Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға өлгәшелгән. Бында әҙиптәр менән осрашыу, уларҙың ижад, хәтер кисәләре, шиғриәт сәғәттәре, конкурстар йыш ойошторола. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, китапханала билдәле драматург, прозаик Наил Ғәйетбаев булды.

Учреждение директоры Зилә Мортазина әйтеүенсә, республикабыҙҙың 100 йыллығында осрашыуҙың Наил Әсҡәт улы ижад иткән “Бабич” романына арналыуы юҡҡа түгел.

– Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылағанда үткер телле шағир, көслө шәхес, халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған Шәйехзада Бабичҡа бағышланған әҫәр тураһында һөйләшеү, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы барлау, төп геройҙарҙың тормош юлына туҡталыу бик фәһемле, – тине Зилә Вәкил ҡыҙы. – Әҙәбиәт һөйөүселәр автор менән яҡындан аралашып, үҙен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуап алды. Наил Әсҡәт улы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Шәйехзада Бабичты бар булмышында – көслө һәм бай күңелле шәхес итеп аса алған, ошоноң менән китап әҙәбиәт һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Наил Ғәйетбаев менән осрашыуҙар артабан Сибай ҡалаһында дауам итте. Бөгөн “Бабич” романы авторы Сибай институтында һәм педагогия колледжында булып, студенттар менән йәнле әңгәмә ойошторҙо.


Автор: К. УСМАНОВА.
Фото: Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы сайтынан.
Район: Баймаҡ районы - Сибай.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 730

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 842

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 1 250