Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Баландың дауалау көсө
Баландың дауалау көсө Баланды йөрәк-ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт һәм бәүел ҡыуығы сирҙәренән яфаланғанда ҡулланалар. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыу­ҙарҙан дауаланғанда баландың файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.
Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4–5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Балан ағасының ҡайырыһы төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә.
Балан һуты һипкел, һытҡыларҙы бөтөрә. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10–15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер ҡалаҡ бал һалырға.
Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә бер стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20–30 минут ҡайнатырға, һуңынан бер стакан бал өҫтәп, көнөнә биш тапҡыр ике-өс ҡалаҡ эсергә.
Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрендә, һейҙек, үт ҡыуығы борсоғанда яңы ғына йыйылған йәки туңдырылған 100 грамм баланды быяла йәки ағас һауытҡа һалып иҙергә һәм, өс стакан эҫе һыу ҡойоп (ҡайнар булмаһын), 30–40 минут төнәтергә.
Ҡан баҫымы юғары булғанда, 40 грамм емеште иҙеп, 200 грамм күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне көнөнә 4–5 тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсәләр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





‎“Сәскәләр күңел торошон тоя”, - ти ти Ғафури районын Рима Ғибәҙуллина

‎“Сәскәләр күңел торошон тоя”, - ти ти Ғафури районын Рима Ғибәҙуллина 19.06.2026 // Баҡса

Ысынлап та, Рима Рәхмәтулла ҡыҙы ифрат сәскә йәнле кеше, уның был темаға һөйләшкәндә, күңелендә ......

Тотош уҡырға 0

Баҡсалағы ҡырмыҫҡанан нисек еңел ҡотолорға?
Петунияғыҙ һалһын көҙгә тиклем күпереп ултырһын тиһәгеҙ....

Петунияғыҙ һалһын көҙгә тиклем күпереп ултырһын тиһәгеҙ.... 18.06.2026 // Баҡса

Был сәскәне үҫтереү серҙәрен Ишембай районы Алаҡай ауылынан Сәлимә Герасименко өйрәтә....

Тотош уҡырға 1

‎"Сәскә үҫтереүҙән күңелем ял итә"

‎"Сәскә үҫтереүҙән күңелем ял итә" 18.06.2026 // Баҡса

Розалия Тимерғәзина - донъяһын аллы-гөллө матурлыҡҡа күмеүсе хужабикәләрҙең береһе....

Тотош уҡырға 1

Һуған һыу яратамы? Кишерҙе нисек дөрөҫ һаҡларға?
"Мохито"ны үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ!

"Мохито"ны үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ! 16.06.2026 // Баҡса

Ҡышҡылыҡҡа бик шәп буласаҡ. Бигерәк тә мунсанан һуң....

Тотош уҡырға 0

Ҡыяр япраҡтары һарғаймаһын өсөн нимә эшләргә?

Ҡыяр япраҡтары һарғаймаһын өсөн нимә эшләргә? 13.06.2026 // Баҡса

Ҡыяр яҡшы үҫһен өсөн ҡатмарлы препараттар ҡулланыу мотлаҡ түгел. Күп файҙалы саралар һәр ваҡыт ҡул ......

Тотош уҡырға 1

Яран гөлө гөрләп сәскә атасаҡ!

Яран гөлө гөрләп сәскә атасаҡ! 11.06.2026 // Баҡса

Бик файҙалы ашлама рецепты менән уртаҡлашабыҙ....

Тотош уҡырға 3

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы

Шәкәрһеҙ баҡса еләге ҡайнатмаһы 11.06.2026 // Баҡса

Ул фигураһын һаҡлағандарға, диабет менән сирлеләргә бик шәп. Ә тәме-е-е!!!...

Тотош уҡырға 2

Йәшел һуғанды туңдырмай ғына һаҡлайбыҙ

Йәшел һуғанды туңдырмай ғына һаҡлайбыҙ 07.06.2026 // Баҡса

Еңел генә әҙерләнә һәм оҙаҡ итеп һаҡлана....

Тотош уҡырға 3

Гөл-сәскәләр күкрәп сәскә атһын өсөн

Гөл-сәскәләр күкрәп сәскә атһын өсөн 05.06.2026 // Баҡса

Лимон ярҙамға килә. ‎Был ябай кәңәш тураһында сайтта уҡығыҙ....

Тотош уҡырға 4

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар?

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар? 05.06.2026 // Баҡса

Сүп үләндәренән нисек ҡотолоу юлын да белеп ҡуяйыҡ. Баҡса үҫтереү – үҙе бер мауыҡтырғыс донъя. Әллә ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә