Тәү сиратта уның теле мөһим.Уның менән беҙ байтаҡ йылдар инде таныш, рухташ, фекерҙәш. Ҡайһы саҡта хатта ҡараштарыбыҙ төрлө булғанда ла үҙ-ара ихтирам тойғоһо, фекерҙәргә ҡарата анализ һаҡлана. Рәсүлдең һәр нәмәгә үҙ баһаһы, һынауы бар. Ул хәл-ваҡиғаларҙы күккә күтәреп маҡтарға ла ашыҡмай, шул уҡ ваҡытта юҡҡа сығарып тәнҡитләгәнен дә белмәйем кеүек. Уйлы, ғәмле асылы тормошто ла, кешеләрҙе лә өйрәнә, ҡыҙыҡһынып баға, анализлай.
Үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, ҡәләмдәшем яҡшы һүҙҙе яратып ҡабул итә. Ошо мәлдә уның ижадсыларға ғына хас нескә күңеленең шатлыҡ ауаздарын ишеткәндәй булам. Бер-беребеҙгә көн дә йылы һүҙ әйтеп тора алмайбыҙ, әммә уның төплө, ерлекле радиотапшырыуҙарын тыңлағанда, тулҡынланып китеп: “Шәп килеп сыҡҡан бит!” —тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалам.
Рәсүл Сәғитов — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Журналистар, Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Юлдаш” радиоһының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе. Бөгөнгө әңгәмәбеҙҙә беҙҙе уратып алған донъяға төрлө яҡлап ҡараш ташланыҡ.
Кәйеф март ҡояшы кеүек булһын ул!— Кәйефең шәп күренә, Рәсүл! Минең дә белге килә сәбәбен.
— Яҙ бит. Яҙҙа яҙғы ла яҙғы килә — шуға ашҡынам. Эстәге бөрө тышта япраҡ булып ялбырайҙыр.
— Шундай уҡ, әллә күпмегә ҙурайған, ҡыуаныс бирәме һиңә ижад? Юғиһә донъя матдилыҡҡа һаман нығыраҡ ауыша...
— Бигүк ауыҙ йырып йөрөмәгәнемә һин дә шаһитһың. Бәлки, дөрөҫ эшләмәйемдер, сөнки күңел күтәренкелегенең һаулыҡҡа ла файҙаһы күптән иҫбатланған. Юҡ нәмәгә лә ҡуш шатланып өйрәнергә ине лә бит — булмышыма һалынмағанды яһап ала алмайым. Шуның менән бергә тап ижад өлкәһендә менелгән тәпәш кенә таусыҡтар ҙа кәйефте кәмендә ошо март ҡояшындай балҡытып-күтәреп ебәрә. Тәпәш тигәндә фекерҙе генә түгел, кесерәкте — мәҫәлән, табылған шәп сағыштырыуҙы, күркәм яңғырашлы һүҙбәйләнеш йә яңғыҙ һүҙҙе лә күҙҙә тотам. Әҙәбиәттәгегә өҫтәп, журналистикала ла шулай һүрәтләү сараларына ныҡ талапсанмын. Кейем дә өшөмәҫ өсөн генә кейелмәһә, зауыҡлы, үҙенсәлекле, килешле хәлендә был функциянан ер менән күк араһындай алыҫлашҡан һымаҡ, һәр һүҙҙең дә үҙенә генә тәғәйен, һөйләмде нәҡ ул ғына ҡалҡыта-балҡыта алырлыҡ урыны, вазифаһы булһын, шуға күрә хеҙмәт етештереүсәнлеге миндә, ғәйеплемен, үҙем теләгәндән түбәнерә-ә-к. Бының өсөн үҙемде әрләйемме? Юҡ. Әйткән-яҙғаным алда ла, әйҙә, ҡырҡ уйлау, етмеш буйлау аша үтһен, уның ҡарауы йөҙөм ҡыҙармаҫ. Ҡулым-телемдән сыҡҡандарға көн генә күҙлегенән ҡарай алмайым, Иҙел боҙо кеүек ағып китергә тейештәрҙер ҙә бит, сөнки арттарынан этеп башҡалары килә, әммә юғалмай улар минең өсөн, иремәй. Күңелем, йөрәгем һалынғанға шулай.
— Яҙыусы, илһам килгәненән тыш, халыҡҡа ошо заман хаҡындағы фекерен дә әйтеп ҡалдырырға тейеш, тип һөйләшкәйнек бер мәл...
— Тейеш кенә түгел, мотлаҡ бурыслы — шуның өсөн тыуған дабаһа — ана ниндәй һүҙ ҡеүәһе бар. Өҫтән ошо һәләт төшөрөлгән икән, теләгеңә, көнкүреш шарттарына, башҡаһына ҡарап тормай, һүҙеңде әйтә йөрө. Исмаһам, бер кешегә ярҙамың тейһә лә һәйбәт, сөнки беҙҙең илдә матбуғат һүҙенә иғтибар элек-электән көслө булған, булды, әле лә бар. Асыҡ эшмәкәрлек юлына бер сыҡҡасың, туҡтама.
— Эс бошҡан мәлдәрҙә үҙеңә нимә тип өндәшәһең?
— Әлләсе... Өндәшмәйем шикелле. Һәр хәлдә көҙгө алдында тороп һүҙ ҡушҡанымды, бойороҡ биргәнемде иҫләмәйем. Бошҡан мәлдәр була былай. Түҙгеһеҙгә әйләнһә, берәй йырҙы мөңгөрләргә мөмкинмен. Ябай ғына ла булғылай ул, әйткәндәй — һүҙе менән дә, көйө менән дә. Шулай ғынамын тип тормай, баяғы бошҡан эстең ябылып бөтмәгән ҡапҡаһына ҡыҫылып инә лә йәбешепме-йәбешә бит тамаҡ менән телгә... Ошоғаса уны ваҡһынғанмындыр ҙа, ә бында, ҡара-ҡара, тәрән генә лә, киң генә лә, хатта моңло ғына ла... Мәленә тура килеүҙәндер инде был.
Матурлыҡ аҡылдалыр барыбер ҙә— Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы нимәлә? Ғөмүмән, бөгөн тип һорау дөрөҫмө?
— Тышҡы ҡиәфәтте алғанда, минеңсә, дөрөҫ — заман үҙе генә үҙгәреп ҡалмай бит, кешеләрҙе лә икенселәтә. Быға ҡаршы торорға кәрәкмәйҙер, мөмкин дә түгелдер — мәҫәлән, кейем-һалым, биҙәнеү әйберҙәре тәңгәлендә дәүерҙән ҡырҡа айырылыу ҡатмарлы. Һылыуҙарыбыҙҙың шулай ҙа тотҡан стиле, күңеленән килгән ҡабатланмаҫ рәүеше булһа, һәйбәт — мода тип кенә оло даръя эсендә таралып юҡҡа сыҡмаһындар. Мода — шәп нәмә, әлбиттә, әммә бик күптәргә тәғәйен сығарылғанлығы менән насар, индивидуаллек тоноҡлана. Ә үҙенсәлегең һаҡланһа, барыбер ҙә арыу — донъяға яңғыҙың тыуаһың бит, серия берәмеге булып етештерелмәйһең. Һөрән һалып торған модаға уранып та, юл йөрөү ҡағиҙәһен үҙең боҙа күрә, ир кешегә ҡулыңды болғай-болғай дәғүә белдереүең биҙәмәй инде һине, сибәркәй, биҙәмәй...
Матурлыҡ аҡылдалыр барыбер ҙә. Ир-ат аҡылһыҙыраҡты хуп күрә, тиелә, уныһы бар, әммә мин әйткән аҡыл — икенсе нәмә. Ирҙе ир итеп күреү – ул донъяңды, тышта таш яуһа ла, бөтмөр алып барыу, етмеш ете һөнәр белеү. Кәрәкһеҙгә ләүкей башлаған утты йәһәт, ғауғаламай ғына һүндерә һал, кәрәктә усаҡты ҡар өҫтөндә лә дөрләт. Автомобиль тигәйнек, ошоға бәйле әйткәндә — опциялары яман күп булһын ҡатын кешенең: һыуыҡта йылытһын, эҫелә һыуытһын, йырлап торһон, зырлап торһон. Ошо уҡ талаптарҙы гүзәл заттарыбыҙ беҙгә лә әйтә ала, әлбиттә.
— Эске гүзәллекте әйтмәнең.
— Май сүлмәге ҡайһы саҡ тышынан билдәһеҙ, эйе, әммә күрә белгән һынсыл күҙҙән күңел матурлығы менән күңел батырлығы ла ситтә ҡалмай. Мин хатта былай тиергә баҙнат итәм: ҡатын-ҡыҙ — ғүмере буйы һаман асылған да асылған сәскәлер, хушбыйҙыр, затлы һандыҡтыр, ләкин ир-ат уны үҙе генә аса алмаҫҡа ла мөмкин, был осраҡта гүзәлдәребеҙ ҡаршыға һиҙҙермәй генә үҙҙәре атлаһа һәйбәт. Ҡатын-ҡыҙҙың ир-егет көсөнән күпкә ҡеүәтле сифаттары бар бит, шулар ҡулланылғанда, минеңсә, донъя барыбер ҙә түңәрәгерәк. Наҙлылыҡ был, хужабикәлек был, ҡарашты алға ташлап йәшәү был.
— Бәхет төшөнсәһе тураһында мөхәббәткә бәйләп нимә әйтер инең?
— Икеһе лә бөйөк, шул арҡала аңға һыйып та бөтмәгән нәмәләр. Бәлки, икеһе берҙер ҙә. Йәки бер-береһенә нигеҙ булып, терәү булып тораларҙыр. Бәхетле кеше мөхәббәтлелер, мөхәббәтле — бәхетлелер. Ләкин мөхәббәт һатып алып диуарға эленгән һүрәт түгел, гел һаҡланмаҫҡа ла мөмкин, ҡәҙерләргә кәрәк — юғиһә көнкүреш баҫып китеүе лә ихтимал. Баҫты ниһә, мөхәббәт юҡ ул, ти башлайҙар юғиһә.
— Нисек һуң ҡәҙерләргә?
— Әле генә әйтелгән аҡыл менән. Мөхәббәттең аң төшөнә алмаған тойғо икәнен, эйе, раҫланым, әммә ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәре улай уҡ ҡатмарлы түгел дәбаһа — уларҙы үҙағышына ҡуймау, ипләп ыңғай йүнәлешкә бора барыу ана шул аҡылдың көнкүрештәге аҙымдары инде. Бында планлы “хужалыҡ итеү” талап ителә — дәүләт хеҙмәтендәге, эшҡыуарлыҡтағы ише ниәттәр билдәләнһен, үтәлһен, хатта хисаптар тотолһон. Ҡағыҙҙа түгел, әлбиттә, мониторҙа ла түгел — күңелдә, иҫтә, башта. Мөхәббәттең хәтере ҡалмаһын өсөн хәтерҙә тоторға кәрәк. Ошо үҙенән-үҙе башҡарылһа, бигерәк шәп. Һәм бында мин төп йөктө гүзәл зат күтәрергә тейеш, тим, беҙҙең илдә борондан шулай ҡоролған бит: ир — ил эшендә, ҡатын — ғаилә эсендә.
— Юл ярыусы гел ир булһынмы?
— Авангардта барған бына тигән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бар, барһындар ҙа — тәбиғәттән шундай көс бирелгәс, йәмғиәт мәнфәғәтендә файҙаланылһын. Шулай ҙа мин ир-аттың баш булыуы яғындамын. Ҡатының эшләп, үҙең, һау көйөңә, эш таба алһаң да, өйҙә ятыуың, ашарға бешереүең, иҙән йыуыуың, хатта декрет ялында ултырыуың, минең ҡарамаҡҡа — ярамаған ҡылыҡ. Ә былай һәр кем тормошон үҙ теләге буйынса ҡорорға хоҡуҡлы — дәғүә белдермәйем, уйлағанымды ғына әйттем. Кешегә ҡыҫылмау һәйбәттер, ирекле йәмғиәт төҙөйбөҙ бит, тик ана шул уртаҡ йәмғиәт ағзаһы икәнлек онотолмаһын ғына.
Ырымбур далаһында кемдәр менән атышҡан?— Ҡайһы бер ижадсыларҙың тик ошоноң менән генә шөғөлләнгәне, көнкүреш эштәренән бөтөнләй азатлығы билдәле. Был яҡлап һин нисекһең?
— Шулайтыу, бәлки, хаҡтыр ҙа — ваҡытың да, көсөң дә тәбиғәттән ҡушылған төп бурысыңа ғына сарыфлана. Шәп-шәп әҫәрҙәр яҙыуҙар — шунандыр ҙа. Ә мин был исемлеккә инмәйем. Донъя көткәндә кәрәкле мәсьәләләр хәл ҡылынғанда ныҡ яҡындан ҡатнашам, күпселектә ҡарарҙы үҙем ҡабул итәм.
— Йәғни сантехника, электрика мәсьәләләре буйынса кеше саҡыртып тормайһыңмы?
— Ныҡ ҡатмарлыһында мөрәжәғәт итәм, әлбиттә, ә инде, әйтәйек, кран алмаштырыуҙы үҙләштергәнмен, әллә нимәһе юҡ. Белмәһәм, интернетты байҡап алам, бөгөнгө заман ҡул аҫтында гаджетлы булғаны менән дә дан бит. Розетка, һүндергес тәңгәлендә үҫмер сағымдан инде елкә тырнағаным юҡ.
— Шулай үҙаллы булдыңмы?
— Өй һалғайныҡ, электрик ағай бер розетка, бер һүндергес, бер яҡтыртҡыс ҡуйҙы ла, башҡаһына инәлтте лә ҡуйҙы. Ҡалғанын үҙемә башҡарырға тура килде. Хатта ул ваҡытта кешелә әллә ни булмағанды ла эшләп бөттөм — уңайлылыҡты, әле уйлап ҡуйҙым, шул мәлдә лә хуп күргәнмен икән.
— Уңайлылыҡ тигәндә нимәгә ишаралайһың?
— Бөтә нәмә ҡул осонда булһын, еңел, мөмкиндә хатта автомат рәүешендә башҡарылһын, сөнки беҙҙе көнкүреш баҫып китмәҫкә тейеш, үҙен мөһимгә сығармаһын ул, ваҡытыбыҙҙы ашамаһын.
— Ә ут үткәргәндә, тағы нимә эшләнең?
— Мәҫәлән, карауатым янына үҙем яһаған яҡтыртҡысты элдем — төндә торорға кәрәккәндә һәрмәнмәҫ өсөн: һонолдоң — яндырҙың, һонолдоң — һүндерҙең. Баш осомда ғына кәштәлә китаптар тора, уларҙы ла уҡып ятам да, төймәгә бер төртөп кенә ҡараңғылыҡ яһайым.
Аҡылдан шаша яҙып фотография менән шөғөлләндем, унда ла бит төп нәмә — яҡтылыҡ, төшөнсәнең грек телендә тап ошо мәғәнәне биргәнен беләбеҙ. Хәйер, ҡараңғылыҡ та һәләк кәрәк — таҫманы, ҡағыҙҙы башта тейешле реактивта тотмай, фиксаж менән нығытмай, бар, асып ҡара... Ләкин яҡтылыҡһыҙ булмаҫҡа тейеш был ҡараңғылыҡ. Фото баҫҡанда ҡыҙыл төҫ менән янған фонарь ҡабыҙыла, сөнки фотоҡағыҙға зыянһыҙ. Светофорҙың ҡыҙылы тыя, фотографияла ул рөхсәт итә шулай.
Фотожурналистиканы мин әле лә ғәләмәт көслө жанр тип баһалайым. Күңелемде шул тиклем һалдым мин уға, уға бәйле ҙур ниәттәр менән килеп торғаным, көнөмдө үткәргәнем, ятып киткәнем күп булды. Хатта, күҙ алдыңа килтер, “Советское фото” журналын алдыра торғайным. Ә унда — иҫ киткес кадрҙар!.. Унда яҡтылыҡ менән оҫта эш итеү, унда күләгә лә — һүрәтләү сараһы.
Был тиклемгә минең уйҙарым етә, хыялдарым артып та китә, ләкин “Смена- 8 М” аппаратында әллә нимәләр ҡылыуы бик ауыр. Иң ябайы шул ине, ун биш һум торҙо, почта аша яҙҙырып ала торғайным. Торғайным тинем, сөнки улар байтаҡ булды — тиҙ боҙолдолар. Иң тәүҙә корпусының өҫтән нығытҡан шөрөбө боролған урын һынып сыға ине, артабан затворы, унан ары объективтың шаршауы ябылып бөтмәй башлай. Сифаты хөрт булһа ла, үҙен бик хөрмәтләп иҫкә алам. Иҫке йорт, автомобиль, тәүге мөхәббәт һымаҡ был...
Темәскә ҡунаҡҡа барғанымда туңдырма алдыммы икән, юҡмы, иң тәүҙә универмагка саптым. “Орион” тигән аппарат алдым. “Вилия” тигәне яҡшыраҡ билдәле, шуның туғаны инде был, Беларусь Республикаһында сығарылды. Уның менән гәзит-журналдарҙа баҫтырырлыҡ күренештәр төшөргәнемде иҫләмәйем, ә бына әллә күпме йылдар үткәс, студентлыҡ мәлендә, Ырымбур далаһында хәрби йыйында эшләнгән ҡаралы-аҡлы, үҙемә бик ҡәҙерле кадрҙар — шуның эше.
Аҙаҡ, 90-сы йылдар башында, “Ломо” булды, компакт-автомат ине. “Зенит” әле лә бар. Бар ҙа ул, тик ҡайҙалыр шкафта етемһерәй. Уны былай ныҡ ҡына тотондом. Бөгөн фотоны ҡағыҙға баҫыу юҡ тиһәң дә була бит инде, бының менән хәҙер хатта ҡағыҙ яратҡан мин дә шөғөлләнмәйем, ә ул замандағы альбомдарҙағы төҫлө кадрҙар тап шул атаҡлы “Зенит”та сирттерелгән.
Фото менән булышыуҙың 70-се йылдарҙағы ғәйәт ҡатмарлы, оҙайлы, өлөш-өлөшлө технологияһын күҙ алдына килтерһәм, арҡа семерҙәп китә бөгөн. Бөтмәҫ мәшәҡәтен, тиҙ бөтөр таҫмаһын уйлап шулайта. Әммә был насар тойғо түгел һис, ә киреһенсә, аңлатып булғыһыҙ рәхәтлек! Иҫке киноларҙа совет хәрби формаһын күрһәм дә, шундай хис сорнауында ҡалам — мин кейгән хэбэ (кизе-мамыҡ) бит ул.
— Бөгөнгө форма оҡшамаймы?
— Кейеп ҡарағаным юҡ, шуға әйтә алмайым. Дөрөҫөн әйткәндә, һалдатты урамда ла күрмәйем хәҙер. Ә беҙҙең дәүерҙә дембелгә парад кейемен шул хәтлем әҙерләү булды, шуның менән ҡупайып илгә ҡайтыу булды. Килеп төшөү менән армияға киткән урынымда — район гәзитендә эшләй башланым һәм тәүге мәлдә хәрби салбарымды кейеп тә йөрөнөм әле. Ҡытлыҡтан түгел ине был, башҡа күптәр ҙә шулай итте — һалдат ике йыллыҡ хеҙмәт осоронан тиҙ айырылырға теләмәне.
— Ырымбур далаһы тигәйнең, унда тағы ниңә атышып йөрөнөң?
— Дүртенсе курстан һуң, эйе, яңынан хеҙмәткә саҡырылдым, тиһәң дә була, был юлы — курсант сифатында. Университеттың хәрби кафедраһын тамамлағас, шул йыйынға ебәрҙеләр. Ысынлап та, атыштыҡ, һалдатта сағымда күрмәгәнемде унда күреп кенә ҡалманым, ҡулландым да. Һалдатта Хәрби-Һауа Көстәрендә элемтәсе булып хеҙмәт иттем мин. Эшем бөгөнгө һөнәремә — радиохәбәрсегә ныҡ яҡын ине, шуға күрә мотоуҡсылар ҡоралы ситтә ҡалды. Ә бында мине тап мотоуҡсылар взводы командирлығына әҙерләйҙәр.
— Булдыңмы?
— Хәрби билетыма шулай тип һәм запастағы лейтенант тип яҙылған.
Ижадсы ҡулынан ниндәй генә эш килмәҫ?!.— Ижади ҡулдың бүтән, тап ирҙәр эшенә лә маһирлығы тураһында һораша башлағайным бая, дауам итеп һорайым әле: машинаңды ла үҙең йүнәтәһеңме?
— Заманында булды-ы-ы ул ҡылыҡ та...
— Ниңә ҡылыҡ тиһең? Ярамаған эштәй әйттең.
— Бөгөн, эйе, бик ярамай ҙа — автомобилдәр ҡатмарлы, белгес ҡулы ғына түгел, махсус йыһазландырылған хеҙмәтләндереү талап ителә. Ихатала соҡоноу тел ҡеүәһе булмаған кешенең китап яҙырға ултырыуына тиң. Берәү интернетта, ана, капот аҫтындағы бер урынға һонолоп етә алмағанына һуҡрана. Әллә минең ҡул кәкреме икән, тип үҙенә тәнҡиди күҙлектән баға. Ә унда тап кәкре кәрәк тә, тип яуап бирә икенсеһе. Һәм тамсы ла шаяртмай бит ул — уңайһыҙ, артыҡ төптә урынлашҡан, еткәнсе йыландай борғоланырға кәрәк. Шуға күрә бөгөн тәгәрмәс, лампалар алмаштырыуҙан ары эштәрҙе белгестәргә тапшырам. Ғөмүмән, һөнәрмәндәр башҡарһын эштәрҙе. Бының ижади һөнәрҙәргә лә ҡағылғанын, әйҙә, әйтеп тормайымсы.
Ә заманында, “Москвич-41”, “Жигули”ҙың өсөнсө моделе дәүерендә, шуларҙы ҡырын һалып ҡуя ла, иркенләп ҡыланыла ғына ине.
— Ҡырын?!
— Эйе. Алғы пассажир тәҙрәһе тулыһынса төшөрөлә, шул урынға запас тәгәрмәс яйлана, өс-дүрт егет машинаны күтәрә лә икенсе ҡабырғаһына ауҙара. Лыпынлыҡҡа уҡ олғашылмай — баяғы бәһлеүән тәгәрмәс тотоп ҡала. Шулай кластағы таҡта ҡаршыһындағылай уңайлы шарттар тыуҙырыла һиңә.
— Ҡурҡыныс ҡына күренеш...
— Сараһыҙҙың көнөнән инде. Үҙенә күрә ижади ҡараш та булған был, тим әле мин. Ижад та бит — уйлап сығарыу, хәүеф-хәтәр аша барыу, тәүәккәллек ҡылыу. Билдәһеҙлек тә күпселектә.
— Эш менән ваҡыт үткәнен һиҙмәйбеҙ түгелме, тигәнең барҙыр, моғайын?..
— ... тигәнем юҡ (йылмая). Киреһенсә, һиҙәм шул. Ул отпускының икенсе яртыһы, каникулдың ҡалған өс көнө кеүек, эйе, йәһәт уҙа, ә уҙған һайын эшләйһеләрең ҡалҡа бара. Тоймаһам, әллә ни хәсрәтләнмәҫ тә инем. Иң мөһиме — көндәлек ығы-зығы менән генә тулы булмаһын үткәнең, улай булһа һин — ҡулланыусы ғына, булдырыусы, төҙөүсе түгел. Шөғөлдәрең булһын ул, дәртең һайыҡмаһын. Шул эш менән булып та бит, ана, ҡары менән, дөрөҫөн әйткәндә, ялҡыта биргән ҡышты ла йырып сығып киләбеҙ.
Китаптар бонус була аламы?— Һуңғы арала ниндәй китап уҡып, зиһенең балҡып китте?
— Был көндәрҙә ҡулға урыҫса әҫәрҙәр эләкте. Зиһен балҡынымы-юҡмы, ә һүҙ менән ғәжәп оҫта эш итеү өлгөһөнә Паустовскийҙың хикәйәләрендә, иҫтәлектәрендә тап булдым. Борон сығарылған, һарғылт битле китапты ҙур рәхәт сигеп уҡып сыҡтым. Салтыков-Щедриндың “Головлев әфәнделәр”енең аҙағынаса етә алманым әлегә, шулай ҙа һүҙ нәфислеге өлгөләренең шулары ғына ла — оло хазина тауындай. Һәйбәт һүҙ ҡайһы телдә генә яҙылһа ла, һәйбәт һүҙ ул. Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым, тиһәң, ышанырһыңмы икән?
— Әлбиттә, сөнки һинең менән ана нисәмә йыл танышмын, ни саҡлы китабыңды уҡығанмын.
— Тәү нәүбәттә теле мөһим миңә. Кино ҡарағанда ла төп ҡыҙыҡһынғаным — тел, хәрәкәттәр, холоҡтар, үҙенсәлектәр, образлылыҡ, халыҡсанлыҡ һәм башҡалар. Режиссураны күреп торам. Күп мәлдәрҙә режиссерҙың актерға нимә тигәнен ишетеп-күреп ултырғандаймын. Ә инде ваҡиғаларҙың ҡайһылай бөтөрөн былай ҙа беләбеҙ — иҫке машинаны баҫтыралар икән, ул мотлаҡ күперҙән барып оса, шартлай, яна. Беҙ бала саҡта клубта кино башланып ҡына торғанда төп геройға атһалар, их, үлде инде, ти уфтанылһа, берәй аҡыллы ағай, иҫән ҡала ул, үлһә кино бөтә лә инде, ти торғайны.
— Иҫән булһалар, бөгөн ата-әсәңә нимә әйтер инең? Моғайын, ғәфү үтенер мәлдәрең дә барҙыр бит?
— Рәхмәт, тиер инем. Етмәгән иғтибарым, ҡайтырға тейеш мәлдәремдә лә ваҡыт тапмағаным өсөн кисереү һорар инем. Атай менән әсәй — бөйөк йәндәр улар. Донъя ана шул сылбырҙың дауам ителгәне — баланың үҙе лә атай менән әсәй була торғаны менән дә алтын. Әсәйем иҫән булһа, әле лә ниндәй хәлемдә лә барып ауа алыр инем. Бик күптәрҙең, инде байтаҡ йәштәгеләрҙең дә, көндәрен атай-әсәйҙәренә шылтыратыу менән башлағаны өсөн күңелемдә шатлыҡ урғый.
— Заман менән журналистика төрҙәренә лә талап үҙгәрә: радиола ниндәй яңылыҡтар ошо арала?
— Талап беҙҙә электән дә — алдынғылыҡ, мәғлүмәт биреү менән генә сикләнмәү, анализлау, һығымталар яһау, тәрбиә биреү. Беҙҙең радио хәҙер инде киң мәғлүмәт сараһы булыуҙан да бейеккәрәк ҡалҡты, ул — йәмәғәт институты тип атарлыҡ урын. Был үргә менергә сифатлы тапшырыуҙар, интерактив тура эфирҙар, тыңлаусының дуҫына әйләнеүебеҙ һәм эфирҙан тыш саралар үткәрелгәне булышлыҡ итә. Ижади эшләргә тулы мөмкинлек бар беҙҙә, мине шул ҡыуандыра ла, ҡанатландыра ла. Юғиһә, үҙем ныҡ яманламаһам да, совет осоронда бындай иркенлектең бик бирелмәгәне мәғлүм. Был көндәрҙә республиканың 100 йыллығын ҡуябыҙ үҙәк урынға. Һәр тапшырыуға, хронометражы ни саҡлы ғына булмаһын, ижади ҙа, административ та көс бик күп һалына, шуға күрә лә радиомдың мәртәбәһе юғары.
— Киләсәктә журналист һөнәре ҡалырмы икән?
— Ҡалһын ине. Ә шик бар, сөнки ҡараш ҡапшарлыҡ уҡ яҡынлыҡта ҡайһы бер һөнәрҙәрҙең юҡҡа сығыры ныҡ фаразлана лабаһа. Лайыҡлы түләүле эшең булһын өсөн йүнәлеште бөгөндән дөрөҫ һайлау кәрәклеге минең тапшырыуҙарымда ла белдерелгәне булды. Ни эшләйһең инде — тормош талабына күнергә һәм күнегергә тура килә. Мәҫәлән, ай-ти технологиялар буйынса белгестәр мотлаҡ эшһеҙ йонсомаҫ бит инде. Улар әле лә бик кәрәк. Иғтибар итһәң, вакансиялар исемлегендә йыш ҡына теркәлә улар, эш хаҡы ла арыу ғына. Ләкин таба алмайҙар, сөнки шуның менән дә мөрхәтһенмәйҙәр.
Был технологияларҙы радиоға бәйләп, әллә ниндәй фантазияларға бирелеп китәм. Мәҫәлән, күп нәмәне робот башҡарыр. Тема билдәләр, эксперт табыр, шылтыратыр, үтенесен әйтер, яҙып алыр, монтажлар, башҡортсаға тәржемә итер, етмәһә кеше тауышын тембры-ниһе менән теүәл ауҙарыр. Ул ғынамы — тура эфирға сыҡҡан тыңлаусының, әгәр тел кәмселеге булһа йә теманан ситләшелһә, шул секундында уҡ монтаж башҡарылһа... Тәржемәһе камил сыҡһа ине, юғиһә тылмаслау буйынса программалар бөгөн дә бар, әммә бынан ҡолағың һулырға, күҙең тонорға мөмкин. Әлегә генә шулай, тип ышандырыла, сөнки программа үҙенән-үҙе өйрәнә. Ғөмүмән, тура эфир сиктәре бөгөнгөләй асыҡ булмаҫтыр — яҙылһа ла тура булыр, сөнки йәһәт башҡарылыр. Әле монтажды ҡулдан эшләйбеҙ, паузаларҙы, артығын ҡырҡып ултырабыҙ, был байтаҡ ваҡытты ала.
Фантазияны артабан да ауыҙлыҡламаһаҡ, студияға робот инеп тә ултырыр. Арымаҫ та һис ҡасан, һыуыҡ тейеп тауышы ла үҙгәрмәҫ. Үҙе бер белем һандығы булыр, бөтә мәсьәләнең дә төбөн иҫләр, хәрәкәтен хәтерләр, бөгөнгө хәлен асыҡ күрер. Бына шул ваҡытта хәбәрсенең кәрәге лә ҡалмаҫ, бәлки. Һәм донъяла бындай осраҡтар бар ҙа бит, телевидение экранына робот сыҡты ла инде — тас кеше үҙе. Әҙәмде тулыһынса алмаштырыуы ла бик мөмкин. Фән өсөн ҡыуаныс кисерәм, әммә кеше аңы кешенең үҙенә ҡаршы йүнәлтелмәһенсе. Яһалма аңы булғас, ижад та итер, әлбиттә, робот. Шәп тә ижад итер, сөнки теорияны яҡшы белер, ҡағиҙәләргә ярашлы башҡарыр. Йәмле генә килеп тә сығыр, йәнле генә булмаҫ...