Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға өлгәшелгән. Бында әҙиптәр менән осрашыу, уларҙың ижад, хәтер кисәләре, шиғриәт сәғәттәре, конкурстар йыш ойошторола. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, китапханала билдәле драматург, прозаик Наил Ғәйетбаев булды. Учреждение директоры Зилә Мортазина әйтеүенсә, республикабыҙҙың 100 йыллығында осрашыуҙың Наил Әсҡәт улы ижад иткән “Бабич” романына арналыуы юҡҡа түгел.
– Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршылағанда үткер телле шағир, көслө шәхес, халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер булған Шәйехзада Бабичҡа бағышланған әҫәр тураһында һөйләшеү, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы барлау, төп геройҙарҙың тормош юлына туҡталыу бик фәһемле, – тине Зилә Вәкил ҡыҙы. – Әҙәбиәт һөйөүселәр автор менән яҡындан аралашып, үҙен ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуап алды. Наил Әсҡәт улы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Шәйехзада Бабичты бар булмышында – көслө һәм бай күңелле шәхес итеп аса алған, ошоноң менән китап әҙәбиәт һөйөүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Наил Ғәйетбаев менән осрашыуҙар артабан Сибай ҡалаһында дауам итте. Бөгөн “Бабич” романы авторы Сибай институтында һәм педагогия колледжында булып, студенттар менән йәнле әңгәмә ойошторҙо.