Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ – бер “Тулҡын”да!
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле йәштәрҙе үҫтергәндә йыш осрай торған ҡаршылыҡ – быуындар алмашынғанда бер нисә йылға һуҙылған торғонлоҡ күренеше. Ошо мәлдә шиғриәткә килеүсе күренмәй, заман балалары матурлыҡҡа, образлы фекерләүгә ынтылмаған кеүек, әммә был улай түгел. Белем усаҡтарында – башта мәктәптәрҙә, артабан юғары уҡыу йорттарында – төрлө ижади түңәрәктәр асыла, йыл да һәләтле студенттар һайлап алына, остаздар билдәләнә. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты коллективы бер үк ваҡытта мәктәптәргә лә кадрҙар әҙерләй, хәҙерге әҙәбиәттең йөҙөн билдәләрлек үҙенсәлекле ижадсылар ҙа үҫтерә.

“Тулҡын” әҙәби берекмәһен тәү башлап Зәки Әлибаев етәкләне. Уның тәжрибәһенә таянып, Айбулат Сәсәнбаев, Айгөл Йәмилева кеүек йәш шағирҙар ҡанат нығытты. Иң ҡыҙығы – юғары уҡыу йортона килгәс кенә, шиғриәткә, ғөмүмән, әҙәбиәткә инеп киткәндәр ҙә байтаҡ. Башланғыс кластарҙан уҡ күпмелер кимәлдә ижади тәжрибә туплағандар ҙа бар.

Бөгөн “Тулҡын”да егерменән ашыу йәш ҡыҙ һәм егет теркәлгән. “Шағир менән осрашыу” сараларында әҫәр­ҙәребеҙҙе республикабыҙҙа билдәле шағир һәм яҙыусыларҙан тикшертеп, фекер алышабыҙ. Был беҙгә серле, киң әҙәбиәт диңгеҙендә йөҙөр өсөн тәжрибә һәм ҡыйыулыҡ өҫтәй.
4 мартта берекмәгә билдәле баш­ҡорт шағирәһе, Ш. Бабич исемендәге йәштәр һәм Р. Хисаметдинова исе­мен­дәге әҙәби премиялар лауреаты Зөлфиә Ханнанова килде. Сарала Яҙыусылар союзы рәйесе, әҙәбиәт кафедраһы доценты, остазыбыҙ Зәки Әлибаев та булды. Һәр ваҡыттағыса, ул ҡабатланмаҫ фекерҙәр, онотол­маҫ­лыҡ афоризмдар менән иғти­барҙы йәлеп итте.

Студенттар һәм уҡытыусылар билдәле шағирәгә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе, I курс студенттары Наҙгөл Хәбибуллина “Башҡортлоҡ” һәм Айса Ейәнбаев “Түрәләр” тигән бик көслө рухлы шиғырҙарын уҡыны. Улар шул тиклем йөрәкте ярып сыҡҡан фекерҙәр булды, сөнки шул осраҡта ғына шиғырҙың һәр юлы күҙҙән йәш сығара. Бына ул һүҙ көсө, бына ул юғары һүҙ сәнғәте!

Икенсе сәғәттә Зөлфиә Ханнанова “Тулҡын” әҙәби берекмәһе ағзала­рының шиғырҙарын тикшерҙе, кү­мәкләп фекер алыштыҡ. “Мин әйткән­дәргә үпкәләмәгеҙ. Минең 96 битлек дәфтәр тулы шиғырҙарымды тик­шер­гәс, Ғәбиҙулла Зарипов: “Ошо дө­йөм дәфтәрҙә ике генә юлың шиғыр тине:
Яңғыҙ торна тауыш бирҙе
Мине ишеткән төҫлө.

Ләкин минең уларға рәхмәтем сикһеҙ. Артабан ниндәй юҫыҡта үҫешергә, шиғыр ниндәй булырға тейеш икәнен аңланым”, – тип студент йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты Зөлфиә Миңдебай ҡыҙы. Ул һәр беребеҙгә шиғырҙарҙың уңышлы, үҙенсәлекле яҡтарын, техник һәм тәжрибә йәһәтенән оҫтараһы йүнәлештәрҙе әйтте.

Был юлы башҡорт филологияһы факультеты студенттары, “Тулҡын” әҙәби берек­мә­һенең әүҙем ижадсылары Динә Солтанова, Лилиә Хәлилова, Әлфинә Әйүпова, Алина Әхмәтшинаның шиғырҙары тикшерелде. Сарала уларҙың һәр береһе әҙибәнән бүләккә “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ” тигән китабын алып ҡыуанды.

Факультетыбыҙҙың “Тулҡын” әҙәби берекмәһе ойошторған ошондай осрашыуҙар әҙәбиәт донъяһында яңы аҙым яһағандарға илһам, ҡыйыулыҡ сығанағы булып тора, яңы әҫәрҙәр ижад итергә дәртләндерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 730

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 842

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 582

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779