Башҡортостан Республикаһы Башлығы
1964 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының Ишембай районындағы Һайран ауылында тыуған.
1989 йылда – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, 1994 йылда Билькент университеты (Төркиә) магистратураһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында фрезерлаусы өйрәнсеге булып башлай.
1982–1984 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә.
1989–1992 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты.
1994–2003 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының өлкән уҡытыусыһы, доцент, декан урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры.
2003–2008 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе.
2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт идаралығындағы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү департаментына етәкселек итә.
2009–2016 йылдарҙа – Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары.
2017–2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы башлығы.
Юридик фәндәр кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Рәсәй Федерацияһының 2-се класлы мөхбир дәүләт советнигы.
Классик һәм грек-рим көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Почет грамотаһына лайыҡ булған, Ҡырым Республикаһының «Бурысҡа тоғролоҡ өсөн» ордены менән бүләкләнгән.
Өйләнгән, 4 бала атаһы.