Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле йәштәрҙе үҫтергәндә йыш осрай торған ҡаршылыҡ – быуындар алмашынғанда бер нисә йылға һуҙылған торғонлоҡ күренеше. Ошо мәлдә шиғриәткә килеүсе күренмәй, заман балалары матурлыҡҡа, образлы фекерләүгә ынтылмаған кеүек, әммә был улай түгел. Белем усаҡтарында – башта мәктәптәрҙә, артабан юғары уҡыу йорттарында – төрлө ижади түңәрәктәр асыла, йыл да һәләтле студенттар һайлап алына, остаздар билдәләнә. М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты коллективы бер үк ваҡытта мәктәптәргә лә кадрҙар әҙерләй, хәҙерге әҙәбиәттең йөҙөн билдәләрлек үҙенсәлекле ижадсылар ҙа үҫтерә.
“Тулҡын” әҙәби берекмәһен тәү башлап Зәки Әлибаев етәкләне. Уның тәжрибәһенә таянып, Айбулат Сәсәнбаев, Айгөл Йәмилева кеүек йәш шағирҙар ҡанат нығытты. Иң ҡыҙығы – юғары уҡыу йортона килгәс кенә, шиғриәткә, ғөмүмән, әҙәбиәткә инеп киткәндәр ҙә байтаҡ. Башланғыс кластарҙан уҡ күпмелер кимәлдә ижади тәжрибә туплағандар ҙа бар.
Бөгөн “Тулҡын”да егерменән ашыу йәш ҡыҙ һәм егет теркәлгән. “Шағир менән осрашыу” сараларында әҫәрҙәребеҙҙе республикабыҙҙа билдәле шағир һәм яҙыусыларҙан тикшертеп, фекер алышабыҙ. Был беҙгә серле, киң әҙәбиәт диңгеҙендә йөҙөр өсөн тәжрибә һәм ҡыйыулыҡ өҫтәй.
4 мартта берекмәгә билдәле башҡорт шағирәһе, Ш. Бабич исемендәге йәштәр һәм Р. Хисаметдинова исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Зөлфиә Ханнанова килде. Сарала Яҙыусылар союзы рәйесе, әҙәбиәт кафедраһы доценты, остазыбыҙ Зәки Әлибаев та булды. Һәр ваҡыттағыса, ул ҡабатланмаҫ фекерҙәр, онотолмаҫлыҡ афоризмдар менән иғтибарҙы йәлеп итте.
Студенттар һәм уҡытыусылар билдәле шағирәгә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе, I курс студенттары Наҙгөл Хәбибуллина “Башҡортлоҡ” һәм Айса Ейәнбаев “Түрәләр” тигән бик көслө рухлы шиғырҙарын уҡыны. Улар шул тиклем йөрәкте ярып сыҡҡан фекерҙәр булды, сөнки шул осраҡта ғына шиғырҙың һәр юлы күҙҙән йәш сығара. Бына ул һүҙ көсө, бына ул юғары һүҙ сәнғәте!
Икенсе сәғәттә Зөлфиә Ханнанова “Тулҡын” әҙәби берекмәһе ағзаларының шиғырҙарын тикшерҙе, күмәкләп фекер алыштыҡ. “Мин әйткәндәргә үпкәләмәгеҙ. Минең 96 битлек дәфтәр тулы шиғырҙарымды тикшергәс, Ғәбиҙулла Зарипов: “Ошо дөйөм дәфтәрҙә ике генә юлың шиғыр тине:
Яңғыҙ торна тауыш бирҙе
Мине ишеткән төҫлө.
Ләкин минең уларға рәхмәтем сикһеҙ. Артабан ниндәй юҫыҡта үҫешергә, шиғыр ниндәй булырға тейеш икәнен аңланым”, – тип студент йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты Зөлфиә Миңдебай ҡыҙы. Ул һәр беребеҙгә шиғырҙарҙың уңышлы, үҙенсәлекле яҡтарын, техник һәм тәжрибә йәһәтенән оҫтараһы йүнәлештәрҙе әйтте.
Был юлы башҡорт филологияһы факультеты студенттары, “Тулҡын” әҙәби берекмәһенең әүҙем ижадсылары Динә Солтанова, Лилиә Хәлилова, Әлфинә Әйүпова, Алина Әхмәтшинаның шиғырҙары тикшерелде. Сарала уларҙың һәр береһе әҙибәнән бүләккә “Мин – башҡорт, тип танышығыҙ” тигән китабын алып ҡыуанды.
Факультетыбыҙҙың “Тулҡын” әҙәби берекмәһе ойошторған ошондай осрашыуҙар әҙәбиәт донъяһында яңы аҙым яһағандарға илһам, ҡыйыулыҡ сығанағы булып тора, яңы әҫәрҙәр ижад итергә дәртләндерә.