Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Баҡса » Тәбиғи ризыҡ үҫтереп була
Тәжрибәләрҙән күренеүенсә, ҡоротҡостарға ҡаршы инсектицидлы үҫемлектәрҙе уңышлы файҙаланып була. Тик һәр төрлө ҡоротҡостоң үҙенә генә хас булған ағыулы үҫемлектәрҙе һайлап ала белергә кәрәк.
Тәмәке һәм эзбиз төнәтмәһе – һуған себененә ҡаршы көслө препарат. Тәмәке ҡушылған эзбизды яҙ көнө һуған түтәленә һибәләр (1 квадрат метрға 20 грамм).
Тәмәке төнәтмәһе — һут һурыусы беттәргә, бөрсәләргә һәм башҡа япраҡ кимереүсе ваҡ ҡорттарға ҡаршы һәйбәт төнәтмә. 10 литр һыуға 400 грамм тәмәке һалып, бер тәүлек төнәтәләр һәм бер сәғәт ҡайнаталар. Һиптерер алдынан марля аша һөҙәләр. 1:1 нисбәтендә һыу ҡушҡас, 40 г кер һабыны һалып иҙәләр ҙә һиптерәләр.
Меңъяпраҡ төнәтмәһе һут һурыусы ҡоротҡостарға ҡаршы ҡулланыла. 800 грамм меңъяпраҡ үҫемлеге алына, уға ҡайнар һыу ҡойола, бер сәғәт тотола, 8 литр йылы һыу өҫтәлә. Бер тәүлек үткәс, марля аша һөҙөлә һәм һут һурғыс беттәргә, талпандарға, япраҡ кимереүсе ваҡ ҡоротҡостарға ҡаршы һибәләр.
Күгәргән һалам йәки бесән онло ысыҡ ауырыуҙары­на ҡаршы ҡулланыла. Йыш ҡына был ауырыуҙан ҡыяр, ҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын үҫентеләре ыҙа сигә. Япраҡ өҫтөндә онтаҡлы аҡ таптар күренә башлағас та 1 килограмм күгәргән һалам йәки бесән алына, уға 3 литр һыу ҡойоп өс тәүлек төнәтелә. Һөҙөп алғас, өс өлөш һыу өҫтәйҙәр ҙә ауырыу үҫентегә һибәләр.
Көл ҡатыш тәмәке. Кәбеҫтә, шалҡан, редис шытымда­ры күрен­гәс тә, йәш үҫентеләрҙе бөрсәләр йонсота баш­лай, япраҡтарын тишкеләп бөтөрә. 1:1 нисбәтендә тәмәке ҡушып көл һипһәгеҙ, ҡоротҡостар юҡҡа сығыр.
Кәбеҫтә себене ҡарышлауыҡ­тары үҫентенең тамырын кимереп юҡҡа сығара. Ҡоротҡостан ҡото­лайым тиһәгеҙ, кәбеҫтә рәттәре араһына сельдерей ултыртығыҙ. Кәбеҫтә үҫентеһен бейек итеп күмһәгеҙ, өҫтәмә тамырҙар хасил булыр, ауырыуға бирешмәҫ, эре башлы булып үҫер. Бер өлөш нафталинға һигеҙ өлөш ҡом ҡушып, үҫентеләр тирәһенә һипһәгеҙ, кәбеҫтә себене яҡын килмәҫ.
Картуф һабағы төнәтмәһе беттәргә һәм талпандарға ҡаршы файҙаланыла. 2-4 килограмм картуф һабағын ваҡлайҙар ҙа 3 сәғәт төнәтеп һиптерәләр.
Помидор һабағы төнәтмәһе бет, талпан, кәбеҫтә күбәләгенә ҡаршы ҡулланыла. 4 килограмм йәшел помидор һабағын 10 литр һыуҙа ярты сәғәт ҡайнаталар ҙа, марля аша үткәреп, быяла бан­каларға һалып, тын сыҡмаҫлыҡ итеп ҡаплап ҡуялар. Ҡоротҡостар зыян килтерә башлағас та 2 литр төнәтмәгә 10 литр һыу, 30 грамм кер һабыны ҡушып һиптерәләр.
Һарымһаҡ төнәтмәһе бет­тәргә, талпандарға ҡаршы файҙа­ланыла. 100-150 грамм һарым­һаҡты ит турағыс аша үткәреп, 10 литр һыуҙа болғатып, марля аша һөҙөп, ауырыу үҫемлектәргә һибәләр. Был эш ике-өс тапҡыр башҡарыла.
Әрем төнәтмәһен япраҡ кимереүселәргә ҡаршы төнәтмә. Бер кило әремде һыуға һалып, 15 минут ҡайнатып, марля аша һөҙәләр ҙә, 10 л һыу өҫтәп, ҡоротҡостарға ҡаршы һибәләр. Әрем төнәтмәһенә ҡош тиҙәге ҡушһаң, һөҙөмтәһе тағы ла яҡшыраҡ була. 1 килограмм ҡош тиҙәге аҙ ғына һыуҙа ике тәүлек төнәтелә. Марля аша һөҙөлә. Уға әрем төнәтмәһен ҡушалар ҙа 10 литр һыу өҫтәйҙәр.
Һуған төнәтмәһен ҡыяр үрмәксеһе, талпаны, беттәргә ҡаршы файҙаланалар. Бер биҙрә һуған ҡабығына ике биҙрә ҡайнар һыу ҡушып, ике тәүлек төнәтәләр, марля аша һөҙөп алғас, ике өлөш һыу ҡушалар ҙа һиптерәләр.
Дегәнәк төнәтмәһен кәбеҫтә ҡарышлауыҡтарына ҡаршы ҡулланалар. Туралған дегәнәк япрағын биҙрәнең өстән бер өлөшөнә тиклем тултыралар ҙа өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡоялар. Бер тәүлек төнәтеп, марля аша һөҙгәс, кәбеҫтә ҡарышлауыҡтарына ҡаршы һибәләр.
Иҫкәрмә: ҡоротҡостарға, ауырыуҙарға ҡаршы ағыулы химикаттарҙы, үлән төнәтмәләрен һиптергәндә көн елһеҙ һәм ямғырһыҙ булырға тейеш. Препараттарҙы иртәле-кисле файҙаланыу хәйерле. Тәүге мәртәбә һипкәндә һөҙөмтәһе аҙ булһа, ике-өс тапҡыр эшкәртергә мөмкин, ул ваҡытта төнәтмәгә үләнде күберәк һалырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Гөл-сәскәләр күкрәп сәскә атһын өсөн

Гөл-сәскәләр күкрәп сәскә атһын өсөн 05.06.2026 // Баҡса

Лимон ярҙамға килә. ‎Был ябай кәңәш тураһында сайтта уҡығыҙ....

Тотош уҡырға 1

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар?

Колорадо ҡуңыҙына ҡаршы ниндәй тәбиғи саралар бар? 05.06.2026 // Баҡса

Сүп үләндәренән нисек ҡотолоу юлын да белеп ҡуяйыҡ. Баҡса үҫтереү – үҙе бер мауыҡтырғыс донъя. Әллә ......

Тотош уҡырға 3

Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле

Помидорығыҙҙы ҡайҙа итергә белмәҫһегеҙ әле 04.06.2026 // Баҡса

Биҙрәләп уңыш йыйыу өсөн дүрт ябай кәңәште белергә һәм үтәргә генә кәрәк....

Тотош уҡырға 1

Бәрхәт сәскәһе дауалай ҙа икән

Бәрхәт сәскәһе дауалай ҙа икән 02.06.2026 // Баҡса

Уның төҫө лә, еҫе лә кеше организмы өсөн шифалы. Абруйығыҙ күтәрелер, сабыйығыҙ тыуыр, йәшәреп ......

Тотош уҡырға 2

Баҡса еләге ниндәй ашлама ярата, һыуҙы ҡасан һибергә?

Баҡса еләге ниндәй ашлама ярата, һыуҙы ҡасан һибергә? 02.06.2026 // Баҡса

Салауат районының баш агрономы Гүзәл Юлдашбаеваның кәңәштәрен уҡығыҙ....

Тотош уҡырға 3

Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе

Байлыҡ һәм мөхәббәт сәскәһе 02.06.2026 // Баҡса

Был сәскә, ысынлап та, баҡса биҙәге. Ә матурлығына өҫтәп хуш еҫе ни тора! Тик һыуҙы ҡыуағы төбөнә ......

Тотош уҡырға 1

Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ?

Һарымһаҡ уҡтарын нисек һаҡлайһығыҙ? 30.05.2026 // Баҡса

Уны ваҡытында өҙөргә кәрәк, уларҙан ҡышҡылыҡҡа файҙалы тәмләткестәр әҙерләйбеҙ. Түбәндә унан паста ......

Тотош уҡырға 1

Сәселгән баҡсаны, айырыуса картуфты нисек ҡотҡарырға?

Сәселгән баҡсаны, айырыуса картуфты нисек ҡотҡарырға? 27.05.2026 // Баҡса

Көндәр һыуытып, оҙайлы ямғырҙар килә тиҙәр. Яуа ла башланы инде... Сәскән йәшелсәләрҙе нисек ......

Тотош уҡырға 2

Ҡарағат япрағының  ни тиклем шифалы булыуын беләһегеҙме?
Ә һеҙ укропты нисек һаҡлайһығыҙ?

Ә һеҙ укропты нисек һаҡлайһығыҙ? 23.05.2026 // Баҡса

Укроп аппетитты яҡшырта, матдәләр алмашыныуына булышлыҡ итә һәм аш һеңдереүҙе яйға һала....

Тотош уҡырға 3

Серәкәйҙән һаҡланыу өсөн шәп ысул бар!

Серәкәйҙән һаҡланыу өсөн шәп ысул бар! 21.05.2026 // Баҡса

Йәнгә тейеп бимазалаған, тешләп аллергия тыуҙырған бөжәктән һаҡланыу өсөн ябай ғына алымдар тәҡдим ......

Тотош уҡырға 3

Помидорҙы күсереп ултыртҡан мәлдә көл һибегеҙ

Помидорҙы күсереп ултыртҡан мәлдә көл һибегеҙ 18.05.2026 // Баҡса

Уңыш ике тапҡыр мулыраҡ буласаҡ. Әммә ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе белергә кәрәк....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә