмле, гөллө бостанға”.

Азат булды ғәзиз Каруанһарай,
Азат булды барлыҡ ерҙәрең.
Йырлап ебәр һөйөнөп, уйнап ҡурай,
Сыҡһын тиҙерәк шатлыҡ йырҙарың.

Теләктәрең алға килеп тора,
Азатлыҡҡа ошо ғәләмәт.
Инеп тора “Дәүләт”, ҡунып тора,
Киләсәгең яҡты, сәләмәт...

“Бәхет ҡыҙы” матур йөҙөн асып,
Һиңә табан көлөп боролдо...
Шатлан, уйна, һикер ярһып-ярһып!
Күпме шатланһаң да урынлы!..

Үләм... Ташам... Тормайым, ашам күккә...
Үкенмәйем инде үлһәм дә...
Үкенмәйем инде тыуған йортҡа
Күкдин ҡарап көлөп торһам да...


КӨТӘМ

Йөрөгән саҡта башҡорт туғайҙарын
Йәнем әллә ҡайҙа елкенә;
Ишеткәндә моңло ҡурайҙарын,
Йөрәгемә моңдар бөркөлә.
Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм,
Балҡый йәннәт нуры – гөлөстан,
Меҫкен башҡорт ауылын килеп күрһәм,
Аңҡый хәсрәт, үлем – гүрестан.
Гүрестандай ғәмле ауылдарҙа
Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр,
Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен көйләп,
Илап аға Һаҡмар, Яйыҡтар.
Янып-көйөп, бәғерем өҙгөләнеп,
Ләғнәт уҡыйым, кемгә – белмәйем,
“Килер микән аҡ көн беҙгә лә?” – тип,
Уралҡайға ҡарап илайым.
Күрәм: үҙ олпатын боҙмай һаҡлап,
Урал ята әкрен, тын ғына;
Ала шунда йәнде тынлыҡ ҡаплап,
Килә башлай тәмле уй ғына…
Ишеткәндәй булам әллә ҡайҙан
Ырыҫ, бәхет, өмөт йырҙарын;
Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән,
Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын.


ГӨЛ СӘСКӘЛӘРЕ

Тармаҡ-тармаҡ булып һабаҡтары,
Үҫеп ултыра бер гөл янымда;
Тере, йәшел, ҡуйы япраҡтары
Ҡаплап алған һәр бер яғын да.

Япраҡҡайҙар бар ҙа башын эйеп,
Тәсбих әйтеп тора тын ғына;
Көмөш пәрей һыйпап киткән кеүек,
Өҫтәреңдә яҡты нур ғына.

Ҡай бер йәш тармаҡтар өҫкә буйлап,
Үрелеп менеп бара түшәмгә;
Ҡай бер йәш япраҡтар яманһыулап,
Тәҙрәнән ҡарай тыштарға.
Шул япраҡҡайҙарҙың араһынан
Атып сыҡты бер көн өс сәсәк;
Бер-береһенән береһе еҫле сәсәк,
Ҡарап туйыуҙарҙан тыш сәсәк.

Сәсәккәйҙәр гөлдөң һабағында
Осоп китер төҫлө торалар;
Ҡыҙыл нурҙар балҡый үҙәгендә –
Бигерәк нурлы ҡыҙыл шул улар.

Япраҡ аҫтарынан наҙланышып,
Иркәләнеп кенә ҡарайҙар;
Ғишыҡ мәлектәре осоп төшөп,
Бәбәктәрен үбеп ялайҙар.

Наҙлы сәсәккәйҙәр, меҫкенсәктәр,
Һоҡланһам да, һеҙҙе ҡыҙғанам:
Бик аҙ көндән шиңеп бөтәһегеҙ.
Шуның өсөн үләм һыҙланам.

Нисөн ул япраҡтар башын эйеп,
Нисөн һеҙгә ҡарап торалар?
Һеҙҙе һөйөп, һеҙгә янып-көйөп,
Һеҙҙең өсөн доға ҡылалар?

Ник, сәсәктәр, һеҙҙең ғүмер ҡыҫҡа,
Әллә үҙегеҙ теләп һулаһыҙ?
Әллә ҡыҙыҡ юҡ был тормошта,
Әллә йәшәү үҙе иләмһеҙ?

Күрәм, ишетәм һеҙҙең һыҙлағанды,
Һиҙәм, һеҙҙән иртә айырылам;
Хоҙай һеҙҙе минән ҡыҙғанғанды
Белгән өсөн, өҙөлөп ҡайғырам.

Сәсәккәйҙәр, һеҙгә бер үтенес,
Мөмкин булһа, рөхсәт бирегеҙ.
Әйтмәй ҡалһам, миңә ҙур үкенес,
Күкрәгемә осоп ҡунығыҙ.

Күкрәгемә осоп ҡунһағыҙ һеҙ,
Еҫкәп торор инем туйғансы;
Ваҡыт етеп, иртән һулыһағыҙ һеҙ,
Услап йөрөр инем туйғансы.

Тәмле еҫегеҙгә иҫергәндә,
Мәдхиәләр йырлап йөрөрмөн;
Ахыр ғүмер мәңге өҫтөгөҙҙә
Мәрҫиәләр көйләп торормон.


МИНЕҢ ФӘРЕШТӘМ

Зәңгәр күҙкәйҙәрең зәңгәрләтеп,
Гүзәл ҡарай минең фәрештәм.
Аһ! Шул күҙҙәр миңә йәндән артыҡ,
Бәхет табам ҡарап тороштан.

Ебәк сәсен үргән ебәк тартып,
Фирри заттар уны үрешкән.
Елбеҙәкләп теккән зәңгәр бәрхәт
Зифа буйға бигерәк килешкән.

Һыҙылып төшкән нәҙек тылсым ҡашҡа
Ай нурҙары яуып һырышҡан,
Әллә ынйы, яҡут, әллә башҡа...
Теҙелеп төшкән тештәр бер иштән.

Һөйөнөп-һөйөнөп яна утлы йөрәк,
Бер һүҙ ҡатһа миңә һөйөнөстән,
Тауыштары уның аҫылыраҡ
Сылтырап аҡҡан көмөш инештән.
Фирри заттар кисен айға баҫып,
Наҙлыҡайым менән күрешкән.
Бер-береһенә шунда ялғанышып,
Ай нурына һарылып үбешкән.

Шуны күреп, күктә хури заттар
Ғишыҡ көйөн йырлап бейешкән,
Шуны ишетеп, ерҙә күбәләктәр,
Гөл-сәсәктәр уйнап көлөшкән.

Зәңгәр күҙҙәренән шиғыр һибеп,
Көлөп тора минең фәрештәм,
Бер мин генә түгел, уны күреп,
Йыһан сәғәҙәткә ирешкән.


ИКЕ АҠҠОШ

(Тәмҫил)

Күк ҡабағы асылған бер нурлы төндә
Күренде ике аҡҡош көньяғында.
Төштөләр ҡаңғылдашып осоп барып,
Зәңгәр офоҡ аҫтындағы серле күлгә.

Күл әйтте: “Ҡошҡайҙарым, хуш килдегеҙ,
Күп йылдар айырылышып, буш ҡылдығыҙ.
Һөйөнөгөҙ инде, ҡоштар, осоноғоҙ:
Маҡсатҡа бына тағы ҡушылдығыҙ”.

Вә ләкин шайтан ҡорған сихыр менән
Күл икегә бүленгән уртаһынан.
Ике аҡҡош маҡсатына ҡушылһа ла,
Күлебеҙ ҡушылмаҫ, тип ҡурҡа шунан.

Ике аҡҡош ике яҡта, күккә ҡарап,
Бергәләп йырланылар ҡағып ҡанат.
Һылыу ҡыҙ – күл пәрейе һыуҙан сығып,
Йырҙарын тыңлап торҙо, сәсен тарап.

Шыңғырағас аҡҡоштарҙың тауыштары,
Ел килеп, күлгә ниҙер тауышланы.
Биткәйен йыйырсыҡлап, күл йылмайҙы,
Баш эйҙе ситендәге ҡамыштары.

Ҡамыш әйтте: “Һөйөнсө бар Ел бабайҙан,
Ел бабай алып килгән бер Хоҙайҙан:
Ғирештә теләгегеҙ ҡабул булған,
Асылыр һеҙгә тиҙҙән яҡты майҙан”.

Аҡҡоштар шатлыҡ менән ҡабындылар,
Һыу һирпешеп бер-беренә ҡағындылар.
Күлдән сөйгән тамсылары өҫкә менгәс,
Ай нурында бер-беренә һырылдылар.

Ике тамсы бер булды нур ҡатышып,
Ике йөрәк бер булды юлға төшөп.
Тамсылар ынйы булып кире тамды,
Ай нуры уйнап торҙо күлгә төшөп.

Нурлы ай: “Төн ваҡыты уҙҙы, – тине, –
Һандуғас таң мәҡамын һыҙҙы, – тине, –
Мин көтәм шәм булыуға ҡараңғыла,
Ҡояш атам ҡарар инде һеҙҙе”, – тине.

Ай китте, таң нурланды, ҡояш сыҡты,
Донъяға йәм аңҡытты, нур балҡытты.
Ҡамышлыҡ араһынан ике яҡлап,
Аҡҡоштар күлде буйлап йөҙөп китте.

Хоҙайым мәҙәт бирһен аяҡтарға,
Бер маҡсатҡа талпынған ҡанаттарға!
Аралағы шайтан тауын емерегеҙ, тип
Илаһи фарман сыҡһын мәләктәргә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 645

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 531

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 741

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 563

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 427

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 482

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 374

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 635

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 366

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 535

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 1 085